Өлкән кластарҙа уҡығанда ул “Оксана” тип аталған тәүге йырын яҙа. Артабан егет башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бер-бер артлы йырҙар ижад итә башлай. Төрлө музыка ҡоралдары – баян, ҡурай, гитара, ҡумыҙ, думбыра, мандолина ла – уның илһам ҡеүәтенә буйһона. Һүҙем – Хәйбулла районында йәшәгән һәүәҫкәр композитор Венер Салауатов хаҡында.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында музыка уҡытыусыһы, мәҙәни саралар ойоштороусы һөнәренә уҡығандан һуң, йәш белгес ҡаланың 7-се мәктәбендә эш башлай. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс, яҙмыш ҡушыуы буйынса ул, тыуған районына ҡайтып, тәүҙә Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музыка мәктәбенә – баян класы буйынса уҡытыусы, унан Аҡъярҙағы 1-се мәктәпкә музыка уҡытыусыһы булып урынлаша. Балаларҙы сихри моң иленең серҙәренә төшөндөрөп, уларҙа музыкаль зауыҡ, сәнғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.
2001 йылда Венер Марс улы Балалар ижады йортона эшкә күсеп, әлеге көнгә тиклем шунда вокал буйынса уҡытыусы булып хеҙмәт итә. Балаларҙың музыкаль һәләтен асыҡлап, уларҙы үҫтереп, нисәмә уҡыусыға ҡанат ҡуя ул! Ижад йортонда шөғөлләнгәндәр район, республика, халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар, дипломдар яулай. Мәҫәлән, быйыл уҡыусылары III “Яңы бейеклектәр” халыҡ-ара конкурс-фестиваленең финалына сығып, Туапсе ҡалаһында үткән “Иң яҡшыларҙың-яҡшылары” проектында беренсе урынға лайыҡ була.
– Беҙҙең район – таланттарға бай төбәк, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Венер Салауатов. – Данлыҡлы ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла менән Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Ишморат Илбәков һәм башҡа танылған шәхестәребеҙ Хәйбулланың киң далаларында тыуып үҫкән. Бөгөнгө йәштәр ҙә һынатмай, төрлө өлкәлә үҙ мөмкинлектәрен ҡулланып, райондың данын яҡлай. Әммә уларға ярҙам итергә кәрәк. Һәләтле балаларҙың мөмкинлектәрен үҫтереү, эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеү, иң-иңдәрен оло сәхнәгә сығарыу өсөн, әлбиттә, дәүләт тарафынан иғтибар бүленергә тейеш.
Ҡар аҫтынан морон төртөп сыҡҡан умырзая кеүек, күңелендә ижад ҡомары бөрөләнгән балалар өсөн шулай борсола уҡытыусы. Ысынлап та, илһам ҡошо ҡунған күңелдең һыуыныуына юл ҡуйырға ярамайҙыр...
Сибайҙа эшләгән ваҡытта уҡ һәүәҫкәр композитор ҡала филармонияһы өсөн бейеү көйҙәре ижад итә. Әлеге ваҡытта уҡыусылары өсөн йырҙар сығара, шулай уҡ заказ буйынса ла эшләй. Һүҙҙәрен дә күпселек осраҡта үҙе яҙа. Тыуған яҡ, тәбиғәт, туғанлыҡ, дуҫлыҡ – темалар төрлө. Һәләтле кешенең ижади мөмкинлектәре лә сикһеҙ кеүек: ниндәй генә музыка ҡоралында уйнамай ул! Баян менән алты йәшендә үк дуҫлашҡан малай, моңло төймәләргә баҫып, көндәр буйы йыр-моң илен гиҙер булған. Бындай һәләт уға атаһынан күскән. Марс Мөжәүир улы заманында шәп баянсы, бейеүсе, йырсы булған.
1999 йылда сәмле ижадсы райондың билдәле “Рух” төркөмө составына инә. Йырҙар авторы ғына түгел, солист булараҡ та сығыш яһай. Йыр башҡарыуҙа ла уңыштарға өлгәшә Венер. Район, республика, төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашып, дипломант, лауреат исемдәренә лайыҡ була. “Ирәндек моңдары”, “Гәлсәр һандуғас”, “Ҡурай байрамы” бәйгеләрендә ҡатнашыу, республика делегацияһы составында Төркиәнең Истанбул, Казантип, Хатай ҡалаларында сығыш яһау йырсы күңелендә айырыуса сағыу тәьҫораттар ҡалдыра.
Бынан тыш, ул ҡурайсы, баянсы булараҡ та төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. 2011 йылда Хәйбуллала үткән “Уйна, гармун!” конкурс-фестивалендә Гран-при яулай. Әйткәндәй, райондың гармунсылар ансамбле етәксеһе лә ул.
Һөйөклө ҡатынына бағышланған “Гөлиәм” йырын иң уңышлы ижад емеше тип иҫәпләй Венер Марс улы. Ул йырсының визит карточкаһына ла әйләнгән. Ғаиләгә килгәндә, Салауатовтар бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Илсаф быйыл ун беренсе класты тамамлап, Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында менеджмент һөнәре буйынса белем ала. Альбина алтынсы класта уҡый, ә бәләкәй ҡыҙҙары Сәлимә балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡатыны Гөлиә мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй.
– Донъяла минең өсөн иң ҡәҙерлеһе – ғаиләм, – тип һөйләне бәхетле атай. – Балалар, туғандар иҫән-һау булһа, эштә лә, ижадта ла барыһы ла көйлө барасаҡ.
Әңгәмәсемдән тормошта ниндәй девиз менән йәшәүе хаҡында һорағас, ул һис икеләнмәй “Халҡым өсөн!” тип яуапланы. Йәш быуын вәкилдәренә башҡорт телендә йырҙар өйрәтеп, үҙе лә ватансылыҡ, дуҫлыҡ темаларына ижад итеп, ул халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, моңон үҫтереүгә, ҡотон һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге өсөн дә борсола.
– Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Әлбиттә, еңел юл булмай, һәр нәмәгә ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ аша өлгәшелә. Шулай ҙа балаларыбыҙҙың киләсәге матур булһын тиһәк, халыҡ хазинаһына таянып йәшәргә, уны ҡәҙерләргә һәм үҫтерергә тейешбеҙ, – тине ул.