Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Кәкүк” атайҙар эҙенән
“Кәкүк” атайҙар эҙенән
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бойороғона ярашлы, балаларына алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән атай-әсәйҙәрҙән тейешле аҡсаны юллап алыу маҡсатында район суд приставтары махсус рейдтар уҙғара. Күптән түгел суд приставы-башҡарыусы Флүзә Зөлҡәрнәева, суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеү буйынса суд приставы Дамир Фәхретдинов менән ошондай сараларҙың береһендә район гәзиттәре хәбәрселәре лә ҡатнашты. Ул Табын, Бурлы, Еҙем-Ҡаран ауыл Советтарына ҡараған Павловка, Бурлы, Байымбәт, Үзбәк ауылдарында үтте.

Рейд барышында Ф. Зөлҡәр­нәева тиҫтәгә яҡын башҡарыу эше буйынса бурыслыларҙың йәшәгән урындарын йөрөп тикшереп сыҡты. Уларҙың күп­селеге эшһеҙ, ата-әсәһенең елкәһендә көн күреүселәр ҙә бар. Араларында атайҙарҙың ғына түгел, балаларын ҡара­май, уларҙы хәмергә алыш­тыр­ған әсәйҙәрҙең булыуы үтә аяныслы. Ундайҙарҙан балалары тартып алынып, үҙҙәре суд тарафынан ата-әсәлек хо­ҡуғынан мәхрүм ителә. Ҡаҙна учреждениеларында тәр­биә­ләнгән сабыйҙарын аҫрауға алимент түләргә тейеш булып та, бынан ҡасып йөрөгәндәр юҡ түгел. Эсеүҙән тыйылып, тәүбәгә килеп, балаларын кире ҡайтарыр юлдарын эҙләйһе лә бит…
Рейд Павловка ауылынан башланды. Бында йәшәгән Р.М.-ды суд приставтары күп­тән эҙләгән. Был юлы уның өйҙә ваҡытына тура килделәр. Ул ҡатыны менән 2003 йылда айырылышҡан. 11 йәшлек ҡы­ҙы­на ярҙам итеп торған, әммә эшһеҙ ҡалыу сәбәпле, алимент түләүҙе туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә байтаҡ бурысы йыйылған. Яңынан ғаилә ҡорған, бере­һенән-береһе бәләкәйерәк бер ҡыҙы, ике улы бар. Биш кеше өсөн ҡыҫыҡ булған өйҙә затлы әйбер юҡ, матур-матур уйын­сыҡтар ҙа күренмәй. Уның ҡарауы, ғаилә башлығының ихатала балалары өсөн күҙҙең яуын алырлыҡ уйын май­ҙан­сығы эшләүе һоҡланыу тойғоһо уятты.
Беҙ бында булған арала автомашинала уның тәүге ҡатыны ла килеп етте. Мохтаж йәшәгәнгә оҡшамаһа ла, ул алименттың ай һайын килеп тороуын талап итте. Суд приставтары М.-дың һыуытҡысын, балаҫын «ҡулға төшөрөү» хаҡында акт төҙөнө. Йыйылған бурысын тиҙ арала түләмәгән осраҡта, был мөлкәт һатылып, аҡсаһы элекке ҡатынына алимент иҫәбенә тапшырыласаҡ.
Бурлы ауылында йәшәгән Н.Ф. ҡатыны менән алты йыл элек айырылышҡан. Ул 2006 йылғы ҡыҙына эш хаҡының 1/4 өлөшөн түләп барырға тейеш. Шөғөлө юҡлыҡҡа һылтанған был иргә Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә барырға ҡушылды. Эшһеҙлек алимент түләүҙән азат итә тигәнде аңлатмай. Суд приставы уға хәленән килгәнсә ай һайын әҙләп кенә булһа ла ҡыҙына ярҙам итергә кәңәш бирҙе.
Бурлы ауылында йәшәгән Г.К. менән Еҙем-Ҡаран ауылынан Ф.М. икенсегә никахҡа инеп, 2012 йылда ҡыҙҙары тыуа. Әммә, оҙаҡ та үтмәй, ғаилә тарҡала. Ф.М. һуңғы тапҡыр июндә ҡыҙына 500 һум аҡса биргән. Был осраҡта ҡатынға баланың атаһы алимент түләмәй тип яр һалырға кәрәкмәй. Уның ниндәй генә эше булһа ла, килеп ярҙам­лашып китә икән.
Бер ыңғайҙан «Урожай» йәмғиәте идараһына ла һуғы­лып, бында эшләгән алимент түләүселәрҙең хеҙмәт хаҡынан тотолған аҡсаның балалары иҫәбенә үҙ ваҡытында күсереп барылыу-барылмауы менән ҡы­ҙыҡһындыҡ. Р.З.-ның, М.Д.-ның, Р.М.-дың, Р.Б.-ның балаларына алимент аҡсала­рын тотҡарлыҡһыҙ күсергән хужа­лыҡ етәкселеге маҡтауға ла­йыҡ.
Ә бына Байымбәт ауылынан Ғ.М. алимент түләргә уйламай. Нисек кенә булмаһын, балаһы бәлиғ булғанға тиклем ул бурысын ҡапларға тейеш. Үзбәк ауылында иһә «Ағиҙел» йәм­ғиә­те идараһында алимент­сыларҙың ғаиләләренә әй­­­бер­­­ләтә, игенләтә түләүҙәре хаҡында мәғлүмәт бирҙеләр.
Суд приставы-башҡарыусы Ф. Зөлҡәрнәева алиментсы­ларҙың һәр ҡайһыһына бил­дәләнгән көнгә Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә һәм район суд приставтары хеҙ­мәтенә мотлаҡ килергә, шулай уҡ алимент түләгән осраҡта — квитанцияларын, ҡулдарына аҡса биргәндә расписка ҡағы­ҙын күрһәтергә кәрәклеген аңлатты.
Был рейд барышындағы һөй­­ләшеү атайҙарҙың һәр бе­реһен уйланырға мәжбүр ит­кән­дер. Сит балалар түгел бит, үҙҙәренеке!


Автор: Индира ӘЛИБАЕВА. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә