Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Белянкаға түгел, Биләнгә ҡайтҡым килә...
Белянкаға түгел, Биләнгә ҡайтҡым килә...
Быйылғы йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Иң мөһиме — уларҙың күбеһе тыуған яҡтарым менән бәйле. Май урталарында, мәҫәлән, Билән ауыл китапханаһында (мөдире — Асия Мөхәррәмова) «Между Азией и Европой» тигән китабымдың исем туйы үтте. Яҡташтарым менән осрашыу йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Тыуған яҡтарыма икенсе ҡайтыуҙың сәбәбе лә изге ине — Өпө (Өфө) йылғаһы буйы башҡорттары йыйынында ҡатнаштым.


Икенсе тапҡыр ғына үткә­ре­леүгә ҡа­рамаҫтан, йыйын киң танылыу яулап өлгөргән. Тәүгеһе 2012 йылда Башҡорт­остан Фән­дәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры Ил­гиз Солтанмо­ра­тов­тың башланғысы һәм урындағы ҡо­рол­тай ағзаларының тырыш­лы­ғы менән ойошторолғайны. Унда Өпө йылғаһының үрге һәм уртансы ағышында йәшәгән Ҡатай һәм Өпәй ырыуҙары вәкилдәре ҡатнашты.
Икенсе йыйын (уны халыҡ II Билән йыйыны тип тә атай) башланыр алдынан ауыл китапха­наһында «Тыуған яҡтың та­ри­хын өйрәнеү: ысулдар һәм технологиялар» тип аталған ғилми-ғә­мәли конфе­ренция булды. Унда Гуманитар тик­ше­ренеүҙәр инс­ти­тутының этнология бүлеге мө­дире, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Башҡортост­андың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Илфат Ғәлләмов, шулай уҡ урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапхана хеҙмәткәрҙәре, уҡытыу­сылар ҡатнашты.
Конференцияла һүҙ төбәктә хәл ите­лергә тейеш тарихи һәм көнүҙәк проблемалар тураһында барҙы. Мәҫәлән, та­нылған публи­цист Ризван Хажиев за­манын­да, «Белокатай» һүҙе юҡ, баш­ҡорт­урыҫса «Балаҡатай» тип кенә алы­нырға тейеш, тип барҙы, сөнки «аҡ ҡа­тайҙар» тигән ырыу ҙа, аймаҡ та, ара ла булмаған. “Биләндең дә исеме баш­ҡортса ғына яҙылырға һәм ҡулланылырға тейеш!” – тигән фекер яңғыраны осра­шыуҙа. Ҡа­сан­дыр һаңғырау урыҫ чиновнигы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында «Билән» һүҙен «Белянка» тип яҙып алып, ауылға шайтан күбәләгенең исемен беркетеп ҡуйған. Шуларҙан һаман айырыла алмай ыҙа сигәбеҙ, тине фекерҙәштәр. Биләндә мә­сет төҙөү, район үҙәгенән ауылға асфальт юл һалыу мәсьәләләре лә күтәрелде.
Артабан концерт башланды. Бындай байрамды Би­лән халҡының күптән күр­гәне юҡ. Бер­енсе йыйын күпкә һыйығыраҡ булғайны.
Күрше Силәбе һәм Свердловск өл­кәләренән килгән коллективтар ҙа ҡы­уандырҙы. Улар оҫталыҡтары ғына түгел, ә башҡорт милли кейемдәре менән дә һушты алды. Былай булғас, халҡыбыҙ йәшәйәсәк әле!



Автор: Әсләм АРЫҪЛАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә