Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Өфө ҡалаһының Октябрь проспекты буйында 40-сы завод эшселәре йүкә, ҡайын ағас­тары ултыртып, уларҙы сабыйҙай тәр­би­ә­ләп, һыу ҡойоп үҫтерҙе.

СССР-ҙың 50 йыллығы урамы буйлап Спорт һарайына табан матур юл яһап, унда ла ағас ултыртып сыҡтылар. Ул ғына ла түгел, проспекттан Зорге урамына етәрәк бер асыҡ урында аллея булдырып, юлдарын асфальтлап урталыҡта сәскә өсөн түтәлдәр яһап, эскәмйәләр ҡуйҙылар. Ағастар үҫте, аллеяла бала-саға, ҡарт-ҡоро рәхәтләнеп ял итте, ошо йәмле урынды әлеге лә баяғы 40-сы завод эшселәре баҡты. Уларҙың йүгереп йөрөп эшләүен ҡарау үҙе бер кинәнес ине.
Ғүмер үтә торҙо, улар ултыртҡан ағастар күккә олғашты, тик халыҡтың тәрбиәһеҙлеге арҡаһында матурлыҡ юҡҡа сыға барҙы. Октябрь проспекты менән Зорге урамы ара­һында йыуан олонло ҡайындарҙың 7-8 төбөн бысып йығыусыларҙы шул урамда йәшәү­селәр генә туҡтата алды. Бына тигән ял урыны булған аллеяның ике яҡ башына ике киоск ултыртып та ҡуйҙылар. Аллея ла ма­турлығын юғалтты, клумбалар ҙа юҡ, эскәм­йәләр ҙә “осто”, асфальты ла ярылып, ти­шелеп бөттө. Был ике сауҙа киоскыһы ла хужаларына артыҡ бол килтермәне: әле ик­мәк-һөт, әле сепрәк-сапраҡ, әле кер йыуыу әй­берҙәре һатып маташтылар ҙа юҡҡа сыҡ­тылар. Хәҙер икеһе лә буш тора. Буш түгел инде: эскеселәр, бәҙрәф эҙләүселәр өсөн шәп урын.
Үткән-һүткән һайын ҡырҡылған ҡайын­дарҙы, юҡҡа сығарылған аллеяны йәлләйем. Элекке завод эшселәре менән һөйләшә башлаһаң, “беҙҙә барҙың ҡәҙере юҡ”, тип уфтанып ҡуялар. Ошо биҫтәлә йәшәү­селәр йорт эргәһен йәшелләндереүгә күп көс түкте. Ә уларҙың балалары, ғәжәп, үҙҙәрен ҡырағай­ҙарса тота: ағастарҙы һындыралар, тирә-яҡты сүпләйҙәр. Йәш ата-әсә урамға уйнарға сыҡҡан балаһының тәртибен күҙәтмәй. Ма­лай-шалай эскәмйәләрҙе телә­гән ергә кү­серә лә, теҙелешеп ултырып, тәмәке көйрәтә. Үҙем ғүмер буйы мәктәптә эшләгәс, әйт­мәйенсә булдыра алмайым. Ҡайһы бер бала телләшә, дәлилләп әйтһәң, ул тыйыла. Бала тәрбиәләү — күмәк эш. “Ҡыҙ балаға ҡырҡ ерҙән ты­йыу кәрәк” тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Ҡыҙҙар тыйнаҡ булһа, малайҙар шашып бармай ул.
Әле баш ҡалабыҙҙа урмандан баҡса, ял урыны яһап, юлдар һалып, уттар балҡытып ҡуйҙылар. Ул баҡсаның яҙмышы беҙҙең хужа­һыҙ аллеяныҡы кеүек булып ҡуймағайы. Етмәһә, аллеяға (беҙҙә уны “ҡайынлыҡ” ти­ҙәр) терәлеп торған йорт эргәһендә балалар ҡаласығын бер төҙөйҙәр, бер һүтәләр. Унда көндөҙ бала-саға, бәлки, уйнайҙыр ҙа. Ә йәш-елкенсәк ошонда төн уҙғара, халыҡтың маҙаһына тейеп бөтә...

Г. АЛЛАҒОЛОВА,
хеҙмәт ветераны.




Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә