Статистикаға күҙ һалғанда, төп асыштар ҡырҡ йәшкә тиклемге кешеләр тарафынан яһала. Йәштәр үҙенсәлекле, ҡыйыу фекер йөрөтә, тормошто яңыса баһалай. Һәр тармаҡ йылдам үҫеш кисергән мәлдә, әлбиттә, алдынғы ҡараштарға иғтибар артырға тейеш.
Илебеҙҙә, республикала фәнде үҫтереүгә ынтылыш йылдан-йыл арта бара. Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә бер нисә йәш ғалимға һәм ғилми ойошмаға Рәсәй Президенты гранттары тапшырылыуы – быға тағы ла бер дәлил. Бүләкләү тантанаһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, педагогик йәмғиәт вәкилдәре ҡатнашты.
– Фәндең, мәғарифтың, технологияның үҫеше дәүләттең йөҙөн билдәләй, – тине Дмитрий Владимирович. – Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фән һәм етештереү өлкәһе бер-береһенән айырым йәшәй. Уларҙы берләштереүгә инвестицияны күберәк йүнәлтеү мөһим. Фәнде үҫтереүҙә бизнестың ҡатнашыуы зарур. Алдынғы технологияларҙың күбеһен, үкенескә күрә, сит илдәрҙән һатып алырға тура килә. Яңыртыу шарттарын үҙебеҙҙә булдырыу йәһәтенән башҡараһы эш бихисап.
Дмитрий Шаронов әйтеүенсә, фән менән шөғөлләнгән йәштәр матди ярҙамға ғына түгел, һәләтен күрһәтеүгә, танытыуға ла мохтаж. Дәүләт тарафынан был йәһәттән киң хәстәрлек күрелә, төрлө программалар эшләй. Йәштәргә бындай сараларҙы әүҙем файҙаланырға кәрәк.
Тантаналағы сығыштарҙан билдәле булыуынса, илдә өмөтлө башланғыстарҙы ҡеүәтләүсе, гранттар булдырыусы төрлө ойошмалар эшләй. Мәҫәлән, Рәсәй ғилми фонды, Перспективалы тикшеренеүҙәр фонды бар. Тәүгеһенең 2016 йылға бюджеты 50 миллиард һум тирәһе булһа, икенсеһенеке – 10 миллиард һумдан ашыу.