Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Крәҫтиәнгә ҡараш үҙгәрә
Үткән йома ауыл ерендә малсылыҡты һәм хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү мәсьәләләренә арналған видеоселектор кәңәшмәһе булғанын хәбәр иткәйнек инде. Айырым ведомство етәкселәре һәм бер нисә төбәк башлығы ҡатнашлығындағы кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев уҙғарҙы. Ил Премьер-министры: «Рәсәйҙең эске аҙыҡ-түлек баҙарына сит илдәрҙән ит һәм һөт ризыҡтарын индереүҙе кәметергә кәрәк», — тигән талап ҡуйҙы.


Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе билдәләүенсә, бөгөн үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ, ризыҡтың аҙ күләмдә етештерелеүенән дә бигерәк, уның сауҙа селтәрҙәренә ваҡытында алып барып еткерелмәүенә бәйле.
— Бөгөн ауыл эшҡыуарын аҡса мәсьәләһе генә борсомай. Ул тәү сиратта булған продукцияһын мөмкин тиклем тиҙерәк эшкәртеү һәм йәһәтләп һатыуға сығарыу ниәте менән яна. Шуға ла крәҫтиән хужалыҡтарына дәүләт ҡарамағындағы күмәртәләп һатыу үҙәктәренә инеү юлын мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу шарт. Крәҫтиән хужалыҡтары менән ҙур предприятиеларҙың берлектәге үҫешен көйләү ҙә — өлгөрөп еткән мәсьәлә, — тине Дмитрий Медведев.
Хөкүмәт Рәйесе ҡулланыусылар йәмғиәтенең һәм кооперацияларҙың ауыл хужалығы үҫешендәге әһәмиәтен дә билдәләп үтте.
Дмитрий Медведев әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһына төҙәтмәләр индерелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быға ихтыяж Рәсәй етәкселәре ҡайһы бер сит дәүләттәргә ҡаршы яуап санкцияһы ҡабул иткәс тыуҙы. Яңы программала малсылыҡ та, хужалыҡ итеүҙең кесе формалары ла өҫтөнлөклө булып тора.
Кәңәшмәлә сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ауыл ерендә хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын уңышлы үҫтереү өсөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы маҡсатлы рәүештә фермер хужалыҡтары кимәленә тиклем үҫтерергә кәрәклеген белдерҙе.
— Фермерҙы ныҡлы ихата нигеҙендә генә үҫтереп булыуын аңлайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың өс, иң күбендә биш, проценты үҙ аяғында ышаныслы баҫып тора. Элек уларҙы, етештереү саралары, малдары булғанлыҡтан, «урта хәллеләр» тип йөрөтә торғайнылар. Беҙҙең төп бурыс – ошо урта хәлле хужалыҡтарға фермер кимәленә тиклем «үҫергә» ярҙам итеү. Бының өсөн аҡса кәрәк. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға финанс йәһәтенән бөтөнләй яҡлау юҡ тиерлек. Минең ҡарашҡа, көслө хужалыҡтар иҫәбенән фермерҙарҙы аңлы рәүештә үҫтерә башлау өсөн ил йәки төбәк кимәлендә бер нисә һынау программаһын башларға мөмкин.
Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереүгә бөгөн продукцияны һатыуҙың яйға һалынған системаһы булмауы ҡамасаулай, тип иҫәпләй республика Президенты.
— Логистика үҙәктәре, төрлө-төрлө һаҡлау урындары кәрәк. Бик ҙур программа талап ителә, — тине Рөстәм Хәмитов һәм “республика бындай проекттарҙы бергәләп финанслауға ҡушылырға әҙер”, тип өҫтәне.
Тармаҡҡа финанс бүлеү тураһында әйткәндә, Башҡортостан Президенты яңы инвестиция кредиттары буйынса процент ставкаларын ҡаплауҙы дауам итеүгә, һөт етештереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә һәм субсидиялау механизмын ябайлаштырыуға үҙ ҡарашын белдерҙе.
— Агросәнәғәт предприятиеларына субсидия биреү механизмы ҡатмарлы. Бөгөн ауыл хужалығы етештереүселәре иң тәүҙә кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаларын түләй, уны артабан дәүләт өлөшләтә ҡайтара. Аграрийҙар башта уҡ процент ставкалары түбән булған кредиттар алһа, күпкә уңайлыраҡ — ул ҡағыҙ эшен кәметер ине, — тине Рөстәм Хәмитов.
Дөйөм алғанда, республика Президентының әйтеүе буйынса, Башҡортостан тармаҡҡа ҙур инвестициялар йәлеп итеүгә, фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар көсө менән ауыл хужалығы производствоһының күләмен арттырыуға иҫәп тота. Күп кенә позициялар буйынса республикабыҙ әле – беренселектә. Атап әйткәндә, һөт күләме ил буйынса дөйөм алғанда кәмеһә, Башҡортостанда дүрт процентҡа артты. Йыл йомғаҡтары буйынса 1,77 миллион тонна самаһы һөт һауып алынған — был дөйөм Рәсәй етештергән күләмдең алты проценттан ашыуы. «500 ферма» республика программаһы буйынса 100-ҙән ашыу һөтсөлөк фермаһы төҙөлгән һәм яңыртылған, был маҡсатҡа сығымдарҙың 50 проценты республика бюджеты иҫәбенә ҡаплана.


Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә