Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бойороғона ярашлы, балаларына алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән атай-әсәйҙәрҙән тейешле аҡсаны юллап алыу маҡсатында район суд приставтары махсус рейдтар уҙғара. Күптән түгел суд приставы-башҡарыусы Флүзә Зөлҡәрнәева, суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеү буйынса суд приставы Дамир Фәхретдинов менән ошондай сараларҙың береһендә район гәзиттәре хәбәрселәре лә ҡатнашты. Ул Табын, Бурлы, Еҙем-Ҡаран ауыл Советтарына ҡараған Павловка, Бурлы, Байымбәт, Үзбәк ауылдарында үтте.
Рейд барышында Ф. Зөлҡәрнәева тиҫтәгә яҡын башҡарыу эше буйынса бурыслыларҙың йәшәгән урындарын йөрөп тикшереп сыҡты. Уларҙың күпселеге эшһеҙ, ата-әсәһенең елкәһендә көн күреүселәр ҙә бар. Араларында атайҙарҙың ғына түгел, балаларын ҡарамай, уларҙы хәмергә алыштырған әсәйҙәрҙең булыуы үтә аяныслы. Ундайҙарҙан балалары тартып алынып, үҙҙәре суд тарафынан ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә. Ҡаҙна учреждениеларында тәрбиәләнгән сабыйҙарын аҫрауға алимент түләргә тейеш булып та, бынан ҡасып йөрөгәндәр юҡ түгел. Эсеүҙән тыйылып, тәүбәгә килеп, балаларын кире ҡайтарыр юлдарын эҙләйһе лә бит…
Рейд Павловка ауылынан башланды. Бында йәшәгән Р.М.-ды суд приставтары күптән эҙләгән. Был юлы уның өйҙә ваҡытына тура килделәр. Ул ҡатыны менән 2003 йылда айырылышҡан. 11 йәшлек ҡыҙына ярҙам итеп торған, әммә эшһеҙ ҡалыу сәбәпле, алимент түләүҙе туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә байтаҡ бурысы йыйылған. Яңынан ғаилә ҡорған, береһенән-береһе бәләкәйерәк бер ҡыҙы, ике улы бар. Биш кеше өсөн ҡыҫыҡ булған өйҙә затлы әйбер юҡ, матур-матур уйынсыҡтар ҙа күренмәй. Уның ҡарауы, ғаилә башлығының ихатала балалары өсөн күҙҙең яуын алырлыҡ уйын майҙансығы эшләүе һоҡланыу тойғоһо уятты.
Беҙ бында булған арала автомашинала уның тәүге ҡатыны ла килеп етте. Мохтаж йәшәгәнгә оҡшамаһа ла, ул алименттың ай һайын килеп тороуын талап итте. Суд приставтары М.-дың һыуытҡысын, балаҫын «ҡулға төшөрөү» хаҡында акт төҙөнө. Йыйылған бурысын тиҙ арала түләмәгән осраҡта, был мөлкәт һатылып, аҡсаһы элекке ҡатынына алимент иҫәбенә тапшырыласаҡ.
Бурлы ауылында йәшәгән Н.Ф. ҡатыны менән алты йыл элек айырылышҡан. Ул 2006 йылғы ҡыҙына эш хаҡының 1/4 өлөшөн түләп барырға тейеш. Шөғөлө юҡлыҡҡа һылтанған был иргә Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә барырға ҡушылды. Эшһеҙлек алимент түләүҙән азат итә тигәнде аңлатмай. Суд приставы уға хәленән килгәнсә ай һайын әҙләп кенә булһа ла ҡыҙына ярҙам итергә кәңәш бирҙе.
Бурлы ауылында йәшәгән Г.К. менән Еҙем-Ҡаран ауылынан Ф.М. икенсегә никахҡа инеп, 2012 йылда ҡыҙҙары тыуа. Әммә, оҙаҡ та үтмәй, ғаилә тарҡала. Ф.М. һуңғы тапҡыр июндә ҡыҙына 500 һум аҡса биргән. Был осраҡта ҡатынға баланың атаһы алимент түләмәй тип яр һалырға кәрәкмәй. Уның ниндәй генә эше булһа ла, килеп ярҙамлашып китә икән.
Бер ыңғайҙан «Урожай» йәмғиәте идараһына ла һуғылып, бында эшләгән алимент түләүселәрҙең хеҙмәт хаҡынан тотолған аҡсаның балалары иҫәбенә үҙ ваҡытында күсереп барылыу-барылмауы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Р.З.-ның, М.Д.-ның, Р.М.-дың, Р.Б.-ның балаларына алимент аҡсаларын тотҡарлыҡһыҙ күсергән хужалыҡ етәкселеге маҡтауға лайыҡ.
Ә бына Байымбәт ауылынан Ғ.М. алимент түләргә уйламай. Нисек кенә булмаһын, балаһы бәлиғ булғанға тиклем ул бурысын ҡапларға тейеш. Үзбәк ауылында иһә «Ағиҙел» йәмғиәте идараһында алиментсыларҙың ғаиләләренә әйберләтә, игенләтә түләүҙәре хаҡында мәғлүмәт бирҙеләр.
Суд приставы-башҡарыусы Ф. Зөлҡәрнәева алиментсыларҙың һәр ҡайһыһына билдәләнгән көнгә Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә һәм район суд приставтары хеҙмәтенә мотлаҡ килергә, шулай уҡ алимент түләгән осраҡта — квитанцияларын, ҡулдарына аҡса биргәндә расписка ҡағыҙын күрһәтергә кәрәклеген аңлатты.
Был рейд барышындағы һөйләшеү атайҙарҙың һәр береһен уйланырға мәжбүр иткәндер. Сит балалар түгел бит, үҙҙәренеке!