Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көтөү юҡ, мал юғала
Ауылыбыҙҙа сиратлап мал көтөү мәсьәләһен хәл итә алмайбыҙ. Кемдер яуаплылыҡ тойоп сыға, ә бәғ­зеләр, малы күп булһа ла, бурысын үтәмәй. Һөҙөмтәлә халыҡ араһында тигеҙһеҙлек хөкөм һөрә: берәүҙәр көтөүгә сыға, икенселәр үҙ урынына башҡаны яллай. Ә ҡайһы вазифалы кешеләр, махсус ере булһа ла, малын унда сығармай, ауылды­ҡы­ларға ҡуша, шул уҡ ваҡытта сиратҡа битараф ҡала. Ябай халыҡтың бор­со­лоуы­на улар: “Хәлегеҙҙән килмә­һә, малы­ғыҙҙы бөтөрөгөҙ”, – тип яуап бирә. Барыбыҙ ҙа шул һыйыр-һарыҡҡа күҙ төбәп торабыҙ бит инде. Ни эшләргә?

Гөлнур ХАЖИЕВА.

Салауат районы,
Арҡауыл ауылы.










Эттәрҙән ҡотолоп
булырмы?


Беҙҙең ауылда ҡырағай эттәр күбәйҙе. Улар халыҡҡа ҙур зыян кил­терә. Бер ғаиләнең 36 ҡаҙын, икенселәрҙең дүрт һарығын та­маҡ­лап, ҡайһыһын ҡазалап киттеләр, ваҡ себештәрҙең юғалыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Эттәрҙе атырҙай кеше лә юҡ. Ауыл хакимиәте вәкилдәренә мөрә­жәғәт итеп ҡараныҡ, улар йорт йәнлектәрен атырға ярамау хаҡын­дағы законға һылтана. Беҙгә, ауыл кешеләренә, нимә эшләргә? Кемдән ярҙам һорарға?

Венера ИШЕМБАЕВА.
Стәрлетамаҡ районы,
Мәҡсүт ауылы.






“Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа зарығып

Белорет районының Иҫке Инйәр, Сәфәрғол, Яңы Хәсән, Түбәнге Төл­ мәй ауылдарына, Маныштының М. Ғафури, Тау урамдарына “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелмәгән. Иҫке Инйәр­ҙә өлкән йәштәгеләр күп. Элек халыҡ баллонлы газ ҡулланһа, хәҙер уны алыу ҙа ҡыйынға төшә –машина яллау мәсьәләһе килеп баҫа. Инйәр ауылы ветерандары советы юғарыла телгә алынған ауылдарҙа газ үткәреүҙәрен һорай. Ҡарттарға утын хәстәрләп яғыу бик ауыр.

Нурулла МИҺРАНОВ.

Белорет районы,
Инйәр ҡасабаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә