Суд приставтары эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше — эске эштәр органдарына суд йәки тәфтишселәрҙән, тәүтикшереү органдарынан ҡасып йөрөгәндәрҙе эҙләүҙә һәм тотоуҙа булышлыҡ итеү.
Ҡасҡындарҙы эҙләү саралары Рәсәй Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Бының һөҙөмтәһе Рәсәй эске эштәр министры В.А. Колокольцев тарафынан баһаланды.
Енәйәтте иҫкәртеү һәм фашлау буйынса эске эштәр органдары менән әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров Рәсәй Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Дин әһелдәре ярҙамға киләОшо көндәрҙә суд приставтарына дин әһелдәре ярҙамға килде. Улар ата-әсә бурысын онотҡан һәм алимент түләмәгәндәрҙе намыҫҡа саҡырҙы.
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәсет һәм сиркәүҙә алимент түләмәгән граждандар менән осрашты. Унда атайҙарҙы үҙ балалары яҙмышына битараф булмаҫҡа, яуаплы булырға өндәнеләр.
— Тормошта иң мөһим бурыс — ғаиләне бағыу. Әгәр һеҙ хәҙер балаларығыҙҙы ташлайһығыҙ, атай тәрбиәһенән мәхрүм итәһегеҙ икән, ҡартлыҡта был кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Исламда ғаилә — йәмғиәттең төп өлөшө, ир кеше ғаиләне ҡарарға бурыслы. Балаларҙы ғаилә усағында тәрбиәләү мөһим, — тип билдәләне “Ихлас” мәсетенән Ғәлимйән хәҙрәт.
Башҡортостандың суд приставтары Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында һәм бер нисә районда мәсет, сиркәүҙәрҙә даими рәүештә бындай осрашыуҙар үткәреп тора. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәгән, оҙаҡ ваҡыт алимент түләмәгән ир кеше дин әһеле менән осрашҡандан һуң ауырыу балаһының иҫәбенә ҙур күләмдә аҡса күсерә. Икенсе осраҡта спиртлы эсемлек менән мауығыуы арҡаһында ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡатын тәүбәгә килә.
Ваҡытында түләмәһәләр…Хеҙмәт хаҡын даими түләү — эш биреүселәрҙең төп бурысы. Ләкин, суд ҡарары законлы көсөнә ингәндән һуң да, ҡайһы бер етәкселәр быны атҡара һалып бармай. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, кешеләрҙең суд приставтарына мөрәжәғәт итеү осраҡтары йышая.
2014 йылдың башынан алып идаралыҡта 377 миллион һумлыҡ 18429 эш ҡаралған. Төрлө ойошма етәкселәренең хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡын түләмәүе йыш күренеш. Бындай осраҡта Суд приставтары Рәсәй Енәйәт кодексының 315-се статьяһы нигеҙендә намыҫһыҙ етәкселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата. Граждандарҙың Конституцияла нығытылған хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәкселеге хеҙмәт хаҡын мәжбүри түләтеү процесын махсус контролгә алды.
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының
матбуғат хеҙмәте.