Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Комдивҡа ҡаршы ҡылынған мәкер
Журналист тикшергән мәғлүмәттәрҙән

СССР Оборона буйынса халыҡ комиссариатының 1942 йылдың 8 апрелендәге бойороғона ярашлы, Өфөлә ойошторолған һәм әҙерлек үткән 112-се ирекле Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрәкәт итеүсе армияға ебәрелә. Ошо уҡ йылдың 1 майында 8-се кавалерия корпусына (корпус командиры А.С. Жидов) ингән дивизия ант бирә һәм хәрби ҡорал ҡулланып күнекмәләр үтә. Тиҙҙән ул ҙур юғалтыуҙар һөҙөмтәһендә тарҡатылған 52-се дивизия урынын ала.


1942 йыл уртаһында Эшсе-крәҫтиән ҡыҙыл армияһындағы өлкән һәм юғары команда кадрҙары араһында фекер айырмалыҡтары башлана. Иҫке формация вәкилдәре һуғыш алып барыуҙың заманса алымдарын үҙләштерергә ашыҡмай. Алдынғы ҡарашлы офицерҙар был мәлдә фронтта һуғыша. Тылда ҡалғандар төрлө алымдарҙы файҙаланып, һәләтле һәм кәрәкле хәрби етәкселәр иҫәбенә инергә тырыша.
А.С. Жидовтың 1935 йылда уҡ кавалерияның команда составын камиллаштырыу курсы уҡытыусыһы Г.А. Белов менән дуҫтарса мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килә. Беловтың хәрби карьераһында хеҙмәт вазифалары байтаҡ. 1941 йылдың сентябрендә М.В. Фрунзе исемендәге хәрби академия уҡытыусыһы полковник Беловты запастағы 87-се кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Һуғыштың тәүге көндәрендә хәрби етәкселәргә ҡытлыҡ кисергәндә “оҫта” уҡытыусының тәжрибәһе иҫәпкә алынмауы сәйер хәл, әлбиттә. Ошоно күҙҙә тотоп, А.С. Жидов күптәнге дуҫына хәрәкәт итеүсе армияға, атап әйткәндә, ул осорҙа етәкселек араһында киң танылыу яулап өлгөргән командир Шайморатовтың яҡшы әҙерлек үткән дивизияһына эләгеү йәһәтенән ярҙам итергә була. 1942 йылдың май аҙағында тейешле документтар Эшсе-крәҫтиән ҡыҙыл армияһының Баш кадрҙар идаралығына китә, ә 10 июлдә Белов (Тербуны эргәһендәге ҡаты алыштарҙан һуң бер аҙна үтеүгә) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының хәрби саф буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Тербуны янындағы һуғышта 112-се дивизияла сетерекле мәсьәләләр тыуып тора. Уларҙы хәл итеүҙә комдив М.М. Шайморатовҡа ла, дивизия етәкселегендәге офицерҙарға ла ҡатнашырға тура килә. Кавалерия корпусы штабына ебәрелгән белдереүҙәр ошо хаҡта һөйләй. Әммә был документтарҙың береһендә лә дивизия командиры урынбаҫары Беловтың исем-шәрифе күрһәтелмәгән.
1942 йылдың авгусында фронттың был участкаһында хәл тотороҡлана. Корпус командованиеһының һәм кавалерия дивизияһының айырыуса ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән офицерҙары хөкүмәт наградаларына тәҡдим ителә. Улар араһында комдив Шайморатов менән хәрби комиссар Нәзиров та була.
1942 йылдың 12 авгусында 8-се кавалерия корпусы командиры полковник Лунев уларҙы Ленин ордены менән бүләкләүгә тәҡдим итә. Тик ни өсөндөр Нәзиров Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә Шайморатовҡа Ҡыҙыл Йондоҙ ордены “эләгә”. Еңеүҙең яҙмышын хәл иткән Сталинград һуғышында запастан саҡырылған комиссар, политхеҙмәткәр данлы офицерға ҡарағанда ҙурыраҡ ҡаһарманлыҡ күрһәттеме икән?!
Был – бик ҙур ғәҙелһеҙлек. Шайморатовҡа ҡаршы ҡоролған мәкерле эште йәшереү өсөн был награданы юллауҙы күрәләтә оҙаҡҡа һуҙалар. Миңлеғәле Минһаж улына уны күреү насип булмай. Бүләкләү тураһындағы Указға 1943 йылдың 14 февралендә ҡул ҡуйыла, ә ул ошо уҡ йылдың 23 февралендә Украина ерендә батырҙарса һәләк була.
1942 йылдың октябрендә кавалерия корпусы Сталинград өлкәһенең төньяғына күсерелә. Корпус командиры Лунев дауаланырға китә, уның урынына А.С. Жидовты тәғәйенләйҙәр. Дивизия командиры Шайморатовтан һорап та тормайынса (талапсан, ихтыярлы һәм тура һүҙле комдив лайыҡ булмаған кешене бындай вазифаға тәҡдим итмәҫ ине, әлбиттә), яңы корпус етәксеһенең тәҡдиме буйынса полковник Беловты 8-се корпус командирының тыл тәьминәте буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
Ошо уҡ йылдың 10 ноябрендә 8-се кавалерия корпусы етәксеһе итеп 1940 йылда Фрунзе исемендәге академияла уҡыған гвардия генерал-майоры М.Д. Борисов тәғәйенләнә. СССР Оборона буйынса халыҡ комиссары 16 ноябрҙә (Сталинград янында контрһөжүм буйынса “Уран” операцияһы башланғанға тиклем өс көн ҡалғас) генерал Шайморатовты 8-се кавалерия корпусы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡ сығара. Шайморатов был тәғәйенләнеш хаҡында белмәгән, һәләк булғанға тиклем дивизия командиры вазифаһында һуғышҡан, тигән фекер бар.
КПСС Үҙәк Комитетының 1958 йылдың 15 июлендәге хатында былай тиелә: “СССР Оборона буйынса халыҡ комиссары бойороғо менән ул 8-се кавалерия корпусы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, әммә дивизияға етәкселекте дауам итә...” Бик ҡыҙыҡлы рәсми билдәләмә. Быны нисек аңларға? Күрәһең, Шайморатовты бойороҡ менән бөтөнләй таныштырмағандарҙыр (уның менән тиң вазифаны биләүе Беловҡа яҡшылыҡ килтермәҫ ине) йәки дивизия командирына бер үк ваҡытта корпус командиры урынбаҫары вазифаһы ла йөкмәтелгәндер. Ләкин 1942 йылдың 16 ноябренән 1943 йылдың 1 мартына тиклем штаб документтарында М.М. Шайморатовтың корпус командиры урынбаҫары булыуы бер тапҡыр ҙа телгә алынмай.
112-се кавалерия дивизияһы ветерандарының береһе хәтерләүенсә, ҡамауҙан сығыр алдынан Борисов Шайморатовҡа: “Һин корпус командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнәһең. Рейдтан ҡайтҡас та бурыстарыңды үтәүгә тотонаһың”, – тип әйткән. Был һүҙҙәргә йәшерен һәм хәүефле мәғәнә һалынғандай. Күрәһең, Шайморатовҡа үлем ҡарары алдан уҡ сығарылғандыр, сөнки СССР Оборона буйынса халыҡ комиссарының тәғәйенләү тураһындағы бойороғон йәшереп ҡалдырған өсөн Борисовты ла, Беловты ла “баштарынан һыйпа­маҫтар” ине. Тимәк, Шайморатов ошо рейдтан ҡайтмаҫҡа тейеш булған. Ҡоралһыҙ һәм көсһөҙ яугирҙәргә билдәһеҙ позицияла дошман менән күҙгә-күҙ осрашып алышыуҙың нимәгә килтерәсәген яҡшы аңлаған тәжрибәле разведчик һөжүмгә етәкселекте үҙ иңенә ала. Генерал үҙенең һәләкәтен дә, яугирҙәрҙе ҡотҡарыуҙы ла күҙаллағандыр, моғайын.
1942 йылдың ноябрендә кавалерия корпусы Сталинград янында дошман ғәскәрен ҡамауға алыу буйынса рейдҡа сыҡҡанда немецтарҙың хәрби һаҡ ғәскәрҙәре менән ҡаты бәрелеш була. Һөҙөмтәлә 8-се корпустың һәм кавалерия дивизияһының тыл өлөшө (Белов менән бергә) фронт һыҙығынан ситтә ҡала. Шулай ҙа корпус командиры Борисов Беловты Ленин орденына тәҡдим итә. Тербуны эргәһендәге кеүек алыштар һуғыш осоронда бик күп булғандыр, әммә уларға бирелгән баһа ғына төрлөсә. Өс айҙан, 1943 йылдың 23 мартында, Шайморатовты бүләкләү тураһындағы бойороҡ раҫлана. Награда батырға ете ай буйы “килә”.
Сталинград һәм Ростов өлкәләрендә, Украинала үткән рейдтар, ҡанлы һуғыштар барышында Шайморатов күрһәткән ҡаһарманлыҡ бер генә награда менән дә билдәләнмәй. Ә бит тап уның тырышлығы һөҙөмтәһендә дивизияға “гвардия” исеме бирелә.
Архивтар Бөйөк Ватан һуғышындағы хәҡиҡәт хаҡында әле булһа байтаҡ сер һаҡлай. Уны асырға ваҡыт еткәндер инде.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872