“Кеше оло йәшкә еткәс тә уның күңелендә мөхәббәткә, матурлыҡҡа, ижадҡа урын булһын. Ул һәр бер көндөң ҡәҙерен белеп, ҡыуанып йәшәһен, — тип һүҙен башланы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, районыбыҙҙың почетлы гражданы Абдулхаҡ Игебаев. — Өйөбөҙгә ҡартлыҡ исемле “дуҫ” килде. Беҙ уның менән бергә йәшәйбеҙ. Һеҙгә лә килһә, ҡартлыҡ тигән таяҡҡа таянмағыҙ, уны йәнәш алып йөрөгөҙ!”Халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев менән уның тормош юлдашы Маһиҙә инәйгә әле 84 йәш. Улар шулай ҡартлыҡ тигән “дуҫтары” менән бергәләшеп көн күрә икән. Ләкин шағир ижадтан айырылмаған, киреһенсә, күңеле менән уға бирелгән: былтыр ғына “Беҙ баймаҡтар бит әле!” тигән шиғырҙар йыйынтығын сығарғайны, хәҙер инде “Ғүмер аяулы” исемендәгеһен ижад итә.
Һуңғы йылдарҙа һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, Абдулхаҡ Игебаевтың тыуған яҡтарына ҡайтҡаны юҡ тиерлек. Шуға ла йәнтөйәген ныҡ һағынып йәшәй. Радио тулҡындарынан йә телевизорҙан “Баймаҡ” тигән һүҙҙе ишетеү менән йөрәге ашҡынып тибә башлай. Баймаҡ яңылыҡтары менән хәбәрҙар ул. Яҡшыларына шатланһа, йәй көндәрендәге ҡоролоҡ өсөн борсола.
Яңыраҡ район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, үҙәк китапхана директоры Луиза Дәүләтшина һәм Өмөтбай мәктәбе директоры Илдус Зәйнуллин шағирҙың өйөндә булды. Әҙип көтөлмәгән осрашыуға бик ныҡ шатланды, көндәлек тормошо, донъяуи уйҙары, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Бындай осрашыуҙарҙың йышыраҡ булыуын теләне. Илшат Хәмит улы, үҙ сиратында, арҙаҡлы яҡташыбыҙға фәһемле шиғырҙар ижад иткән өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Беҙ йәш быуынды һеҙҙең өлгөгөҙҙә тәрбиәләйбеҙ”, — тине ул.
Эйе, арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың ижады тәрбиәүи йәһәттән баһалап бөткөһөҙ. Уның һәр шиғыры оло көскә эйә: әсәйҙәрҙе данлай, тыуған ерҙе һөйөргә, олоно — оло, кесене кесе итеп һанларға өйрәтә.