Водитель таныҡлығы күпме тора?Водителдәрҙе әҙерләү реформаһы аҙағына яҡынлаша — яңы категориялар барлыҡҡа килде, яңы программалар ғәмәлгә индерелде. Яҡын арала имтихан тапшырыуға ла талаптарҙың ҡатыланыуы көтөлә. Белгестәр фекеренсә, был тәү сиратта уҡыусыларҙы “алдаҡ” мәктәптәрҙән ҡурсалаясаҡ.
Бынан ары үҙ көсөңдө бер нисә тапҡыр ғына (әле ошоға ҡағылышлы фекер алышыу бара) һынап ҡарарға мөмкин буласаҡ, ҡулыңдан килмәй икән, артабан һәр имтихан өсөн айырым түләргә тура киләсәк. Был автомәктәпте һайлағанда ундағы белем биреү сифатына иғтибарлы булыуҙы күҙ уңында тотоп эшләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы программаға ярашлы, уҡыу 134 сәғәткә иҫәпләнгән. Шул уҡ ваҡытта уның 56 сәғәте — практик дәрес.
Миҫал өсөн “В” категорияһына яҡынса сығымдарҙы иҫәпләп ҡарайыҡ. 450 000 һумлыҡ автомобилде амортизациялау — (һәр кешегә) яҡынса 2000 һум, бензин хаҡы — 3000 һум тирәһе, запас частар өсөн — 500-600 һум, техник хеҙмәтләндереү — яҡынса 300 һум, бинаны арендалау — 1000-1500 һум, уҡыу майҙансығын арендалау — 4000-4500 һум. Ошонда уҡ директорҙың, уҡытыусының, инструкторҙың, механик, диспетчер, медицина хеҙмәткәренең эш хаҡын, башҡа сығымдарҙы ла өҫтәһәң, 20-30 мең һумдан да кәм килеп сыҡмай.
Пристав “таныһа”...Баш ҡала урамдарында “Юл приставы” аппарат-программа комплексы эш башланы.
Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса Суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, система үтеп барған автомобилдең номерын “уҡып”, бер нисә секунд эсендә “тимер ат” хужаһының штрафын, бирәсәген асыҡлай. Әгәр комплекс бурыслыны “таныһа”, сигнал бирә һәм был гражданин тураһында тулы мәғлүмәтте мониторға сығара.
— Бындай сараны бурыслыларҙың бөтә төрөнә лә ҡулланырға мөмкин — юл штрафтарын инҡар итеүселәр, коммуналь хеҙмәт өсөн, алимент түләмәүселәр, банк кредиттарын ваҡытында ҡайтармаусылар һәм башҡаларға, — ти белгестәр.
Иң мөһиме — һөҙөмтә бар. Мәҫәлән, “Өфө-Арена” туҡталышы янында комплекс бер сәғәт эсендә ундан ашыу водителде “туҡтатҡан”. Суд приставтары әйтеүенсә, күптәр штрафын урында уҡ түләүҙе хуп күрә.
Күрәм — алып китәмЯҡын арала барлыҡ эвакуаторҙарҙы ла видеорегистратор менән йыһазландырыу күҙаллана. Беренсенән, бындай сара эвакуаторсыға ҡануниәткә ярашлы эш итеүен иҫбатларға ярҙам итһә, икенсенән, агрессив водителдәрҙән “һаҡлаясаҡ”.
Бындай аҙымға күптән түгел автомобиль хужаһы менән эвакуатор водителе араһында килеп тыуған низағ сәбәпсе була. “Тимер ат” хужаһы 22 сәғәт дауамында машинаһын эвакуаторҙан төшөрөүҙәрен талап итеп, салонда ултыра. Шул уҡ ваҡытта ул юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуы менән дә килешә. Бының өсөн штрафын да түләргә әҙер була. Әммә эвакуатор хеҙмәте өсөн түләүҙән баш тарта. Ғөмүмән, был хеҙмәттең эшенә ҡағылышлы аныҡ ҡына ҡағиҙәләр әле булһа раҫланмаған. Видеорегистраторҙар — ваҡиғаның төп “шаһиттары” — был йәһәттән оло ярҙамсы булыр тип көтөлә.
Иғтибар, йәйәүле!Башҡортостанда авариялар һаны кәмей, әммә уларҙа зыян күреүселәр һаны арта.
Шуныһы аяныслы: күп юл-транспорт фажиғәләре йәйәүлеләр ҡатнашлығында була. Мәҫәлән, туғыҙ ай эсендә республикала ошондай 921 осраҡ теркәлгән, шуларҙың 455-ендә юл йөрөүсе ғәйепле тип табылған. Авария һөҙөмтәһендә һәләк булыусыларҙың һәр бишенсеһе — йәйәүле.