Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡасҡындар ҡасып ҡотолмаҫ
Суд приставтары эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше — эске эштәр органдарына суд йәки тәфтишселәрҙән, тәүтикшереү органдарынан ҡасып йөрөгәндәрҙе эҙләүҙә һәм тотоуҙа булышлыҡ итеү.


Ҡасҡындарҙы эҙләү саралары Рәсәй Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Бының һөҙөмтәһе Рәсәй эске эштәр министры В.А. Колокольцев тарафынан баһаланды.
Енәйәтте иҫкәртеү һәм фашлау буйынса эске эштәр органдары менән әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров Рәсәй Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Дин әһелдәре ярҙамға килә

Ошо көндәрҙә суд приставтарына дин әһелдәре ярҙамға килде. Улар ата-әсә бурысын онотҡан һәм алимент түләмәгәндәрҙе намыҫҡа саҡырҙы.

Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәсет һәм сиркәүҙә алимент түләмәгән граждандар менән осрашты. Унда атайҙарҙы үҙ балалары яҙмышына битараф булмаҫҡа, яуаплы булырға өндәнеләр.
— Тормошта иң мөһим бурыс — ғаиләне бағыу. Әгәр һеҙ хәҙер балаларығыҙҙы ташлайһығыҙ, атай тәрбиә­һенән мәхрүм итәһегеҙ икән, ҡартлыҡта был кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Исламда ғаилә — йәмғиәттең төп өлөшө, ир кеше ғаиләне ҡарарға бурыслы. Балаларҙы ғаилә усағында тәрбиәләү мөһим, — тип билдәләне “Ихлас” мәсетенән Ғәлимйән хәҙрәт.
Башҡортостандың суд приставтары Өфө, Стәрле­тамаҡ, Нефтекама, Белорет, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында һәм бер нисә районда мәсет, сиркәүҙәрҙә даими рәүештә бындай осрашыуҙар үткәреп тора. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәгән, оҙаҡ ваҡыт алимент түләмәгән ир кеше дин әһеле менән осрашҡандан һуң ауырыу балаһының иҫәбенә ҙур күләмдә аҡса күсерә. Икенсе осраҡта спиртлы эсемлек менән мауығыуы арҡаһында ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡатын тәүбәгә килә.

Ваҡытында түләмәһәләр…

Хеҙмәт хаҡын даими түләү — эш биреүселәрҙең төп бурысы. Ләкин, суд ҡарары законлы көсөнә ингәндән һуң да, ҡайһы бер етәкселәр быны атҡара һалып бармай. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, кешеләрҙең суд приставтарына мөрәжәғәт итеү осраҡтары йышая.

2014 йылдың башынан алып идаралыҡта 377 миллион һумлыҡ 18429 эш ҡаралған. Төрлө ойошма етәксе­ләренең хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡын түләмәүе йыш күренеш. Бындай осраҡта Суд приставтары Рәсәй Енәйәт кодексының 315-се статьяһы нигеҙендә намыҫһыҙ етәкселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата. Граждандарҙың Конституцияла нығытылған хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәкселеге хеҙмәт хаҡын мәжбүри түләтеү процесын махсус контролгә алды.

Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының
матбуғат хеҙмәте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә