Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ЯңылыҡтарВодитель таныҡлығы күпме тора?

Водителдәрҙе әҙерләү реформаһы аҙағына яҡынлаша — яңы категориялар барлыҡҡа килде, яңы программалар ғәмәлгә индерелде. Яҡын арала имтихан тапшырыуға ла талаптарҙың ҡатыланыуы көтөлә. Белгестәр фекеренсә, был тәү сиратта уҡыусыларҙы “алдаҡ” мәктәптәрҙән ҡурсалаясаҡ.

Бынан ары үҙ көсөңдө бер нисә тапҡыр ғына (әле ошоға ҡағылышлы фекер алышыу бара) һынап ҡарарға мөмкин буласаҡ, ҡулыңдан килмәй икән, артабан һәр имтихан өсөн айырым түләргә тура киләсәк. Был автомәктәпте һайлағанда ундағы белем биреү сифатына иғтибарлы булыуҙы күҙ уңында тотоп эшләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы программаға ярашлы, уҡыу 134 сәғәткә иҫәпләнгән. Шул уҡ ваҡытта уның 56 сәғәте — практик дәрес.
Миҫал өсөн “В” категорияһына яҡынса сығымдарҙы иҫәпләп ҡарайыҡ. 450 000 һумлыҡ автомобилде амортизациялау — (һәр кешегә) яҡынса 2000 һум, бензин хаҡы — 3000 һум тирәһе, запас частар өсөн — 500-600 һум, техник хеҙмәтләндереү — яҡынса 300 һум, бинаны арендалау — 1000-1500 һум, уҡыу майҙансығын арендалау — 4000-4500 һум. Ошонда уҡ директорҙың, уҡытыусының, инструкторҙың, механик, диспетчер, медицина хеҙмәткәренең эш хаҡын, башҡа сығымдарҙы ла өҫтәһәң, 20-30 мең һумдан да кәм килеп сыҡмай.

Пристав “таныһа”...

Баш ҡала урамдарында “Юл приставы” аппарат-программа комплексы эш башланы.

Рәсәй Федера­ция­һының Башҡортостан буйынса Суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, система үтеп барған автомо­би­л­дең номерын “уҡып”, бер нисә секунд эсендә “тимер ат” хужаһының штрафын, бирәсәген асыҡ­лай. Әгәр комплекс бурыслыны “таныһа”, сигнал бирә һәм был гражданин тураһында тулы мәғлүмәтте мони­торға сығара.
— Бындай сараны бурыслыларҙың бөтә төрөнә лә ҡул­ланырға мөмкин — юл штрафтарын инҡар итеүселәр, коммуналь хеҙмәт өсөн, алимент түләмәүселәр, банк кредиттарын ваҡытында ҡайтармаусылар һәм башҡаларға, — ти белгестәр.
Иң мөһиме — һөҙөмтә бар. Мәҫәлән, “Өфө-Арена” туҡта­лышы янында комплекс бер сәғәт эсендә ундан ашыу водителде “туҡтатҡан”. Суд приставтары әйтеүенсә, күптәр штра­фын урында уҡ түләүҙе хуп күрә.

Күрәм — алып китәм

Яҡын арала барлыҡ эвакуаторҙарҙы ла видеорегистратор менән йыһазландырыу күҙаллана. Беренсенән, бындай сара эвакуаторсыға ҡануниәткә ярашлы эш итеүен иҫбатларға ярҙам итһә, икенсенән, агрессив водителдәрҙән “һаҡлаясаҡ”.

Бындай аҙымға күптән түгел автомобиль хужаһы менән эвакуатор водителе араһында килеп тыуған низағ сәбәпсе була. “Тимер ат” хужаһы 22 сәғәт дауамында машинаһын эва­куаторҙан төшөрөүҙәрен талап итеп, салонда ултыра. Шул уҡ ваҡытта ул юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуы менән дә килешә. Бының өсөн штрафын да түләргә әҙер була. Әммә эвакуатор хеҙмәте өсөн түләүҙән баш тарта. Ғөмүмән, был хеҙмә­ттең эшенә ҡағылышлы аныҡ ҡына ҡағиҙәләр әле булһа раҫ­ланмаған. Видеорегистраторҙар — ваҡиғаның төп “шаһит­тары” — был йәһәттән оло ярҙамсы булыр тип көтөлә.


Иғтибар, йәйәүле!

Башҡортостанда авариялар һаны кәмей, әммә уларҙа зыян күреүселәр һаны арта.

Шуныһы аяныслы: күп юл-тран­спорт фажиғәләре йәйәүле­ләр ҡат­нашлығында була. Мәҫәлән, туғыҙ ай эсендә республикала ошондай 921 осраҡ теркәлгән, шуларҙың 455-ендә юл йөрөүсе ғәйепле тип табылған. Авария һөҙөмтәһендә һәләк булыусыларҙың һәр бишенсеһе — йәйәүле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә