Көтөү юҡ, мал юғала17.10.2014
Ауылыбыҙҙа сиратлап мал көтөү мәсьәләһен хәл итә алмайбыҙ. Кемдер яуаплылыҡ тойоп сыға, ә бәғзеләр, малы күп булһа ла, бурысын үтәмәй. Һөҙөмтәлә халыҡ араһында тигеҙһеҙлек хөкөм һөрә: берәүҙәр көтөүгә сыға, икенселәр үҙ урынына башҡаны яллай. Ә ҡайһы вазифалы кешеләр, махсус ере булһа ла, малын унда сығармай, ауылдыҡыларға ҡуша, шул уҡ ваҡытта сиратҡа битараф ҡала. Ябай халыҡтың борсолоуына улар: “Хәлегеҙҙән килмәһә, малығыҙҙы бөтөрөгөҙ”, – тип яуап бирә. Барыбыҙ ҙа шул һыйыр-һарыҡҡа күҙ төбәп торабыҙ бит инде. Ни эшләргә?
Гөлнур ХАЖИЕВА.
Салауат районы,
Арҡауыл ауылы.
Эттәрҙән ҡотолоп
булырмы?
Беҙҙең ауылда ҡырағай эттәр күбәйҙе. Улар халыҡҡа ҙур зыян килтерә. Бер ғаиләнең 36 ҡаҙын, икенселәрҙең дүрт һарығын тамаҡлап, ҡайһыһын ҡазалап киттеләр, ваҡ себештәрҙең юғалыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Эттәрҙе атырҙай кеше лә юҡ. Ауыл хакимиәте вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, улар йорт йәнлектәрен атырға ярамау хаҡындағы законға һылтана. Беҙгә, ауыл кешеләренә, нимә эшләргә? Кемдән ярҙам һорарға?
Венера ИШЕМБАЕВА.
Стәрлетамаҡ районы,
Мәҡсүт ауылы.
“Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа зарығып
Белорет районының Иҫке Инйәр, Сәфәрғол, Яңы Хәсән, Түбәнге Төл мәй ауылдарына, Маныштының М. Ғафури, Тау урамдарына “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелмәгән. Иҫке Инйәрҙә өлкән йәштәгеләр күп. Элек халыҡ баллонлы газ ҡулланһа, хәҙер уны алыу ҙа ҡыйынға төшә –машина яллау мәсьәләһе килеп баҫа. Инйәр ауылы ветерандары советы юғарыла телгә алынған ауылдарҙа газ үткәреүҙәрен һорай. Ҡарттарға утын хәстәрләп яғыу бик ауыр.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы,
Инйәр ҡасабаһы.