Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Баҫыу һаҡсыларын” кем ҡурсалар?
“Баҫыу һаҡсыларын” кем ҡурсалар?
Хәҙер тарих ҡына булып ҡалһа ла, күптәр мәктәптә уҡыған йылдарында баҫыу-ялан буйҙарына ағас үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашҡанын әле лә хәтерләйҙер. Билдәле, матурлыҡ өсөн генә ҡалҡып сыҡманы улар: был ағастар ярҙамында баҫыуҙан 20-30 процентҡа күберәк уңыш алырға мөмкин. Тик йәш үҫентеләрҙе ваҡытында тәрбиәләү генә шарт.


Стәрлетамаҡ районында ағас һыҙаттары булдырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте. Һүҙ ялан-баҫыу ситтәре буйлап ултыртылған ағас һы­ҙаттарының файҙаһы хаҡында барҙы.
— Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ: баҫыу ҡырҙарындағы ағас һыҙаттары игенде һыуыҡ елдән һаҡлай, дым тота, ҡышын яуған ҡарҙы ситкә осормай, — тип белдерҙе үҙ фекерен республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Риф Ғүмәров. — Бынан тыш, ағастарға ҡунған ҡоштар ҙа баҫыуҙағы күпме ҡорт-бөжәкте юҡ итә! Рес­публиканың ялан-далалы райондарын ғына алғанда ла, ошолай әйтергә булыр ине, ә экологик роле тура­һын­да һөйләп тә тораһы түгел. Тик бөгөн был ағастар ҡартайған һәм яңыртыуҙы талап итә.
Әйткәндәй, кәңәшмәлә урмансылар менән бер рәттән Башҡортостан Ауыл хужа­лығы министрлығы, хужалыҡ вәкилдәре лә ошо хаҡта үҙ фекерен белдерҙе. Баҡти­һәң, ҡайһы бер ағас һыҙаттары 50-60 йыл элек үк ултыртылған һәм күптән яңыртыу-таҙартыуға мохтаж. Хәйер, ниңә быны әйтеп торорға? Баҫыу буйҙарынан үткәндә, йыш ҡына сереп ауған ағастарға тап булабыҙ бит.
Ләкин бөгөн ағас ултыртыр алдынан уйларға-уйла­нырға тура килә. Ирекһеҙҙән, “Кәрәкме ул миңә?” тигән һорау тыуа, сөнки хәҙер күп ерҙәр пайсылар ҡулында. Ҡуртымға алыусы улар менән башлыса бер-ике йылға ғына килешеү төҙөй. Оҙайлы ваҡытҡа (49 йылға тиклем) төҙөгән осраҡта ла, ер хужаһы иртәгә үк киле­шеүҙән баш тартмаҫ тип кем әйтер? Шуға хужалыҡ йәки фермер аҡсаһын түгеп, күберәк уңыш алам тип, ағас ултыртырға атлығып торормо? Фекер алышыуҙа ошо сетерекле мәсьәлә лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әммә был йәһәттән дәүләт үҙ һүҙен күптән әйткән инде: фермер (крәҫтиән) хужалығы ағас ултыртҡан өсөн урман­сыларға түләгән аҡсаһының 70 процентын субсидия аша кире ҡайтарыу хоҡуғына эйә, документтар ғына тултырып өлгөр.
“Баҫыу һаҡсыларын” кем ҡурсалар?Был күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ул бартерлата йәки тауар менән дә түләй ала. Һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ, тигәндәй. Тик бер генә мәсьә­лә күңелде ҡыра: бюрократик һаҙға сумған Рәсәйҙә йәшәй­беҙ бит, хужалыҡтың бөлөүе, урмансыларҙың алданыуы ла ихтимал. Шулай ҙа ағас һыҙаттарын яңыртыу өсөн респуб­ликаның Ауыл хужа­лы­ғы министрлы­ғына федераль бюджеттан 48 миллион һум аҡса төшкән икән, быға шөкөр ҡылмау яҙыҡ булыр ине.
Заман башҡа – заң башҡа, инде ҡул көсөн күптән ҡеүәт­ле техника алмаштырған. Сәскес таҡҡан “МТЗ-82” баҫыу сите буйлап китеп бара, артынан ултырып ҡалған йәш үҫентеләрҙе бер нисә кеше матурлай килә, төҙләп ултырта – кәңәш­мәнең ғәмәли өлөшөн-дә нәҡ шундай күре­нешкә шаһит булдыҡ. Район­дың Калинин исемендәге хужалыҡ баҫы­уында Стәрле­тамаҡ урмансылары ағас һыҙаттарын яңыртты. Яңырт­ты ла ул, артабан уларҙы кем ҡурсалар? Был һорау йәнә күптәрҙе борсой, шул уҡ ваҡытта Баш­ҡортостан Хөкү­мәте тәҡдим иткән программа буйынса, үҫен­те­­ләрҙе, хәлләнеп кит­кән­се, килешеү нигеҙендә урмансылар хәстәрләргә тейеш.
…Эйе, урман һыҙаттары яҙмышына ҡағылышлы мәсьә­ләлә аңлашып эшләүгә ни етә?! Әлеге сара урмансылар менән ауыл хужалығы эшсәндәре араһындағы дуҫ­лыҡты нығытты һымаҡ. Нисек кенә булмаһын, ағас яҙмышын, ер яҙмышын хәс­тәрләп йәшәгән был кеше­ләргә төрлө кимәлдәге ярҙам да ҡамасауламаҫ ине.





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә