Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Барыбыҙ ҙа – Салауат тоҡомонан
Тыуған илгә ҡайтыу — үҙе бер ҙур ваҡиға. Быйыл йәй Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү темаһына семинар үткәрҙе. Башта, тыуған яҡтарҙан саҡырыу килеп төшкәс, бер аҙ ҡаушап ҡалғайным, һуңынан тиҙ генә йыйынып, самолетҡа билет алып, ҡатыным Рәйлә менән Мәскәү аша Өфөгә остоҡ.

Баш ҡалаға таңдың тәүге нурҙары күренеүгә килеп төштөк. Аэропортта туғаныбыҙ Ришат Әхмәҙиев ҡаршы алды. Яҡындарыбыҙ менән осрашҡас, Ҡоролтайға киттек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев һәм Рәйсә Ғәйфуллина беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Ҡунаҡханала урынлашҡас, сит ерҙәрҙән – Ташкент, Дү­шәнбе, Астана, Ырымбур, Краснодар ҡа­лаларынан – килгән ҡунаҡтар менән танышып алдыҡ. Әйткән­дәй, Ташкентта йәшәүсе Рәйлә ханымды әүәле лә осратҡан бар ине. Яңы дуҫтар менән киске аштан һуң оҙаҡ ҡына һөйләшеп ул­тыр­ҙыҡ, шиғриәткә күстек. Мин яңыраҡ яҙылған шиғыр­ҙа­рымды уҡып ишет­терҙем. Бигерәк тә “Әсәй”, “Рухи көсөм” тигәндәрен оҡшаттылар.
Семинар башланды. Ул эшлекле шарттарҙа үтте, башҡорт йәмғиәте эшмәкәрҙәренең хеҙмәте барланды, төрлө те­ма­ларға док­ладтар уҡылды. Йәнде иң өйкәгәне Урта Азиянан, Ташкенттан ҡайтып, тыуған яҡтарында төпләнеп ҡалырға теләгән яҡташта­рымдың сығышы булды. Баҡтиһәң, улар гражданлыҡ ала алмай интегә. Ә паспортһыҙ кеше берәҙәк хәлендә инде.
Семинарҙа Виктор Хәкимов атлы бер ағай сығыш яһаны. Ул Салауат Юлаевтың шәжәрә ағасын (генеалогик) төҙөгән һәм үҙен милли геройыбыҙҙың тоҡомо тип танытты. Ыша­нырға ла, ышан­маҫҡа ла белмәнем. Дәлилдәре “болған­сығыраҡ” күренде. Унан һуң, мин дә үҙемде ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Салауат Юлаев тоҡомонан тип хис итәм. Хәрби бурысымды үтәгәндә, 21 йә­шемдә – ротаға, ә 22 йәшемдә батальонға етәкселек иттем. Ғәҙеллек өсөн көрәшеп, төрлө ҡатмарлы хәлдәргә лә йыш эләгә торғайным. Ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек тормош юлдашым булды.
Салауат йыйы­нына барғанда ла милләттәштәремә һоҡланып йөрөнөм. Милли кейемдәге ҡыҙ-егеттәр менән аралаштым, таныштым. Әсәйҙәргә арнап яҙылған шиғырҙарымды уҡыным. Салауат батыр үҫкән изге Йүрүҙән буйында уның яҡташтарына ихтирам тойғоһо уянды. Мари Иле Респуб­ликаһынан килгән Мөнир исемле егеттең ҡурайын алып, милли көйҙәр уйнаным.
Оло байрам алдынан Румил Аҙнабаев Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайының миҙалын тапшырғайны. Был ҙур награданы алғанда күҙҙәремә йәш килде, “Башҡортостанға хеҙмәт итәм!” тип хәрбиҙәрсә яуап бирҙем. Ҡырым башҡорт йәмғиәтен ҙурлау, баһалау тип ҡабул иттем бындай бүләкте. Ойошма 20 йыл­дан ашыу эшләй. Татыу, бер­ҙәм, бер ту­ған­дар кеүек йә­шәйбеҙ. Сит ерҙә шулай берҙәм йәшәү – алтын тормош. Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе – дуҫлыҡ, татыулыҡ.
Миҫал өсөн генә әйтәм. Сығыштары менән Стәрлебаш ра­йо­ны­ның Тәтер-Арыҫлан ауылынан Нурия һәм Биктимер Ис­ха­ҡов­тар Алушта ҡалаһында йәшәй. 40 йылдан ашыу ара­ла­ша­быҙ. Бик татыубыҙ, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Беҙҙең баш­ҡорт йәм­ғиәтен Европала ла беләләр, шуның өсөн­дөр инде мине ОБСЕ-нан Башҡорт һәм татар йәмғиә­тенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнеләр.
Ошо осрашыуҙар миңә шул хәтлем рухи көс бирҙе. Ләлә апай Бейешева менән апаруҡ һөйләшеп алдыҡ. Баш­ҡорт­остан һәм Татарстан дуҫлығы йәмғиәте рәйесе Маузер Ғиниәтуллин менән дә аралашыу форсаты тейҙе. Мәләүез районының Түбәнге Таш, Йомағужа ауылдарында йәшәүсе туғандарым менән осраштым, ата-бабаларыма, атайыма, әсәйемә зыярат ҡылдым. Томансыла туҡтап, Шәмсикамал апай менән Мөхтәр бажаның да хәлен белеп киттем. Атай-әсәй урынына ҡалған яҡындарым улар. Яҡты йөҙҙә­рен күреү — үҙе ҙур бәхет. Биш бала үҫтереп, күптән инде олатай-өләсәй булып йәшәйҙәр. Яҡындары өсөн өҙөлөп торалар.
Ике аҙна ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Рухланып, Ҡырымға ҡай­тып киттек. Матур хәтирәләр күңелгә дәрт, йәшәүгә сәм өҫтә­не. Хушлашҡанда апайым: “Йәмәғәт эшеңде ташлама, дөрөҫ юл­ды һайлағанһың. Тормошта ошонан да юғарыраҡ баҫҡыс юҡ. Халҡың өсөн йәшәгәндә генә бәхетле булырһың”, — тине. Фатиха кеүек ҡабул иттем был һүҙҙәрҙе.
Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Ҡырым башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.





Район: Ҡырым Республикаһы, Ялта ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә