Вәт, исмаһам, йәшәй беләләр!24.10.2014
Районда “Айыҡ ауыл” конкурсы комиссияларының күсмә ултырышы үткәйне. Быйыл Иҫке Байыш ауыл Советы бәйгегә беренселәрҙән булып ҡушылған икән. Сарала урындағы хакимиәт башлығы Илдус Хәмиев, Өфөнән килгән ҡунаҡтар ошо биләмәгә ингән Гөлөк ауылы халҡының эшен хуплап, изге теләктәрен еткерҙе.
– Беҙҙең ауылдар ҡунаҡтарға бик оҡшаны, һәммәһе урам, йорттарҙың төҙөклөгөнә, матурлығына һоҡланыуын белдерҙе, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Илдус Илфир улы.
Биш ауылды үҙ эсенә алған әлеге биләмә районда иң күп мал аҫраған, ит етештергән, йомортҡа һатҡан, төҙөк һәм уңышлыларҙың береһе булараҡ билдәле. Күркәм йорттар уҡ уңған, тырыш халыҡ йәшәүен күрһәтә. Бигерәк тә йәштәрҙең ауылда ҡалып, күңел биреп эшләүе, донъя көтөүе һөйөндөрә. Йыл һайын яңы йорттар ҡалҡа. Күптәргә үрнәк булырлыҡ татыу ғаиләләр ҙә бихисап, ундайҙарҙың артҡандан-артыуына шатланмау мөмкин түгел. Ауылда һәр кем табыш алып, йорт-ҡураһын ҙурайтыу, мал-тыуарын ишәйтеү хәстәре менән янып йәшәй. Төбәктең киләсәгенә ныҡлы ышаныс булғанда ғына, халыҡтың күңеле үҫеүе, рухы нығыуы, ең һыҙғанып донъя көтөүе мөмкин. Шуныһы һөйөндөрә: байрамдарҙа иҫерек кешене осратырмын да кәйеф ҡырылыр тимә. Туйҙар ҙа алкоголле эсемлектәрһеҙ үтә. Әле хәмер магазиндарҙа ла һатылмай.
«Рәсәй» хужалығы игенселектә лә, малсылыҡта ла һынатмаған, уңған һәм эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәре менән хаҡлы ғорурлана. Дәүләт һәм тоҡомсолоҡ заводы ярҙамында Байышта ай ярым эсендә ун йорт ҡалҡып сыҡҡан. Ләкин, һәр төбәктәге кеүек, бында ла кешеләр үҙ проблемалары, хәстәрҙәре менән йәшәй. Мәҫәлән, халыҡҡа фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет кәрәк. Йәмғиәттә лә бөтәһе лә ал да гөл түгел: имен булмаған ете ғаилә иҫәптә тора. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары йыш ҡына уларҙың өйҙәрендә була, ярҙам ҡулы һуҙа.
Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, сәләмәт тормошто пропагандалау яҡшы ойошторолған. Тәмәке тартыуға, эскелеккә кире мөнәсәбәтте белдергән плакаттар, баннерҙар һәр ауылда эленгән. Төрлө йыйындарҙа насар ғәҙәттәрҙең эҙемтәһе хаҡында иҫкәрткән, күптәргә һабаҡ бирерлек видеоматериалдар күрһәтәләр. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдарына, һабантуйҙарға арҙаҡлы шәхестәрҙе, артистарҙы саҡыралар. «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы бындай йөкмәткеле сараларҙы үҙе финанслай.
Ауылда ойошторолған һәр сара халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәүгә, үҫеп килгән быуынды эскелек, наркомания кеүек афәттәрҙән аралап ҡалыуға арналған. Байыштарҙың “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуға теләк белдереүе, һис һүҙһеҙ, маҡтауға лайыҡ.