Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баһаланған хеҙмәт – илгә ҡеүәт
Баһаланған хеҙмәт – илгә ҡеүәт
Статистикаға күҙ һалғанда, төп асыштар ҡырҡ йәшкә тиклемге кешеләр тарафынан яһала. Йәштәр үҙенсәлекле, ҡыйыу фекер йөрөтә, тормошто яңыса баһалай. Һәр тармаҡ йылдам үҫеш кисергән мәлдә, әлбиттә, алдынғы ҡараштарға иғтибар артырға тейеш.


Илебеҙҙә, республикала фәнде үҫтереүгә ынтылыш йылдан-йыл арта бара. Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә бер нисә йәш ғалимға һәм ғилми ойошмаға Рәсәй Президенты гранттары тапшырылыуы – быға тағы ла бер дәлил. Бүләкләү тантанаһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Дмитрий Шаронов, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, педагогик йәмғиәт вәкилдәре ҡатнашты.
– Фәндең, мәғарифтың, технология­ның үҫеше дәүләттең йөҙөн билдәләй, – тине Дмитрий Владимирович. – Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фән һәм етештереү өлкәһе бер-береһенән айырым йәшәй. Уларҙы берләштереүгә инвестицияны күберәк йүнәлтеү мөһим. Фәнде үҫтереүҙә бизнестың ҡатнашыуы зарур. Алдынғы технологияларҙың күбеһен, үкенескә күрә, сит илдәрҙән һатып алырға тура килә. Яңыртыу шарттарын үҙебеҙҙә булдырыу йәһәтенән башҡараһы эш бихисап.
Дмитрий Шаронов әйтеүенсә, фән менән шөғөлләнгән йәштәр матди ярҙамға ғына түгел, һәләтен күрһәтеүгә, танытыуға ла мохтаж. Дәүләт тарафынан был йәһәттән киң хәстәрлек күрелә, төрлө программалар эшләй. Йәштәргә бындай сараларҙы әүҙем файҙаланырға кәрәк.
Тантаналағы сығыштарҙан билдәле булыуынса, илдә өмөтлө башланғыс­тарҙы ҡеүәтләүсе, гранттар булдырыусы төрлө ойошмалар эшләй. Мәҫәлән, Рәсәй ғилми фонды, Перспективалы тикше­ренеү­ҙәр фонды бар. Тәүгеһенең 2016 йылға бюджеты 50 миллиард һум тирәһе булһа, икенсеһенеке – 10 миллиард һумдан ашыу.



Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә