Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мин янырмын һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр!”
“Мин янырмын һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр!” Ғүмер ағын һыу икән

— Мостафа ағай, бер осраш­ҡанда Һеҙ Михаил Дудин тура­һында байтаҡ һөйләп таш­­ла­­ғай­нығыҙ. Шул уҡ ваҡытта күңе­легеҙ ғүмер баҡый Кавказ тау­­ҙа­рына тартылды ла торҙо.
— Донъя сигендә ятҡан Ҡаф тауы аръяғында дейеүҙәр, ен-бәрейҙәр йәшәгән, тип өркөтә торғайнылар. Бик алыҫ та бит ул — Ҡаф тауы. Үҙебеҙсә итеп йөрөтөлгән Кавказ менән минең яҙмышым, ижадым, һөйөнөстәрем һәм көйөнөстәрем тығыҙ бәйләнгән. Бөйөк Шекспир: ”Кавказ — Ерҙең ҡаты усындағы янар ҡуҙ ул”, — тигән. Мин дә шул ҡуҙҙы һәр даим йөрәгемдә йөрөттөм. Ләкин ул бер ваҡытта ла дошманлыҡ уты булманы.
1947 йылдың апрелендә беҙҙе йәш яҙыусыларҙың беренсе Бөтә Союз кәңәшмәһенә йыйып алғайнылар. Ул кәңәшмә минең быуындың күп кенә шағир һәм прозаиктары өсөн үҙенә күрә лицей һымағыраҡ булды, беҙҙе ғүмер­леккә беректерҙе. Иң тәүге көндә, секция етәксеһе Семен Липкинды көткән саҡта, етеме, һигеҙме кеше, бер-беребеҙ менән таныша башланыҡ: Геворг Эмин, Рәсүл Ғам­затов, Галина Шергова, Шукурулло, Вероника Тушнова. Ә тәҙрә яңағына һөйәлеп, буйсан, шаҙрараҡ йөҙлө, аяҙ күктәй зәңгәр күҙле егет баҫып тора. Эре шаҡмаҡлы һоро кос­тюм кейгән. “Мин Дудин булам, — тип иң һуңғы булып үҙен таныштырҙы ул. — Ниңә мине бында саҡыр­ғандарҙыр, аңла­майым. Миңә утыҙ йәш бит инде”, — тине ул беҙгә, 22-27 йәштәгеләргә, ҡарап.
Шиғырҙарын хәтерләй алмаһам да, был исем миңә таныш ине. Һүҙ ың­ғайында әйтәйем, кәңәшмәлә ҡатнаш­ҡандарҙан мин Алексей Недогоновты ғына яҡындан белә инем — Еңеү көнөнә ҡәҙәр фронт юлдарын байтаҡ бергә тапаныҡ.
Юҡ, Семен Гудзенко менән утлы-төтөнлө Будапештта осрашҡайныҡ. Хәҙер килеп Мәскәүҙә тап булышҡас, үҙебеҙҙе шиғриәт кенә түгел, бәлки һуғыш яҡынайтҡанын да аңланыҡ. Ысынлап та иң алда һуғыштыр әле. Бер-беребеҙҙе белмәһәк тә, бар­лығыбыҙҙы, эргәлә генә булыуы­быҙҙы һиҙеп йөрөгәнбеҙ. Михаил Луконин менән Сергей Наровчатов, Александр Яшин менән Реваз Маргиани, Олесь Гончар менән Владимир Тендряков, Александр Межиров менән Платон Воронько... Беҙҙең айырым-айырым бөрө­ләнгән дуҫлы­ғыбыҙға һуғыш фатиха бирһә, шиғриәт уға ҡанат өҫтәне.
Әлеге кәңәшмәлә мин үҙемде Талант байрамындағы кеүек хис иттем. Эмин шиғырҙарының гәүһәрҙәре, Ғамзатов­тың йәшләй өлгөргән оло­лоғо...
— Кавказ әҙәбиәте һәм әҙиптәре Һеҙҙең тормошҡа шулай килеп ингәндер.
— Йөрәгеңә мөхәббәттең ни мәлдә һәм ҡайһы юлдар менән юл табыуын нисек белмәк кәрәк! Бына мин Рәсүл Ғамзатов китаптарын йәнә ҡулға алам һәм уның ғәжәпләнерлек сағыу, ҡай­нап торған тормошо күҙ алдымдан үтә. Ә Рәсүл тормошо яныу һәм уп­ҡынға осоу, хафаланыуҙар һәм кеше­ләрҙең хәстәр-хәсрәттә­ре­нән тора. Илһам ҡошоноң ҡанаттары уның ша­ғир­лыҡ һәләтен иртә уятты. Дағ­стандың халыҡ шағиры Ғамзат Ца­да­саның уртансы улы атаһы һуҡмағын иртәрәк тапты. Дөрөҫөрәге — үҙ юлына төштө. Ә ул ниндәй юл!
Ҡайһы бер ҙур таланттар теге йәки был әҙәбиәттә оло шағир булып китә, бүтәндәр иһә халҡында, илен­дә, донъяла ҙур йәки хатта бөйөк булып танылыу ала. Әгәр тәүгелә­ренә: “Шиғыр­ҙарымда һинең йәнең бармы?” — тип һорарға башына килһә, үҙҙә­ренең дә йәне тере булыр ине. Икен­селәр халыҡтың йәненә ышана, уның менән бергәләп ҡыуана ла, көйөнә лә. Улай ғына ла түгел, халыҡ күңеле менән шағир бәхәскә инә, уның камиллашыуы һәм юғарғы идеалдары ха­ҡына бәхәс­ләшә. Рәсүл Ғамзатов шун­дайҙар иҫәбенә инә.
Күп телле Дағстанын үҙе өсөн асып, ул уны бөтәбеҙ өсөн дә асты: “Беҙҙең тормошобоҙҙа һәм асылы­быҙҙа булған бар матур һәм фә­һемле нәмә — һеҙҙеке!” Бүтәндәр быны осраҡлы ғына бүләк итеп түгел, ә үҙ хазинаһы рәүешендә ҡабул ҡылды. Бына ошо саҡта инде милли шағир кешелек йырсыһына әүерелә.
Пушкин тураһында уйлағанда, беҙ уның рус булыуын онотоп та ҡуябыҙ. Ул тотош донъяны асҡан Пушкин ғына. Ул — һинеке! Үҙ халҡыңды асмай, уға һоҡланмай һәм уның характерын художестволы кәүҙә­лән­дер­мәй тороп, милли әҙәбиәт бар­лыҡҡа килде тип әйтеп булмай. Дағстан халыҡтары әҙәбиәттәре, беренсе нәүбәттә гүзәл авар шиғри­ә­те ҡанат нығытыуҙа Рә­сүл Ғам­затов­тың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Уҙған дәүерҙең бөйөк оҫталары­нан беҙ һабаҡты аңлы рәүештә алабыҙ, ә маһир замандаштарыбыҙ беҙҙе телә­һәк-теләмәһәк тә өйрәтә. Һабаҡ биреү­ҙәрен үҙҙәре лә һиҙмәй. Рәсүл Ғамзатов һәм уның шиғриәте булыу­ҙан таяныс, йыуаныс табып йәшәү­селәрҙең береһе мин.
— Ҡайсын Кулиев Һеҙгә Чегем шарлауығын бүләк иткән, тиҙәр...
— Ҡабарҙа, Балҡар илдәрендә миңә күп мәртәбә булыу форсаты тейҙе. Бында ла, беҙҙәге һымаҡ, зәң­гәр күк зәңгәр күлдәрҙә ҡойона, ҡая күк­рәктәренән, нурҙарға мансылып, шар­лауыҡтар урғыла, упҡын ситенән үткән тар һуҡмаҡтар һине ҡар ятҡан су­саҡтарға әйҙәй.
Әле лә Ҡайсынды Чегем шарла­уығы эргәһендә күрәм. Мәңге һүнмәҫ йәйғор ҡаялар араһына күпер булып ятҡан геүләү аша Ҡайсындың тауышын ишетәм:
— Һиңә ошо шарлауыҡты бүләк итәм!
Мин, уйламай, шаяртам:
— Төр әләйһә!
— Аңламаның. Һиңә уны Пушкин шиғырҙары, Бетховен музыкаһы, Робертино Лоретти йырҙары һымаҡ бүләк итәм. Йөрәгең менән ҡабул ит, еремдең бөйөк гүзәллеген алып кит!
Үҙем дә көтмәгәндә, шарлауыҡ геү­ләүе йөрәгемә ярып ингәнен той­ғандай булам. Ул — минеке, тау­ҙар, улар өҫтөндәге аҡ ҡанатлы болоттар ҙа минеке һымаҡ. Бына шулай бүләк итте лә ҡуйҙы.
Сандыр ғына кәүҙәле, сибек кенә әсәләрҙең дә баһадир улдар табыуы ғәжәп түгел. Уларҙа ла шундай уҡ йөрәк, күкрәк һөтө лә бүтән әсәләрҙеке кеүек үк. Бәләкәй, ләкин көслө балҡар халҡы донъяға оло шағирҙы, аҡыл эйәһе Кязимдың лайыҡлы вариҫын бүләк итте.
Исемдәрен теге йәки был милли шиғриәттә беренсе итеп әйткән шағир­ҙар була, милләттә беренсе тигән шағирҙар бар. Ысын шағирҙың ижадын уның ватандаштарының фекерен һүҙ менән әйтеү тип атарға ла ярай­ҙыр. Ҙур шағирҙарҙың яҙмышы оло йылғаларҙың яҙмышына оҡшаш. Яр­ҙа­рынан киңерәк йәйелгән һайын, улар үҙҙәренә ҡу­шылдыҡ һыуҙарҙы ла күберәк ала. Шул уҡ ваҡытта улар исеме менән дә, һыуының тәме менән дә әлеге йылға булып ҡала.


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә