Апрелдә Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында сығыш яһап, Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак ҡәтғи тәүәккәллек менән тармаҡ реформаһын камиллаштырыу буйынса фекер алышыуҙы туҡтатырға саҡырҙы: “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы буйынса бәхәстәр өр-яңы Рәсәйҙең тотош тарихын оҙатып бара, — тине сығыш яһаусы, — федераль кимәлдә өҙлөкһөҙ реформа дауам итә, уйын ҡағиҙәләре, закондар үҙгәреш кисерә. Туҡтауһыҙ камиллаштырыуҙы, планлаштырыуҙы һәм бәхәсте туҡтатырға, ғәмәли эшкә күсергә ваҡыт”.
Вице-премьер фекеренсә, тармаҡҡа хосуси инвестициялар йәлеп итеү өсөн федераль кимәлдә властарҙың тәртибен алдан күҙаллай алырлыҡ, хатта тиңдәше булмаған бөтә саралар ҙа күрелеп, улар нигеҙендә 2020 йылға саҡлы күпте атҡарып сығырға мөмкин. ТХК өсөн яуаплы вазифа биләүсенең көслө ризаһыҙлыҡ белдереүе аңлашыла: сирек быуат самаһы әүәл башланған реформа, коммуналь хеҙмәткә хаҡтарҙың самаһыҙ артыуын иҫәпкә алмағанда, көткән һөҙөмтәләр бирмәне. Уның төп сәбәптәре эҙмә-эҙлелек, объективлыҡ етмәү һ.б. тураһында күп яҙылыуға һәм әйтелеүгә ҡарамаҫтан, хәл ителмәгән проблемалар ҡалыуҙа ғына түгел, яңылары ла өҫтәлә килеүҙә.
Тәртип урынлаштырыу йәһәтенән яңынан-яңы бюрократик структуралар булдырыу бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй, сөнки был алымдың баҙар иҡтисады шарттарында йоғонтоһо самалы. Мәҫәлән, яңыраҡ Майл.ру агентлығы Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйеновтың тарифтар күтәрелеүгә бәйле баш ҡалала йәшәгән фатир хужаларының 29 процентының адреслы пособие алыуы тураһындағы хәбәрен киң йәмәғәтселеккә еткерҙе. Тимәк, һәр өсөнсө фатир хужаһы муниципалитет ҡаҙнаһы мөмкинлектәренән файҙалана. Тармаҡҡа федераль ҡаҙна сығымдарының киләһе йылда алты тапҡырға кәметелеүе ундай мохтажлыҡ кисергәндәрҙең тағы ла артасағы тураһында иҫкәртә.
Ә бит проблеманың сиселеше бөтөнләй икенсе сығанаҡта: мәҫәлән, хеҙмәткә түләүҙең һәм пенсияларҙың, Рәсәй Конституцияһында билдәләнгәнсә (7-се статья) граждандарға лайыҡлы тормош өсөн шарттар булдырыуҙа. Ләкин һис кенә лә һалым түләүсенең сығымдары иҫәбенә тупланған ҡаҙна кеҫәһенә инеүҙә түгел. Тап ошо проблемаға бәйле уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙҙең абруйлы ғалимдарының эш хаҡына реформа үткәреү тураһындағы идеяһы баҫтырылып ҡалды һәм бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫкә лә алынмай. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, Дмитрий Козактың, иҡтисадтың бер тармағында ла дәүләттең үҙ эшмәкәрлеге өсөн ошондай яуаплылығы юҡ, тигән ҡәтғи раҫламаһы нигеҙле бәхәс, хатта ризаһыҙлыҡ тойғоһо уята. Ә инде, тариф көйләүенә ҡарашты үҙгәртеп, беҙ ҡаҙна менән яуап бирәбеҙ, тигәне проблеманың Өфөләге кеүек сиселешен аңлатып, ғәҙел дә, законлы ла, иң мөһиме, ышаныслы ла түгел.
Сентябрь урталарында ТКХ мәсьәләләре Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитетында тикшерелде. “Парламентская газета” хәбәр итеүенсә, 4 миллиард һумлыҡ әйләнеше булған тармаҡта бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн мөмкинлектәр етерлек, ләкин подрядты чиновниктар бүлеп, төбәк башлыҡтары иң элек шәхси мәнфәғәтен алға һөргәндә, эшҡыуарҙар өсөн юл ябыла. Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Иосиф Дискин фекеренсә, беҙҙә ТКХ баҙары иң “ҡараңғыһы”, ә төбәк башлыҡтарының аффилирланған компаниялар ойоштороуын тыйырға ихтыяр етмәй.
Шулай уҡ сентябрь урталарында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев торлаҡ-коммуналь хужалыҡты күҙәтеүсе баш дәүләт инспекторы вазифаһын булдырыу тураһындағы положениеға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ул күп ҡатлы йорттарға идара итеүҙе лицензиялау менән дә шөғөлләнәсәк. Яңы бюрократик структураға ҡарата Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Николаева үҙ фекерен “Парламентская газета” аша белдерҙе. Лицензия индереү, ти депутат, артҡа табан аҙым булып тора һәм проблеманы баҙар алымдары аша хәл итергә һәләтһеҙлек тип ҡабул ителә.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры тармаҡ реформаһы буйынса бәхәстәрҙе туҡтатырға саҡырыуы менән сикһеҙ дәрәжәлә хаҡлы: сүбәк сәйнәп, ысынлап та, май сыҡмай, эш итергә кәрәк. Тап ошо юҫыҡта проблемалар башлана ла инде. Шундай фекер тыуа: яуаплы вазифа биләүселәр тармаҡ эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле мәсьәләләр менән генә ҡыҙыҡһынып, ҡалғандарын иғтибар үҙәгенән төшөрөп ҡалдыра. Социализм дәүерендәге кеүек, проблемаға комплекслы ҡараш етешмәй.