Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ижад диңгеҙен гиҙеүсе
Ижад диңгеҙен гиҙеүсе
Өлкән кластарҙа уҡығанда ул “Оксана” тип аталған тәүге йырын яҙа. Артабан егет башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бер-бер артлы йырҙар ижад итә башлай. Төрлө музыка ҡоралдары – баян, ҡурай, гитара, ҡу­мыҙ, думбыра, мандолина ла – уның илһам ҡеүәтенә буйһона. Һүҙем – Хәйбулла райо­нында йәшәгән һәүәҫкәр композитор Венер Салауатов хаҡында.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында музыка уҡытыусыһы, мәҙәни саралар ойоштороусы һөнәренә уҡығандан һуң, йәш белгес ҡаланың 7-се мәктәбендә эш башлай. Әммә күпме­лер ваҡыт үткәс, яҙмыш ҡушыуы буйынса ул, тыуған районына ҡайтып, тәүҙә Йомабай Иҫәнбаев исе­мендәге музыка мәктәбенә – баян класы буйынса уҡытыусы, унан Аҡъярҙағы 1-се мәктәпкә музыка уҡытыусыһы булып урынлаша. Балаларҙы сихри моң иленең серҙәренә төшөндөрөп, уларҙа музыкаль зауыҡ, сәнғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.
2001 йылда Венер Марс улы Балалар ижады йортона эшкә күсеп, әлеге көнгә тиклем шунда вокал буйынса уҡытыусы булып хеҙмәт итә. Балаларҙың му­зы­каль һәләтен асыҡлап, уларҙы үҫтереп, ни­сәмә уҡыусыға ҡанат ҡуя ул! Ижад йортонда шөғөл­ләнгәндәр район, республика, халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар, дипломдар яулай. Мәҫәлән, быйыл уҡыусылары III “Яңы бе­йек­лектәр” халыҡ-ара конкурс-фестиваленең финалына сығып, Туапсе ҡалаһында үткән “Иң яҡ­шы­­ларҙың-яҡшылары” проектында беренсе урынға лайыҡ була.
– Беҙҙең район – таланттарға бай төбәк, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Венер Салауатов. – Данлыҡлы ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла менән Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Ишморат Илбә­ков һәм башҡа танылған шәхестәребеҙ Хәйбулланың киң далаларында тыуып үҫкән. Бөгөн­гө йәштәр ҙә һынатмай, төрлө өлкәлә үҙ мөмкин­лектәрен ҡул­ланып, райондың данын яҡлай. Әммә уларға ярҙам итергә кәрәк. Һәләтле балаларҙың мөмкинлектәрен үҫтереү, эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеү, иң-иңдәрен оло сәхнәгә сығарыу өсөн, әлбиттә, дәүләт тарафынан иғтибар бүленергә тейеш.
Ҡар аҫтынан морон төртөп сыҡҡан умырзая кеүек, күңелендә ижад ҡомары бөрөләнгән балалар өсөн шулай борсола уҡытыусы. Ысынлап та, илһам ҡошо ҡунған күңелдең һыуыныуына юл ҡуйырға яра­майҙыр...
Сибайҙа эшләгән ваҡытта уҡ һәүәҫкәр композитор ҡала филармонияһы өсөн бейеү көйҙәре ижад итә. Әлеге ваҡытта уҡыусылары өсөн йырҙар сығара, шулай уҡ заказ буйынса ла эшләй. Һүҙҙәрен дә күпселек осраҡта үҙе яҙа. Тыуған яҡ, тәбиғәт, ту­ғанлыҡ, дуҫлыҡ – темалар төрлө. Һәләтле кешенең ижади мөмкинлектәре лә сикһеҙ кеүек: ниндәй генә музыка ҡоралында уйнамай ул! Баян менән алты йәшендә үк дуҫлашҡан малай, моңло төймәләргә баҫып, көндәр буйы йыр-моң илен гиҙер булған. Бындай һәләт уға атаһынан күскән. Марс Мөжәүир улы заманында шәп баянсы, бейеүсе, йырсы булған.
1999 йылда сәмле ижад­сы райондың бил­дәле “Рух” төркөмө составына инә. Йырҙар авторы ғына түгел, солист бу­лараҡ та сығыш яһай. Йыр баш­ҡарыуҙа ла уңыш­тарға өлгәшә Венер. Район, республика, төбәк-ара конкурс­тарҙа ҡат­на­шып, дип­ломант, лау­реат исемдәренә ла­йыҡ була. “Ирәндек моңдары”, “Гәл­сәр һан­дуғас”, “Ҡурай байрамы” бәйгеләрендә ҡат­нашыу, республика делегацияһы сос­тавында Төркиәнең Ис­­тан­бул, Казантип, Ха­тай ҡалаларында сы­ғыш яһау йырсы күңелендә айырыуса сағыу тәьҫо­раттар ҡалдыра.
Бынан тыш, ул ҡу­райсы, баянсы булараҡ та төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. 2011 йылда Хәйбуллала үткән “Уйна, гармун!” конкурс-фестивалендә Гран-при яу­лай. Әйткәндәй, ра­йон­дың гармунсылар ансамбле етәксеһе лә ул.
Һөйөклө ҡатынына ба­ғышланған “Гөлиәм” йы­рын иң уңышлы ижад емеше тип иҫәпләй Венер Марс улы. Ул йырсының визит карточкаһына ла әйләнгән. Ғаиләгә килгәндә, Салауатовтар бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Илсаф быйыл ун беренсе класты тамамлап, Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында менеджмент һөнәре буйынса белем ала. Альбина алтынсы класта уҡый, ә бәләкәй ҡыҙҙары Сәлимә балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡатыны Гөлиә мәктәптә башлан­ғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй.
– Донъяла минең өсөн иң ҡәҙерлеһе – ғаиләм, – тип һөйләне бәхетле атай. – Балалар, туғандар иҫән-һау булһа, эштә лә, ижадта ла барыһы ла көйлө барасаҡ.
Әңгәмәсемдән тормошта ниндәй девиз менән йәшәүе хаҡында һорағас, ул һис икеләнмәй “Халҡым өсөн!” тип яуапланы. Йәш быуын вәкил­дәренә башҡорт телендә йырҙар өйрәтеп, үҙе лә ватан­сылыҡ, дуҫлыҡ темаларына ижад итеп, ул халҡы­быҙҙың мәҙәниәтен, моңон үҫтереүгә, ҡотон һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге өсөн дә борсола.
– Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Әлбиттә, еңел юл булмай, һәр нәмәгә ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ аша өлгәшелә. Шулай ҙа балаларыбыҙҙың киләсәге матур булһын тиһәк, халыҡ хазинаһына таянып йәшәргә, уны ҡәҙерләргә һәм үҫтерергә тейешбеҙ, – тине ул.





Автор: Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә