Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡартаямы ни һуң йөрәк?!
Ҡартаямы ни һуң йөрәк?! “Кеше оло йәшкә еткәс тә уның күңелендә мөхәббәткә, матурлыҡҡа, ижадҡа урын булһын. Ул һәр бер көндөң ҡәҙерен белеп, ҡыуанып йәшәһен, — тип һүҙен башланы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, районыбыҙҙың почетлы гражданы Абдулхаҡ Игебаев. — Өйөбөҙгә ҡартлыҡ исемле “дуҫ” килде. Беҙ уның менән бергә йәшәйбеҙ. Һеҙгә лә килһә, ҡартлыҡ тигән таяҡҡа таянмағыҙ, уны йәнәш алып йөрөгөҙ!”

Халыҡ шағиры Абдул­хаҡ Игебаев менән уның тормош юлдашы Маһиҙә инәйгә әле 84 йәш. Улар шулай ҡартлыҡ тигән “дуҫтары” менән бергәләшеп көн күрә икән. Ләкин шағир ижадтан айы­рылмаған, киреһенсә, күңе­ле менән уға бирелгән: былтыр ғына “Беҙ баймаҡтар бит әле!” тигән шиғырҙар йыйынты­ғын сығарғайны, хәҙер инде “Ғүмер аяулы” исемендәгеһен ижад итә.
Һуңғы йылдарҙа һаулы­ғы ҡаҡшау сәбәпле, Аб­дулхаҡ Игебаевтың тыуған яҡтарына ҡайтҡаны юҡ тиерлек. Шуға ла йәнтөйәген ныҡ һағынып йәшәй. Радио тул­ҡындарынан йә телеви­зорҙан “Баймаҡ” тигән һүҙ­ҙе ишетеү менән йөрәге ашҡынып тибә башлай. Баймаҡ яңылыҡтары ме­нән хәбәрҙар ул. Яҡшыларына шатланһа, йәй көндәрендәге ҡоролоҡ өсөн борсола.
Яңыраҡ район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, райондың ҡатын-ҡыҙҙар сове­ты рәйесе, үҙәк китапхана директоры Луиза Дәүләтшина һәм Өмөтбай мәктәбе директоры Илдус Зәй­нуллин шағирҙың өйөндә булды. Әҙип көтөлмәгән осрашыуға бик ныҡ шатланды, көндәлек тормошо, донъя­уи уйҙары, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Бындай ос­рашыуҙарҙың йышыраҡ булыуын теләне. Илшат Хәмит улы, үҙ сиратында, арҙаҡлы яҡташыбыҙға фә­һемле шиғырҙар ижад ит­кән өсөн оло рәхмәт һүҙҙә­рен еткерҙе. “Беҙ йәш быуынды һеҙҙең өлгөгөҙҙә тәрбиәләйбеҙ”, — тине ул.
Эйе, арҙаҡлы яҡта­шыбыҙҙың ижады тәрбиәүи йәһәттән баһалап бөткөһөҙ. Уның һәр шиғыры оло көскә эйә: әсәйҙәрҙе данлай, тыуған ерҙе һөйөргә, олоно — оло, кесене кесе итеп һанларға өйрәтә.





Автор: Эльмира ХАРИСОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә