Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әйҙәүсеһе генә кәрәк
Әйҙәүсеһе генә кәрәк Быйыл Яңы Украинка халҡы “Айыҡ ауыл - 2014” конкурсында ҡатна­шырға теләк белдерҙе. Барлығы һигеҙ милләт вәкилдәре йәшәгән ауылды бергә туплау, уны сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү еңелдән түгел. Халыҡты яҡшы­лыҡ­ҡа һәм яҡты­лыҡҡа, сәләмәт тор­мошҡа әйҙәүсе лидерҙарҙың береһе — шәхси эшҡыуар, Таналыҡ ауыл Советы депутаты Фәрит Күскилдин.

Әйҙәүсеһе генә кәрәкАуылдың киләсәге бар

“Ни өсөн конкурста ҡатнашырға теләк бел­дерҙегеҙ?”, — тигән һорауға Фәрит Йомабай улы: “Ауылды “йәшел йылан” афә­тенән ҡурсалау, бигерәк тә йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа өйрәтеү маҡсатында”, — тип яуапланы.
Яңы Украинкала донъя көтөүсе төрлө милләттәрҙең һәр береһенең үҙ йолаһы, ғөрөф-ғәҙәте бар. Шуға күрә барыһын да бөгөндән үк айыҡ тормошҡа йәлеп итеп булмауы көн кеүек асыҡ. Шуныһы иғти­барға лайыҡ: сәләмәтлек яҡлылар “эске­лек­к­ә ҡаршы көрәштә барлыҡ саралар ҙа яҡшы” тигән хәҡиҡәткә таянып эш итә.
— Иң әсендергәне – ағинәй дәрәжә­һенә еткән ҡайһы бер оло йәштәгеләрҙең дә ”йәшел йылан”ға ылығыуы. Һәр бе­реһе менән айырым һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, һөҙөмтә юҡ түгел. Араларында беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәре лә осрай. Шулай уҡ көмөшкә ҡыуыусылар менән етди һөй­ләштек, ситтән осһоҙ араҡы килтереп һа­тыусыларҙы ҡаты иҫ­кәрт­тек. Һуңғы осорҙа халыҡтың сәләмәт тормошҡа йөҙ бора башлауы һиҙелә. Йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә магазинда спиртлы эсемлек һатылмай. Конкурсҡа ҡушылып, тотош ауылды ай­ны­тырбыҙ, алкоголле эсем­лектәрҙән ваз кистерербеҙ тип уйламайбыҙ, әммә бер нисә ғаиләне эскелек һаҙлығынан тартып алып, кешеләргә айыҡ йәшәүҙең ни тиклем яҡшы булыуын төшөндөрә, йәш быуында сәләмәт тормошҡа һөйөү тәр­­­биәләй алһаҡ, беҙ ыңғай һөҙөмтәләргә өлгә­шәсәкбеҙ, — тине Фәрит Йомабай улы.
Ысынлап та, уның һүҙҙәре менән ки­лешмәү мөмкин түгел. Йыш ҡына бер нисә ғаиләнең тәртип боҙоуы, хәмер ҡол­лоғона төшөүе ауылдың тирә-яҡта фәҡәт насар яҡтан телгә алыныуына сәбәпсе була. Уйлап ҡараһаң, Яңы Украинкала халыҡ дәртле, егәрле, иң мөһиме — йәштәр ауылда ҡала, яңы йорттар һала. Күпселек ир-егет Күскилдиндың шәхси предпри­ятиеһында эшләй. Бөгөн ауылда 58 йортта барлығы 199 кеше йәшәһә, шуларҙың 107-һе эшкә һәләтле.
Быйыл бында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткән, шуға күрә йорт-ихаталар төҙөк, матур. Был эштәрҙең ба­шын­да ла Фәрит Йомабай улының тороуын әйтмәү мөмкин түгел. Шәхси эшҡыуар йыл да ауылдаштары өсөн, Сибай, Өфө артистарын саҡырып, бушлай ҙур концерт ҡуйҙыра. Бының өсөн ауыл клубы эргәһендәге урамға сәхнә эшләнгән, эскәмйәләр ҡуйылған. Ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәй, бы­йыл­ғы төҙөкләндереү эшенә генә эшҡыуарҙың кеҫәһенән 295 мең һумдан ашыу аҡса сыҡҡан. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл­дың төп таянысы ул Фәрит Күскилдин. Шундай ир-уҙамандар барҙа йәмғиәте­беҙҙең яҡты киләсәгенә ышаныс та арта.
Фәрит Йомабай улының ярҙамсылары хаҡында яҙып китеү ҙә урынлы булыр, сөнки ауыл шундай оло яуаплылыҡты үҙ иңенә алған икән, уның һөҙөмтәһе булыуы мөһим. Күмәкләп, бөтә йәмәғәт менән тотонғанда ғына маҡсатҡа өлгәшеү мөмкин. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙар советы (етәк­сеһе — Лиза Түлебаева), ветерандар советы (Килдебай Сөләймәнов), ауыл ста­ростаһы (Мөхәмәт Сирбаев), клуб мө­дире (Сәлимә Арыҫланова) менән берлектә эш алып барыла.

Әйҙәүсеһе генә кәрәкАуылдаштарына, йәштәргә — өлгө

Ауылда күптәргә үрнәк булырлыҡ ке­шеләр байтаҡ. Шуларҙың береһе — Социалистик Хеҙмәт Геройы Килдебай Сө­ләй­мәновтың ғаиләһе. Ҡатыны Зәкиә Байдәүләт ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Герой ауылдаштарының айыҡ тормошҡа йөҙ бороуынан бик ҡәнәғәт.
— Күптән кәрәк ине, — ти хеҙмәт ветераны. – Мин ғүмер буйы колхозда эшлә­нем, балаларҙы үҙ өлгөмдә тәрбиәләнем. Маҡтанып әйтмәйем, әммә ғорурланам: үҙем дә тәмәке тартманым, улдарым да көйрәтмәй. Эскелек менән мауыҡманым, балаларым да спиртлы эсемлектәргә битараф. Һәр кем балаларын, яҡындарын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тейеш. Шул сағында ғына һөҙөмтә буласаҡ. Үҙең рюмка күтәреп, балаларыңа “эсмәгеҙ” тип әйтеүҙән ни фәтүә?
Зәкиә инәй ҙә олатайҙың һүҙҙәрен ҡе­үәтләне. Элек туйҙарҙың аҙна буйы дауам итеүен иҫләп, бөгөн бер кис кенә уҙға­рылыуын хупланы инәй. “Табындарҙа хәҙер кеше бер-береһен ҡыҫтап эсермәй, – тип тә өҫтәне. – Эскелек элекке кеүек көслө түгел, яйлап хәмер өҫтәлдәрҙән юғала башланы. Былай барһа, артабан сәләмәт тормошҡа ынтылыш үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк”.

Әйҙәүсеһе генә кәрәкАлтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы

Яңы Украинка йәштәре ауылда төплә­неүҙе хуп күрә. Шундайҙарҙың береһе — Юлиә менән Вәкил Арыҫ­лановтар. Сәс­кәләй өс ҡыҙ үҫтергән был ғаилә әсәлек капиталына йорттарын ҙурайтҡан, заманса уңайлыҡтар тыуҙырған. Беҙ бар­ғанда Арыҫлановтарҙа шау-гөр ки­леп өмә бара ине: кемдер яңы бураны күтәрһә, икен­селәре өй башына тупраҡ һала. Ғаилә башлығы Күс­килдиндың шәхси хужалығында эшләй, әсә кеше әле­гә декрет ялында. Ауылда төпләнеүҙәренә һис тә үкенмәй улар, киреһенсә, хужалыҡ­тарын тағы ла ҙурайтырға уйлайҙар.
Гөлназ менән Салауат Сөләй­мәнов­тарҙы ла яҡшы яҡтан телгә ала ауылдаштары. Илнур менән Сыңғыҙ исемле ике баһадир тәрбиәләгән ғаилә күптән түгел өр-яңы “Беларусь” тракторы һатып алған. Йорт хужаһы киләһе йылдан ер алып, фермерлыҡ менән шөғөл­ләнергә уйлай, ҡатыны Гөлназ иһә ауылдың башланғыс мәктә­- бендә уҡыта. Балаларға белем биреү менән бер рәттән, ул йортон бағып, мал-тыуарын тәрбиәләргә лә өлгөрә. Ғаилә күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота. Һөт-ҡаймағын баҙарҙа һатып, ғаилә килемен дә арттыра уңған хужабикә.
Иртә таңдан тороп, билде биштән быуып эшкә тотонғандарҙы ғына ауыл үҙ итә, мәрхәмәтен күрһәтә. “Ҡаланы маҡта ла, ауылда тор”, — ти йәштәр. Бәхеттәрен тыуған ерендә тапҡандарға һоҡланырға ғына ҡала.

Әйҙәүсеһе генә кәрәк“Ҡышҡа етерлек, хатта артып ҡаласаҡ”

– тип ҡаршыланы беҙҙе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лиза Түлебаева. Беҙ барғанда, уңған хужабикә ҡыш­ҡылыҡҡа салаттар әҙерләй ине. Уның төрлө-төрлө ризыҡтарын күреп, хайран ҡалдыҡ.
— Байрамдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар менән күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Кемдер ҡул эштәрен алып килһә, икен­селәр төрлө аш-һыу әҙерләй, минең кеүек төрлө ҡай­натма, салат эшләгәндәр ҙә бар. Ни менәндер мәшғүл кешенең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмай, — ти Лиза Мирдәүес ҡыҙы.
Ир эсһә, ярты бәлә, ҡатын эсһә, мең бәлә, ти халыҡ. Лиза Түлебаеваның да маҡсаты — татыу, өлгөлө ғаиләләр тәрбиәләү, балаларҙы етем итмәү.
Бөгөн “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылған Яңы Украинкала йәштәр һәм уҡыусылар өсөн спорт майҙан­сыҡтары төҙөлгән, уларға кәрәкле спорт ҡорамалдары һатып алынған. Төрлө быуын берҙәм булғанда ғына матур тормош өлгөһөнә эйәреп булалыр.
Фәрит Йомабай улының әйтеүенсә, эскелек проб­лемаһын “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып ҡына хәл итеп булмаясағы билдәле. “Әммә беҙ һайлаған ошо юлдан да дөрөҫө, һөҙөмтәлеһе юҡ. “Йә­шел йылан”дың ни тиклем мәкерле икәнлеген төшөн­дөрөп, өлкән­дәребеҙҙе иман юлына баҫтырып, йәш­тә­ребеҙҙе үҙ өлгөбөҙгә эйәртә алһаҡ, эшебеҙҙең бушҡа булмауын аңлаясаҡбыҙ”, — ти ул.
Шуны ла әймәксебеҙ: шәхси эшҡыуар Фәрит Күс­килдиндың бер изге ниәте бар. Ул мәсет төҙөү эшен башламаҡсы. Ауылдаштарын эскелектән арындырып, тәмәкенән ҡотолдорорға йыйынған тынғыһыҙ эшҡыуар­ға, рухлы ир-азаматҡа артабан да уңыштар юлдаш булһын. Изге уйы тормошҡа ашһын, уйла­ғандары ысынбарлыҡҡа әүерелһен. Яңы Украинка “Айыҡ ауыл” республика конкурсында лайыҡлы баһа алыр, матур башланғыстары күптәргә өлгө булыр, тигән ниәттә ҡалайыҡ.



Автор: Кәримә Усманова. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә