Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милли мәсьәлә менән шаярмайыҡ
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе, ил Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың икенсе программа мәҡәләһе милли мәсьәләгә арналғайны. Уны йәмғиәттә, айырыуса милли республикаларҙа төрлөсә ҡабул иттеләр. Беҙ ҙә ошо мәҡәлә буйынса ғалимдарҙың һәм милли ойошмалар вәкилдәренең фекерҙәрен уртаҡлашыуын һораныҡ.

Румил АҘНАБАЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары:
— Ниһайәт, милли мәсьәлә буйынса тәҡдимдәребеҙҙе иң юғары кимәлдә лә ишеттеләр. Был мәҡәләлә беҙҙең барлыҡ проблемалар аҙағына тиклем асылып бөтмәһә лә, иң мөһиме — эш башланды. Рәсәй — күп милләтле дәүләт. Беҙ уның ҡанаты аҫтында татыу йәшәргә, һәр халыҡ үҙ милләтен, мәҙәниәтен, телен һаҡлай һәм үҫтерә алырға тейеш. Әлеге мәҡәләнең килеп сығыуына шатмын, Владимир Путинды яҡларға саҡырам.

Тимофей АЗАРОВ, Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе:
— Элек илдә был мәсьәләгә иғтибар ителмәне, һәм Владимир Путиндың быны таныуы хөрмәткә лайыҡ. Милли мәсьәләнең ни тиклем киҫкен тороуын армия эштәре менән шөғөлләнгәндә үҙ елкәмдә татыным. Тап ошо көнүҙәк мәсьәләнең ваҡытлы күтәрелеүе дөрөҫ. Федераль кимәлдә шөғөлләнеүсе орган булдырыу кәрәк тигән фекер ҙә бик урынлы. Әммә милли мәсьәләне чиновниктарға тотторорға ярамай. Әлеге ваҡытта бының менән Төбәктәрҙе үҫтереү министрлығы шөғөлләнә — был һис тә дөрөҫ түгел. Милли мәсьәлә менән шаярырға, уйнарға ярамай. Уны йәмәғәт ойошмалары ғалимдар менән берлектә хәл итергә тейеш.

Илгиз СОЛТАНМОРАТОВ, Башҡортостан Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры, социология фәндәре кандидаты:
— Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путиндың икенсе программа сығышының тап милли мәсьәләгә арналыуы тәрән символик мәғәнәгә эйә. Тәүгеһендә ул тышҡы сәйәсәт буйынса фекерҙәрен әйтһә, әлегеһе Рәсәйҙең эсендәге хәл-ваҡиғаларға һәм уның “умыртҡа һөйәге” — милли мәсьәләгә ҡағыла. Милләттәр эштәре менән шөғөлләнеүсе министрлыҡ кеүек органды тергеҙеү – көнүҙәк мәсьәлә. Бындай структура мотлаҡ булырға тейеш. Владимир Владимирович уны дәүләт һәм гражданлыҡ йәмғиәте менән берлектә булдырырға теләй. Тимәк, унда йәмәғәтселек вәкилдәре, милли-мәҙәни үҙәктәр ҙә ҡатнашасаҡ. Минеңсә, бик дөрөҫ аҙым. Ҡайһы бер бәхәсле урындары булыуға ҡарамаҫтан, мәҡәләлә Владимир Путин заманса Рәсәйҙә милли мәсьәләне бер бөтөн итеп күрһәтә. Мәҡәлә ғилми мөхиттә йылдар дауамында барған бәхәстәрҙе лә, милли-мәҙәни үҙәктәрҙең кәйефен дә, сит ил тәжрибәһен һәм Рәсәйҙең тарихын да күҙ уңында тотоп яҙылған.

Азат БЕРДИН, Башҡортостан Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты:
— Дөйөм алғанда, Владимир Путиндың мәҡәләһе һәйбәт тәьҫорат ҡалдырҙы. Ул үҙенең етәкселек итеү осоронда тәүге тапҡыр милли мәсьәләгә ҡарата өҫтөнлөклө ҡарашын билдәләне. Мәҡәлә илдең артабан да федератив нигеҙҙә үҫешәсәген билдәләй. Шик тыуҙырған губерналаштырыу проекттары тураһында телгә лә алынмаған. Сығышта рәсәйҙәрҙең берҙәм федератив дәүләт эсендәге күп милләтле халыҡ булыуы аныҡ билдәләнгән. Путиндың милли мәсьәлә буйынса йәмғиәттәге бәхәстәрҙең төп пункттарына үҙ ҡарашын белдереүе уның һайлау алды программаһын нығыта. Мин милли-дәүләт төҙөлөшөндә консерватив, традицион трендтарҙы нығытыуҙы мәҡәләнең төп йүнәлеше тип ҡабул итәм.

Юлдаш ЙОСОПОВ, Башҡортостан Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының этнология бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты:
— Владимир Путиндың үҙ мәҡәләһендә Рәсәйҙәге милли сәйәсәттең төп йүнәлештәрен һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр проблемаһын күтәреүе – мөһим ваҡиға. Милли сәйәсәтте формалаштырғанда һәм хәл иткәндә милли һәм йәмәғәт ойошмалары мотлаҡ ҡатнашырға тейеш тигән фекере менән дә килешәм. Ысынлап та, бөгөн конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе хәл иткәндә һөйләшеп килешеү иң тәьҫирле сара булып тора. Әлеге ваҡытта бер нисә ҙур дини йүнәлеш тыныс көн иткән Башҡортостан өсөн дә был мәсьәлә бик мөһим. Минеңсә, әгәр һүҙ республикала йәшәүсе мосолмандар тураһында барһа, уның да үҙ эсенә алған бер нисә йүнәлешен иҫәпкә алырға һәм улар араһында конструктив диалог булдырыу йәһәтенән эште яйға һалырға кәрәк. Уларҙың ябыҡ этно-дини анклав рәүешендә формалашыуына юл ҡуйырға ярамай. Асыҡлыҡ һәм диалог ни тиклем күберәк булһа, гражданлыҡ мөнәсәбәттәренең дөйөм системаһын төҙөү ҙә шунса еңелерәк буласаҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә