Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сүбәк сәйнәп май сыҡмай
Апрелдә Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында сығыш яһап, Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак ҡәтғи тәүәккәллек менән тармаҡ реформаһын камиллаштырыу буйынса фекер алышыуҙы туҡтатырға саҡырҙы: “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы буйынса бәхәстәр өр-яңы Рәсәйҙең тотош тарихын оҙатып бара, — тине сығыш яһаусы, — федераль кимәлдә өҙлөкһөҙ реформа дауам итә, уйын ҡағиҙәләре, закондар үҙгәреш кисерә. Туҡтауһыҙ камиллаштырыуҙы, планлаштырыуҙы һәм бәхәсте туҡтатырға, ғәмәли эшкә күсергә ваҡыт”.


Вице-премьер фекеренсә, тармаҡҡа хосуси инвестициялар йәлеп итеү өсөн федераль кимәлдә властарҙың тәртибен алдан күҙаллай алырлыҡ, хатта тиңдәше булмаған бөтә саралар ҙа күрелеп, улар нигеҙендә 2020 йылға саҡлы күпте атҡарып сығырға мөмкин. ТХК өсөн яуаплы вазифа биләүсенең көслө ризаһыҙлыҡ белдереүе аңла­шыла: сирек быуат самаһы әүәл башланған реформа, коммуналь хеҙмәткә хаҡтарҙың самаһыҙ артыуын иҫәпкә алмағанда, көткән һөҙөмтәләр бирмәне. Уның төп сәбәптәре эҙмә-эҙлелек, объек­тивлыҡ етмәү һ.б. тураһында күп яҙылыуға һәм әйтелеүгә ҡарамаҫтан, хәл ителмәгән проблемалар ҡалыуҙа ғына түгел, яңылары ла өҫтәлә килеүҙә.
Тәртип урынлаштырыу йәһәтенән яңынан-яңы бюрократик структуралар булдырыу бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй, сөнки был алымдың баҙар иҡтисады шарттарында йоғонтоһо самалы. Мәҫәлән, яңыраҡ Майл.ру агентлығы Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйеновтың тарифтар күтәрелеүгә бәйле баш ҡалала йәшәгән фатир хужаларының 29 процентының адреслы пособие алыуы тура­һындағы хәбәрен киң йәмәғәтселеккә еткерҙе. Тимәк, һәр өсөнсө фатир хужаһы муниципалитет ҡаҙнаһы мөмкинлектәренән файҙалана. Тармаҡҡа федераль ҡаҙна сығымдарының киләһе йылда алты тапҡырға кәметелеүе ундай мохтажлыҡ кисергәндәрҙең тағы ла артасағы тураһында иҫкәртә.
Ә бит проблеманың сиселеше бөтөнләй икенсе сығанаҡта: мәҫәлән, хеҙмәткә түләүҙең һәм пенсияларҙың, Рәсәй Конституцияһында билдә­ләнгәнсә (7-се статья) граждандарға лайыҡлы тормош өсөн шарттар булдырыуҙа. Ләкин һис кенә лә һалым түләүсенең сығымдары иҫәбенә тупланған ҡаҙна кеҫәһенә инеүҙә түгел. Тап ошо проблемаға бәйле уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙ­ҙең абруйлы ғалимдарының эш хаҡына реформа үткәреү тураһындағы идеяһы баҫтырылып ҡалды һәм бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫкә лә алынмай. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, Дмитрий Козак­тың, иҡтисадтың бер тармағында ла дәүләттең үҙ эшмәкәрлеге өсөн ошондай яуап­лылығы юҡ, тигән ҡәтғи раҫламаһы нигеҙле бәхәс, хатта ризаһыҙлыҡ тойғоһо уята. Ә инде, тариф көйләүенә ҡарашты үҙгәртеп, беҙ ҡаҙна менән яуап бирәбеҙ, тигәне проблеманың Өфөләге кеүек сиселешен аңлатып, ғәҙел дә, законлы ла, иң мөһиме, ышаныслы ла түгел.
Сентябрь урталарында ТКХ мәсьәләләре Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитетында тикшерелде. “Парламентская газета” хәбәр итеүенсә, 4 миллиард һумлыҡ әйләнеше булған тармаҡта бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн мөмкинлектәр етерлек, ләкин подрядты чиновниктар бүлеп, төбәк башлыҡтары иң элек шәхси мәнфәғәтен алға һөргәндә, эшҡыуарҙар өсөн юл ябыла. Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Иосиф Дискин фекеренсә, беҙҙә ТКХ баҙары иң “ҡараңғыһы”, ә төбәк башлыҡ­тарының аффилирланған компаниялар ойоштороуын тыйырға ихтыяр етмәй.
Шулай уҡ сентябрь урталарында Рәсәй Хөкү­мәте Рәйесе Дмитрий Медведев торлаҡ-коммуналь хужалыҡты күҙәтеүсе баш дәүләт инспекторы вазифаһын булдырыу тураһындағы положениеға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ул күп ҡатлы йорттарға идара итеүҙе лицензиялау менән дә шөғөлләнәсәк. Яңы бюрократик структураға ҡара­та Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм тор­лаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесе урын­баҫары Елена Николаева үҙ фекерен “Парламентская газета” аша белдерҙе. Лицензия ин­дереү, ти депутат, артҡа табан аҙым булып тора һәм проблеманы баҙар алымдары аша хәл итергә һәләтһеҙлек тип ҡабул ителә.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры тармаҡ рефор­маһы буйынса бәхәстәрҙе туҡтатырға саҡырыуы менән сикһеҙ дәрәжәлә хаҡлы: сүбәк сәйнәп, ысынлап та, май сыҡмай, эш итергә кәрәк. Тап ошо юҫыҡта проблемалар башлана ла инде. Шундай фекер тыуа: яуаплы вазифа биләүселәр тармаҡ эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле мәсьә­ләләр менән генә ҡыҙыҡһынып, ҡалған­дарын иғтибар үҙәгенән төшөрөп ҡалдыра. Социализм дәүерен­дәге кеүек, проблемаға комплекслы ҡараш етешмәй.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә