Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешелектең рәхимһеҙ юлдашы
Кешелектең  рәхимһеҙ юлдашы
Сабыйына прививка яһатмаған ата-әсәне аңлауы ауыр
Һәр замандың, һәр быуаттың — үҙ сире, үҙ зәхмәте. Сәсәк ауырыуы, трахома, тағун (чума), тиф, ваба (холера) кеүек йоғошло сирҙәрҙе кешелек еңеп сығыуға тағы ла рәхимһеҙерәктәре, мәкерлерәктәре ҡалҡып сығып тора. Улар рәтендә СПИД, ҡош киҙеүе, Эбола... Кеше йыш ҡына, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, үҙенең күҙгә күренмәгән хәүефле вирустар, микробтар араһында йәшәүен онота. Бәлки, шуғалыр ҙа сирләп китеп, тамам аяҡтан йығылмай тороп, сәләмәтлекте даими хәстәрләү хаҡында уйлап та ҡарамайбыҙ.
Бөгөн һүҙ – халыҡҡа күптән билдәле, киң таралған боронғо йоғошло сирҙән һаҡланыу саралары тураһында. Белемеңә лә, вазифаңа ла, бай йә ярлы булыуыңа ла ҡарамай, ул теләгән бер кешенең теләһә ниндәй ағзаһын зарарлау, юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың балалар бүлексәһе мөдире, юғары категориялы табип, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ольга ШУКАЕВА менән әңгәмә уҡыусыларыбыҙ өсөн дә фәһемле булыр тип ышанабыҙ.


– Ольга Михайловна, һеҙҙе Рәсәй кимәлендә яулаған еңеүегеҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ишетеүебеҙсә, Башҡортостандың алты медицина белгесе Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды, уларға дипломдар, 200, 300 һәм 500 мең һумлыҡ бүләктәр тапшырылды. Уларҙың араһында һеҙҙең дә булыуығыҙ һөйөнөслө. Тәүге һорауыбыҙ: ни өсөн был боронғо сир һаман да врачтарға ла, халыҡҡа ла тынғы бирмәй? Сәбәбе ниҙә?
– Әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе статистиканан башлайыҡ. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын Ер шарында 1 миллиардҡа яҡын кеше туберкулез йоҡтора, 3 миллионға яҡыны һәләк була, йәғни һәр 4 секунд һайын бер кеше сирҙе эләктерә, ә 10 секунд һайын берәү яҡты донъя менән хушлаша. Донъяла бер генә сирҙән дә был хәтле ҡырылмайҙар, бер генә йоғошло сир ҙә балаларҙы шул тиклем күләмдә етем итмәй, ғаиләләрҙе тарҡатмай.
Өҫтәүенә ул шул тиклем мәкерле: һөйәктәрҙе лә, быуындарҙы ла, күҙҙәрҙе лә, тирене лә, бауырҙы ла йәлләмәй, нервы системаһын да зарарлай. Әммә сиргә иң “йомшағы” – үпкә. Ул Кох таяҡсаларына бик тиҙ бирешә.
– Хәтәр хәүефле сир икән. Моғайын, шуға күрәлер ҙә ауырыуҙарҙы бушлай дауалай һәм шифа­ха­на­ларға ебәрә торғандарҙыр. Уға тарымаҫ өсөн беҙҙә ниндәй саралар күрелә? Балаларҙы инфекциянан һаҡлау буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?
– Кескәйҙәр өсөн ул үтә ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра, ин­фек­цияның туберкулез менингиты менән ныҡ ҡатмар­лашыуы ихтимал. Быныһы инде үлемгә бәрәбәр. Бе­лә­һегеҙҙер, шуға күрә бала табыу йорттарында уҡ 3-7 көнлөк сабыйҙарға туберкулезға ҡаршы БЦЖ вакцинаһы яһала. Прививканан баш тартып, балаһын ҙур хәүеф алдында яҡлауһыҙ ҡалдырған ата-әсәләрҙе һис аңлай алмайым. Интернеттағы ҡайһы бер шикле мәғлүмәттәргә ышанғансы, беҙгә килеп кәңәшләшһәләр, яҡшыраҡ бу­лыр ине. Прививка эшләнмәгән балаларҙың 15 тапҡырға йышыраҡ ауырыуы тәжрибәнән сығып иҫбатланған бит инде.
– Әле генә әңгәмәбеҙҙе кемдеңдер телефондан шылтыратыуы өҙҙө. Аңлауымса, Сипайлово биҫтәһе­нән, әсәне сабыйҙың сәләмәтлеге бик борсой ахы­ры... Һеҙгә шулай телефон аша туранан-тура мөрәжәғәт итеүселәр, кәңәш һораусылар ҙа бармы?
– Булғылап тора. Хәүеф ғаилә мөхитенә үтеп ингәс, саң ҡағырға, мәсьәләне хәл итеү юлдарын йәһәтерәк эҙләргә мәжбүр булалар. Был ашығыс шылтыратыуға килгәндә хәл шулай: ғаиләлә олаталары вафат булғас ҡына, уның туберкулез менән сирләүе асыҡланған. Өйҙә ир менән ҡатындан башҡа өс йәшлек сабый ҙа бар. Иртәгә беҙ уларҙың барыһын да бүлексәлә көтәбеҙ, һәр береһенең сәләмәтлеген тикшерәсәкбеҙ.
Сирҙең йоғоу-йоҡмауын бик тиҙ асыҡлап, ашығыс саралар күреү мотлаҡ. Балаға 1 йәш тулғандан һуң йылына бер тапҡыр Манту реакцияһы, ә 15 йәштән һуң туберкулезды асыҡлау маҡсатында флюорография үткәрелә. Манту реакцияһы ыңғай булғанда, врач-фтизиатр сирҙе иҫкәртеүсе дауа билдәләйәсәк. Ул кешенең сирләүен аңлатмай, ә инфекцияны йоҡтороуы хаҡында ғына белгертә, прививка эшләгән осраҡта организм үҙе үк уны еңеүгә һәләтле.
– Туберкулездың медицина проблемаһы ғына булмауын яҡшы аңлайбыҙ. Хәүефле сирҙең таралыуы өсөн барыһынан элек дәүләт яуаплы. Беҙҙә был йәһәттән эш нисек ойошторолған?
– Һүҙ ҙә юҡ, сирҙең 90 проценты социаль проб­ле­маларға, беҙҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙгә, тормош сифатына, нисек туҡланыуыбыҙға, насар ғәҙәттәрҙән арыныу-арынмауыбыҙға барып тоташа.
Өфөнөң һәр районында туберкулезға ҡаршы мәктәп­кәсә йәштәгеләр өсөн балалар учреждениелары, респуб­ликала ошондай йүнәлештәге өс шифахана бар. Уларҙа йәшәү ҙә, дауаланыу ҙа бушлай. Ололар ара­һын­да ту­бер­кулездың таралыу кимәле аныҡ билдәлән­мәгән­лектән һәм йоҡтороу хәүефе ҙур булғанлыҡтан, балалар һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәтлек торошон кон­трол­дә тотоу зарурлығы тыуа. Хәл көсөргәнешле, әммә күп­мелер дәрәжәлә тотороҡлолоҡҡа өлгәштек тип әйтә алабыҙ.
Әле диспансер иҫәбендә 3834 бала, 357 үҫмер иҫәптә тора. Ваҡытында дауалағанда сирҙе еңеп була. Инфекция таралыуҙың төп сығанағы – ауырыу кеше. Йүткер­гәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә ваҡ ҡына төкөрөк, һеләгәй тамсылары тирә-яҡҡа сәсрәп, вирусты тарата. Бер өлкән сирле йыл дауамында 15-тән 50-гә тиклем кешене зарарларға һәләтле. Өс йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар туберкулезға айырыуса тиҙ бирешә.
– Элек-электән туберкулезды “фәҡирҙәр сире” тип атап йөрөткәндәр. Ысынбарлыҡта хәл шулаймы?
– Дөрөҫлөк бар. Йыл һайын сирле балаларҙың яр­ты­һынан күбеһе имен булмаған ғаиләләргә (эшһеҙ, эс­ке­гә һабышҡан, күп балалы, матди хәле түбән һ.б.) тура килә. Зарарлы микробактериялар дөйөм ҡулланылыш­тағы һа­уыт-һаба, теш щеткаһы, таҫтамал, кейем-һалым аша йо­ға. Ауыл ерендә сирле һыйырҙарҙың һөтө аша ла йоғоу­сан. Балаларға һөттө ҡайнатып эсергәндә хәүефһеҙерәк.
Көнкүреш шарттарының насар булыуы, ашауҙың наҡыҫлығы, зарарлы производствола эшләү, физик һәм аҡыл көсөргәнешлелеге, стресс, эскелек – сиргә илтеүсе төп сәбәптәр. Әммә һуңғы осорҙа туберкулез матди яҡтан ныҡлы, йәшәү шарттары яҡшы булған ғаиләләрҙә лә йыш осрай, йәғни был мәкерле сиргә кәртә юҡ. Иммун системаһы ҡаҡшаған, организм көсһөҙләнгән, стрестар йонсотҡан осраҡта ул баш ҡалҡыта ла инде.
– Ә стрестар, ҡайғы-хәсрәт, борсолоуҙар менән туберкулез араһында ниндәй бәйләнеш бар һуң?
– Кеше тормошондағы ауырлыҡтар организмдың көсөн, иммунитетын ҡаҡшатыуға һәләтле. Мәҫәлән, әгәр кеше һаулыҡты һаҡлаусы механизмдарҙы юҡҡа сыға­рыусы ашҡаҙан шеше, шәкәр диабеты, үпкә, бронхит, пневмония, психик сирҙәр менән яфаланһа, туберку­лездың да ҡалҡып сығыуы бик ихтимал.
Хәлегеҙҙең бөтөүен, арып-талсығыу тойһағыҙ, тирлә­һәгеҙ, ябыҡһағыҙ, мотлаҡ врачҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кешенең йүтәлләүе, күкрәк ситлегенең ауыртыуы күҙәтелә, температураның күтәрелеүе, тәндең ҡалты­ра­ныуы ихтимал. Ғөмүмән, һәр кем ике йылға бер тапҡыр флюорография үтеп торһа, борсолоуға урын ҡалмаҫ, сөнки инфекцияны “ауыҙлыҡлау”, уға идара итеү әлегә мөмкин түгел.
– Сабыйҙарына прививка яһатыуҙан баш тартҡан ата-әсәне, ысынлап та, аңлауы ауыр...
– 2011 йылда бала табыу йорттарында шул сәбәпле 279 сабыйға прививка яһатылманы. Ә былтыр уларҙың һаны 533-кә етте. Тимәк, был балаларҙың туберкулезды эләктереү ихтималлығы бик ҙур. Ә үҫешкән илдәрҙә, мәҫәлән, Европала ундай проблема юҡ, һәр кем үҙенең генә түгел, яҡындарының һаулығы өсөн дә ҙур яуап­лылыҡ тоя, пациенттар үҙҙәре табип артынан йүгерә. Бер кем дә беҙҙең кеүек пациенттарҙы тикшеренеү үтергә өгөтләмәй, дауаланырға кәрәклеген иҫенә төшөрмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20