Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ишектәрҙе бәлә шаҡымаһын
Хәбәр итеүебеҙсә, 29 сентябрҙән 2 октябргә тиклемге осорҙа Нефтекама үҙәк дауаханаһына ағыуланған 36 кеше мөрәжәғәт иткән. Барыһы ла — 16­–30 йәшлектәр. Бынан тыш, биш кеше, шул иҫәптән 17 йәш­лек үҫмер, билдәһеҙ матдәләр менән ағыуланғандан һуң йән биргән.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған. Күҙаллауҙар буйынса, сир билдәләре үҙәк нервы системаһын зарарлаусы матдәләр менән ағыуланыуға оҡшаш. Әле фажиғәле хәлгә килтергән сәбәптәр өйрәнелә, экспертиза үткәрелә, ағыулы матдәләрҙе асыҡлау эше бара. Ҡаланың наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ултырышында билдәһеҙ психотроп матдәләр менән ағыуланыуҙы иҫ­кәртеү­гә йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителде. Хәҙерге ваҡытта респуб­ликаның Наркоконтроль идаралығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан психоактив матдәләрҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында оператив-иҫкәртеү саралары үткәрелә. Илдең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә лә ошондай фажиғәләрҙең булыуы айырыуса һағайта.
Синтетик психоактив матдәләрҙең бер тапҡыр ғына ҡулланғандан һуң да бәйлелек тыуҙырыуы ихтимал. Уның менән мауығыусылар ысынбарлыҡ менән бәйләнеште юғалта, хәтерҙәре насарая, хәрәкәт ағзаларының функцияһы боҙола. Психикаға зарар килә. Организм ағыулана, кешенең аңын юғалтыуы, ҡоҫоуы, ҡорошҡаҡ тотоуы күҙәтелә. Психоактив матдә­ләрҙе ҡулланыуҙың аҙағы үлем менән тамамланыуы ла ихтимал.
Әгәр ҙә ошондай үлемесле матдәләр һатылған осраҡтарҙы, урындарҙы белһәгеҙ, Наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығындағы тәүлек әйләнәһенә эшләгән “ышаныс телефоны”на хәбәр итегеҙ: (347) 250-20-30, 8-800-347-20-30.



Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә