Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Вәт, исмаһам, йәшәй беләләр!
Районда “Айыҡ ауыл” конкурсы комиссияларының күсмә ултырышы үткәйне. Быйыл Иҫке Байыш ауыл Советы бәйгегә беренселәрҙән булып ҡушылған икән. Сарала урындағы хакимиәт башлығы Илдус Хәмиев, Өфөнән килгән ҡунаҡтар ошо биләмәгә ингән Гөлөк ауылы халҡының эшен хуплап, изге теләктәрен еткерҙе.


– Беҙҙең ауылдар ҡунаҡтарға бик оҡшаны, һәммәһе урам, йорттарҙың төҙөклөгөнә, матурлығына һоҡланыуын белдерҙе, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Илдус Илфир улы.
Биш ауылды үҙ эсенә алған әлеге биләмә районда иң күп мал аҫраған, ит етештергән, йомортҡа һатҡан, төҙөк һәм уңышлыларҙың береһе булараҡ билдәле. Күркәм йорттар уҡ уңған, тырыш халыҡ йәшәүен күрһәтә. Бигерәк тә йәштәрҙең ауылда ҡалып, күңел биреп эшләүе, донъя көтөүе һөйөндөрә. Йыл һайын яңы йорттар ҡалҡа. Күптәргә үрнәк булырлыҡ татыу ғаиләләр ҙә бихисап, ундайҙарҙың артҡандан-артыуына шатланмау мөмкин түгел. Ауылда һәр кем табыш алып, йорт-ҡураһын ҙурайтыу, мал-тыуарын ишәйтеү хәстәре менән янып йәшәй. Төбәктең киләсәгенә ныҡлы ышаныс булғанда ғына, халыҡтың күңеле үҫеүе, рухы нығыуы, ең һыҙғанып донъя көтөүе мөмкин. Шуныһы һөйөндөрә: байрамдарҙа иҫерек кешене осратырмын да кәйеф ҡырылыр тимә. Туйҙар ҙа алкоголле эсемлектәрһеҙ үтә. Әле хәмер магазин­дарҙа ла һатылмай.
«Рәсәй» хужалығы игенселектә лә, малсылыҡта ла һынатмаған, уңған һәм эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәт­кәрҙәре менән хаҡлы ғорурлана. Дәүләт һәм тоҡомсолоҡ заводы ярҙамында Байышта ай ярым эсендә ун йорт ҡалҡып сыҡҡан. Ләкин, һәр төбәктәге кеүек, бында ла кешеләр үҙ проблемалары, хәстәр­ҙәре менән йәшәй. Мәҫәлән, халыҡҡа фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет кәрәк. Йәмғиәттә лә бөтәһе лә ал да гөл түгел: имен булмаған ете ғаилә иҫәптә тора. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары йыш ҡына уларҙың өйҙәрендә була, ярҙам ҡулы һуҙа.
Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, сәләмәт тормошто пропагандалау яҡшы ойошторолған. Тәмәке тартыуға, эскелеккә кире мөнәсәбәтте белдергән плакаттар, баннерҙар һәр ауылда эленгән. Төрлө йыйындарҙа насар ғәҙәттәрҙең эҙемтәһе хаҡында иҫкәрткән, күптәргә һабаҡ бирерлек видеоматериалдар күрһәтәләр. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдарына, һабантуйҙарға арҙаҡлы шәхестәрҙе, артистарҙы саҡыралар. «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы бындай йөкмәткеле сараларҙы үҙе финанслай.
Ауылда ойошторолған һәр сара халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәүгә, үҫеп килгән быуынды эскелек, наркомания кеүек афәттәрҙән аралап ҡалыуға арналған. Байыштарҙың “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуға теләк белдереүе, һис һүҙһеҙ, маҡтауға лайыҡ.




Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә