Ишектәрҙе бәлә шаҡымаһын24.10.2014
Хәбәр итеүебеҙсә, 29 сентябрҙән 2 октябргә тиклемге осорҙа Нефтекама үҙәк дауаханаһына ағыуланған 36 кеше мөрәжәғәт иткән. Барыһы ла — 16–30 йәшлектәр. Бынан тыш, биш кеше, шул иҫәптән 17 йәшлек үҫмер, билдәһеҙ матдәләр менән ағыуланғандан һуң йән биргән.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған. Күҙаллауҙар буйынса, сир билдәләре үҙәк нервы системаһын зарарлаусы матдәләр менән ағыуланыуға оҡшаш. Әле фажиғәле хәлгә килтергән сәбәптәр өйрәнелә, экспертиза үткәрелә, ағыулы матдәләрҙе асыҡлау эше бара. Ҡаланың наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ултырышында билдәһеҙ психотроп матдәләр менән ағыуланыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителде. Хәҙерге ваҡытта республиканың Наркоконтроль идаралығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан психоактив матдәләрҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында оператив-иҫкәртеү саралары үткәрелә. Илдең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә лә ошондай фажиғәләрҙең булыуы айырыуса һағайта.
Синтетик психоактив матдәләрҙең бер тапҡыр ғына ҡулланғандан һуң да бәйлелек тыуҙырыуы ихтимал. Уның менән мауығыусылар ысынбарлыҡ менән бәйләнеште юғалта, хәтерҙәре насарая, хәрәкәт ағзаларының функцияһы боҙола. Психикаға зарар килә. Организм ағыулана, кешенең аңын юғалтыуы, ҡоҫоуы, ҡорошҡаҡ тотоуы күҙәтелә. Психоактив матдәләрҙе ҡулланыуҙың аҙағы үлем менән тамамланыуы ла ихтимал.
Әгәр ҙә ошондай үлемесле матдәләр һатылған осраҡтарҙы, урындарҙы белһәгеҙ, Наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығындағы тәүлек әйләнәһенә эшләгән “ышаныс телефоны”на хәбәр итегеҙ: (347) 250-20-30, 8-800-347-20-30.