Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нөгөштән көс, тауҙарҙан рух алып
Нөгөштән көс,  тауҙарҙан рух алып
“...Ҡышҡы өҙәрем юл. Ағас араларына һылап-һыйпап тултырған көрт өҫтөндә йәнлек эҙҙәре генә һиҙелеп ҡала. Ғәлиәкбәрҙән иртәнге ҡараңғыла сығып киткәс тә буран ҡотора башлағайны, бына хәҙер бейек ҡарағайҙарҙың тирбәлеүенән урман эсе геүләп тора. Ҡар һырыуҙан өҫтәрендә ниндәй кейем икәне лә беленмәгән бер төркөм үҫмер, ҡаҙ бәпкәләре һымаҡ теҙелешеп, һөҙәк һыртҡа үрмәләй. Уларҙың һыуыҡтан ҡыҙарған йөҙөндә өмөт менән йылтыраған сөм-ҡара күҙҙәре генә бызлай...” Уҙған быуат урталарында алты саҡрымға һуҙылған Баҙал тауы аша йәйәүләп район үҙәгенә уҡырға китеп барған Ғәлиәкбәр ауылы балалары шулай һүрәтләнә яҙыусы Раил Байбулатовтың “Сағыл ташта үҫкән ҡарағас” тигән китабында. Ошо 40 километр cамаһы араны аҙнаһына ике тапҡыр атлап үтергә мәжбүр булһа ла, белемгә ынтылған төпкөл йәштәре һис тә зарланмай, бирешмәй, алға барыуҙан туҡтап ҡалмай. Ауырлыҡтар, киреһенсә, тормош юлында аҙашып ҡалмаҫ өсөн бер-береңә ярҙам итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәү мөһимлегенә инандыра, маҡсаттарҙы нығыта.


Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәге

...Йәш быуынды белем тауына үрләткән тау-ташлы, соҡор-саҡырлы һуҡмаҡ хәҙер инде ҡырсынташлы киң юлға әйләнгән. Мәғрур Баҙал аша район үҙәгенән Ғәлиәкбәргә еңел машинала бер сәғәт тирәһендә барып етергә була. Ҡара урман менән ҡапланған бейеклек буйлап килеп, Күс ояһы тигән тауҙы төшкәс, күкһел һырттарға һыйынып ҡына ятҡан күркәм төйәккә килеп инәһең.
Нөгөштән көс,  тауҙарҙан рух алыпТарихҡа баҡҡанда, Бөрйән менән Мәләүезде тоташтырып ятҡан ауылға нигеҙ һалған халыҡ тәүҙә Аҡҡорһаҡ тигән яланда утар ҡороп йәшәгән, тиҙәр. Салауат ихтилалынан һуң асыҡ ерҙән әлеге тирә-яғы ҡаплаулы урынға күсеп ултырғандар. Ҡуйы урмандар, армыт-армыт Таҡыя Сусаҡ, Ҡалыу тауҙары ғәлиәкбәрҙәрҙе һәр төрлө хәүефтән, ыжғыр елдәрҙән һаҡлап тора кеүек. Өҫтәүенә солоҡсолоҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү, мал тотоу, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн ифрат уңайлы – бөрйән һәм ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуҙары был ерҙе тиккә генә һайламаған.
Нөгөш буйындағы утар 1834 йылда ауыл статусын алған. Уға был ергә тәүгеләрҙән булып күсеп ултырған Ғәлиәкбәр Әбелмөьминовтың (Баймаҡ районының Темәс ауылынан) исеме бирелгән. Күренекле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың хеҙмәтенән күренеүенсә, 1859 йылда бында 25 йорт иҫәпләнгән, 148 кеше йәшәгән. Халыҡ күберәк мал аҫрап, умартасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күргән. Уҙған быуаттың егерменсе йылдарындағы мәғлүмәттәрҙә иһә Ғәлиәкбәрҙә 66 йорт булыуы, 337 кеше йәшәгәне тураһында әйтелгән. Октябрь революцияһына тиклем ауыл халҡы элекке кәсептәре – малсылыҡ, умартасылыҡ – менән шөғөлләнеүен дауам иткән, ҡышын әҙерләгән ҡарағайҙарҙы һаллап, яҙын Нөгөш буйлап ялан яҡтарына ағыҙып алып барып һатҡандар. Оҫталар шулай уҡ батман яһаған, һалабаш, септә һуҡҡан, уларҙы Темәс, Стәрлетамаҡ баҙарҙарына сығарған.
Колхозлашыу осоронда бында “Ҡыҙыл байраҡ” исемле артель ойошторолған. Һөҙөмтәлә һалабаш һалыу, ағас ҡырҡыу, сайыр йыйыу кеүек кәсептәр тағы ла киңерәк таралып киткән. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иһә, илебеҙҙең һәр төбәгендәге кеүек үк, ғәлиәкбәрҙәр ифрат ҙур юғалтыуҙар кисергән. Яуҙан әйләнеп ҡайта алмаған ҡаһармандарҙы онотмай ауыл халҡы, уларҙың яҡты иҫтәлегенә һәйкәл-обелиск ҡуйылған.
Әле Ғәлиәкбәрҙә тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан ҡеүәтле нәҫелдәрҙең – Ғәбитовтар, Әминевтәр, Сәғитовтар, Сабитовтар, Хәлитовтар, Әхмәтовтар, Ҡаһармановтар, Аҫылғужиндар, Ишмөхәмәтовтар һәм баш­ҡаларҙың – быуындары ғүмер итә. Был заттар араһында республиканың күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, уҡытыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Башҡа тармаҡтарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, төбәген мөкиббән яратып, уға тоғро хеҙмәт итеп йәшәгәндәр күп Ғәлиәкбәрҙә.

Урмансы, спортсы, ҡурайсы...

Нөгөштән көс,  тауҙарҙан рух алыпАуылдың аҡһаҡалы, 80 йәштән аша атлап уҙған Әғзәм Әминев – Бөрйәндә беренсе булып “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән юғары исем алған кеше. Һуғыш йылдары балаһы булараҡ, бәләкәйҙән ауыр тормошто күреп, ҡара эшкә егелеп үҫкән ул.
– Атай яуға киткәндә һигеҙ йәшлек булып ҡалдым, – тип хәтерләй Әғзәм бабай. – Ғаиләбеҙҙә алты бала, мин – икенсеһе. Әсәйгә бәләкәстәрҙе ҡарашырға ярҙам итеп, өлкәндәр менән бергә эштә сынығып буй еткерҙем.
Тотош ғүмерен тыуған ере менән бәйләй Әғзәм Әминев. Краснокама районының Николо-Березовка ауылында бер йыллыҡ урмансылыҡ мәктәбен тамамлап ҡайтҡан йәш белгес эшкә маһирлығын тиҙ арала раҫлай. Һөҙөмтәлә уны 1967 йылда Нөгөш урмансылығына лесничий итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны 28 йыл, хаҡлы ялға киткәнсе, намыҫлы башҡара Әғзәм Яхъя улы. Урмансылыҡтың майҙаны ифрат ҙур була, уға күрше Брәтәк, Исламбай, Аҫҡар ауылдарының ерҙәре лә ҡарай. Эште яҡшы ойоштороу өсөн хужаға көн дә тиҫтәләрсә саҡрым ара үтергә тура килә.
– Күбеһенсә һыбай йөрөнөм, – тип хәтерләй урмансы. – Эш шул ҡәҙәр күп булды. Мәҫәлән, 1 майҙа ағас ултыртырға сығып китәбеҙ ҙә ике аҙнанан һуң ғына ҡайтып инә торғайныҡ. Элек Нөгөш тә киң, мул һыулы ине. Яҙғы ташҡын мәлендә ярҙарынан сығып, ярһып аға. Уның аша күпер юҡ, ә беҙгә диләнкәләргә ағас ултыртырға барырға кәрәк... Ике яр араһына арҡан тартып, кәмә менән кейем-һалымды, үҫентеләрҙе, ашамлыҡты, башҡа кәрәк-яраҡты сығарыу бер-ике көнгә һуҙылып китер ине. Шулай йыл да 100 – 150 гектар ерҙә ағас сәсеп торҙоҡ. Хужалыҡтар өсөн бихисап бура бураныҡ. Өҫтәүенә йылына 1 500 кубометр самаһы таҡта быса, 40 тоннаға яҡын сайыр ағыҙа торғайныҡ. Бер гектар майҙанды биләгән питомнигыбыҙ ҙа бар ине. Ғөмүмән, йүгереп йөрөп эшләнек.
Әғзәм Яхъя улы ошо урында, урмандарҙың бөгөнгө хәленә туҡталып, көрһөнөп ҡуйҙы: “Элеккенән айырмалы, ерҙәребеҙҙең күбеһенә үҙебеҙ хужа түгел хәҙер. Нисек теләй, шулай файҙаланалар байлығыбыҙҙы...”
– Бабайығыҙ райондың шәп спортсыһы ла булды, – тип йылмайып һүҙгә ҡушылды һигеҙенсе тиҫтәһен теүәлләһә лә, һылыулығын ташламаған Өммөгөлсөм инәй. – Район һабантуйына ауылдан йүгереп бара ла эстафетала тәүге урынды яулай ҙа ҡайта! Оҫта ҡурайсы булыуы менән дә йәштән дан ҡаҙанды ул. Урмандың арҡырыһын-буйын әйләнеп сыҡҡан тәбиғәт балаһының күңеле йыр-моңһоҙ буламы һуң?! Районда ике йыл элек уҙғарылған ҡурайсылар конкурсында төп бүләкте лә Әғзәм бабайығыҙ яуланы!
Биш бала үҫтергән Әминевтәр ғаиләһе “Башҡортостан” гәзитен илле йылдан ашыу алдырып уҡый икән. “Бихисап эш, мәшәҡәт араһында ваҡытын тура килтереп, телевизорҙан яңылыҡтар тапшырыуын ҡарау бик һирәк эләгә, – ти дуҫтарыбыҙ. – Шуға күрә һуңғы хәбәрҙәр менән күберәк милли баҫмалар аша танышып барабыҙ. Ошоға бәйле гәзиттәрҙә сит илдәр, донъя яңылыҡтарына ла тейешле урын бирелһен ине тигән теләгебеҙ бар”.
“Башҡортостан”да Мәҙәниәт йылы уңайынан һәүәҫкәрҙәр араһында конкурс барғанын хуплаған Әғзәм Яхъя улы үҙе лә, ҡурайын алып, “Урал” көйөн һуҙып ебәрҙе. Эскәмйәлә йәнәш ултырған өлкәндәрҙең ҡарашында бер-береһенә ғүмерлек һөйөү, ихтирам тойғолары, сикһеҙ дәрт-дарман сағылды.

“Уңышты ҡулға килтереп тоттормайҙар”

Нөгөштән көс,  тауҙарҙан рух алыпАуылда әүҙем тормош алып барған өлкәндәр күп. Мәҫәлән, 72 йәштәге Хөснә Исламбаеваның етеҙлегенә хайран ҡалмалы!
– Үҙебеҙҙә уҙғарылған бер ниндәй саранан да ҡалған юҡ, – ти ул. – Йыйылыштарҙа даими ҡатнашам, төрлө сәхнә оҫталарының концерттарына йөрөп торам. Ауылыбыҙҙағы өлкән йәштәгеләрҙең фольклор ансамбле лә бар. Үҙебеҙҙә генә түгел, күрше ауылдарҙа ла сығыш яһайбыҙ.
Ҡырҡ йылдан ашыу мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән Хөснә Исламбаеваның тағы ла бер үҙенсәлеге бар: ул ҡул эшенә оҫта. Һуҡҡан балаҫтары, бәйләгән селтәрҙәре йортона күркәмлек, йәм өҫтәп тора.
– Был шөғөлгә әсәйемдән өйрәндем, – ти Хөснә инәй. – Ҡул эштәрен белеүем хаҡлы ялға сыҡҡас айырыуса кәрәк булды: буш ваҡытты ла файҙалы үткәреү мөмкинлеге бар. Заказ биреүселәр ҙә йылдан-йыл арта. Күптән түгел бер балаҫымды балалар баҡсаһына һатып алдылар. Районда уҙғарылған төрлө сараларға ла саҡырып торалар. Мәҫәлән, ҡул эштәрем быйыл йәй Бөрйәндә үткән этнофестивалдә тирмәләрҙе биҙәне. Уларҙы йәрминкәләргә лә сығарам.
Хөснә Исламбаева бөгөнгө ауылдарҙағы эшһеҙлек мәсьәләһен күптәрҙең ялҡаулығына, битарафлығына, уңышты кемдәндер көтөп ятыуына бәйләй.
– Бер-беребеҙгә һалышырға, нимәнәндер ғәйеп эҙләргә күнегеп киттек, – ти ул. – Борон да бит эште берәүҙең дә ҡулына килтереп тоттормағандар, ата-бабабыҙ үҙ көсө менән йәшәгән, тырышып эшләгән. Әлеге кәсептәребеҙҙең барыһы ла тиерлек электән килә. Уларҙы үҫтерергә, заманса камиллаштырырға тейешбеҙ.
Хөснә инәй бөгөнгө шарттарҙа иман йорттарының тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһалай. Әйтеүенсә, Совет осоронан һуң Бөрйән районында тәүге мәсет тап ошо Ғәлиәкбәрҙә асылған. Уны ауылдаштары, республикала киң билдәле дәүләт эшмәкәре Исмәғил Ғәбитов төҙөткән. Әйткәндәй, Ғәлиәкбәргә электр уты үткәртеүҙә, юлдарҙы яҡшыртыуҙа, Нөгөш аша ныҡлы күпер һалдырыуҙа, яңы мәктәп астырыуҙа ла Исмәғил Әхмәҙулла улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
– Мәсеткә йыш йөрөйөм, – ти Хөснә инәй. – Унда өлкәндәрҙең генә түгел, йәштәрҙең дә килеүе һөйөндөрә. Иманлы кешенең эше уң, күңеле тыныс була – халыҡ шуны аңлаһын ине.

Исламдың төп асылы – хеҙмәт

Нөгөштән көс,  тауҙарҙан рух алыпМәсеткә юлландыҡ. Уның имам-хатибы менән гәзит уҡыусыларыбыҙ таныш инде: “Башҡорт балы – Бөрйән даны” исемле республика этнофестивале алдынан тәжрибәле солоҡсо Самат Сабитов тураһында мәҡәлә (“Ата-баба юлын дауам итеп”, 11 июль, 2014 йыл) донъя күргәйне. Йүнсел ата-бабабыҙҙан мираҫ булып ҡалған кәсепте үҫтереүгә күп көс һала, Бөрйән ҡортон һаҡлау маҡсаты менән янып-көйөп йәшәй. Тамырҙары – ошо ауылда, олаталары ла ғүмер буйы солоҡ тотҡан. Самат мулла батман яһау оҫтаһы булараҡ та киң билдәле. Ҡул эштәрен сит төбәктәрҙән дә килеп алалар, туристар уның йортон урап уҙмай.
– Исламдың төп асылы – хеҙмәт, – ти Самат Сабитов. – Мосолман намаҙ уҡыуҙан башҡа ваҡытын эштә уҙғарырға тейеш. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ – һәр нәмәне белергә, өйрәнергә кәрәк. Йома вәғәздәре һөйләгәндә лә, шәхси тормошом аша ла ауылдаштарыма ошо хәҡиҡәтте еткерергә тырышам. Аллаға шөкөр, имандың юғары көсөн аңлағандар арта. Шулай ҙа башҡараһы эш, таратаһы кәңәш күп әле.
Тау битләүендәге иман йортоноң биләмәһендә ҡарағай үҫентеләре байтаҡ. Уларҙы имам-хатиптың кәңәше менән ауылдаштары килтереп ултыртҡан икән.
– Иман йорто эргәһендә һәр беребеҙҙең айырым ағасы үҫергә тейеш, – ти Самат Сабитов. – Киләсәктә ошо тирәлә урман барлыҡҡа килеренә ышанысым ҙур.
Имам-хатиптың машинаһында урам буйлап уҙғанда бәләкәй балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә ҡәҙәр һәр кемдең мулла менән әллә ҡайҙан уҡ йылмайып иҫәнләшеүенә ғәжәпләндек тә, һоҡландыҡ та. “Ауылдаштарымды үҙем шулай өйрәттем, – ти Самат ағай, ҡыуанысын йә­шермәйенсә. – Ихлас сәләмләшеү Исламда юғары баһалана, уның бәрәкәте сикһеҙ. Йәш быуынды тәрбиәләгәндә ошоно ла онотмаһаҡ ине”.

Вәлиди ҙә ҡыҙыҡһынған

Нөгөштән көс,  тауҙарҙан рух алыпӘ балалар, һөйөнөскә күрә, Ғәлиәкбәр урамында тулып уйнап йөрөй. Мәктәп директоры Сания Ишмөхәмәтованың әйтеүенсә, быйыл I класҡа туғыҙ бала килһә, киләһе йыл был һандың 15 самаһы булыуы көтөлә. Әле туғыҙ йыллыҡ мәғариф учреждениеһында 80 уҡыусы белем ала, 13 педагог эшләй. Ике ҡатлы мәктәп бинаһы өр-яңы тиерлек, 2005 йылда төҙөлгән. Балалар баҡсаһы ла ошонда урынлашҡан.
– Беҙҙең мәктәп районда алдынғыларҙан иҫәпләнә, рейтинг буйынса тәүге урындарҙа киләбеҙ, – ти Сания Сабир ҡыҙы. – Ун ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Үрге Нөгөштә башланғыс мәктәп эшләй, балалар аҙаҡ беҙгә йөрөп уҡый.
Өлкән быуын вәкилдәренең әйтеүенсә, был ауыл уҡыусылары өсөн элек Ғәлиәкбәрҙә интернат та эшләгән дә бит... Тыуымдың ҡырҡа кәмеүе сәбәпле ул ябылған, төп мәктәп тә туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырылған.
Белем биреү учреждениеһында һөнәрен мөкиббән яратҡан педагогтар байтаҡ. Мәҫәлән, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы”, “Рәсәйҙең почетлы белем биреү хеҙмәткәре” исемен йөрөткән тарих уҡытыусыһы Дамир Аллабирҙин ауылдың үткәнен, шәжәрәләрҙе өйрәнә. Уның хеҙмәттәре районда уҙғарылған сараларҙа ҡулланыла, күргәҙмәләргә ҡуйыла. Ғәлиәкбәрҙә солоҡсолоҡ тарихына арналған мәғлүмәттәре айырым ҙур әһәмиәткә эйә.
– Ауылда ҡалған йәштәрҙең барыһы ла тиерлек умартасылыҡ менән шөғөлләнә, – ти Дамир Зиннәт улы. – Күп бала тәрбиәләп, шәхси эшен асып йәшәгәндәр арта. Шулай ҙа төпкөлдөң киләсәген нәҡ солоҡсолоҡто үҫтереүҙә күрәм. Был кәсептең үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынып, заманында беҙгә Әхмәтзәки Вәлиди ҙә килгән. Бөрйән балын һаҡлаһаҡ, һис шикһеҙ, башҡорттоң да даны артыр.

* * *
Нөгөштән көс,  тауҙарҙан рух алыпЯҙманың башында ҡышҡы һыуыҡта алыҫҡа йәйәүләп уҡырға китеп барған балалар һүрәтләнгәйне. Уларҙың “өмөт менән йылтыраған сөм-ҡара күҙҙәре”ндәге ышаныс тормошҡа ашмай ҡалмаған: төпкөлдә ятҡан Ғәлиәкбәрҙә хәҙер юлдар һәйбәт, яңы мәктәп эшләй, аҫаба халыҡ вәкилдәре араһында ғилемлеләр бихисап. Ҙур донъяға ярылған һуҡмаҡтың артабан тағы ла киңәйеренә, ныҡышмалылыҡ, белемгә ынтылыш, берҙәмлек кеүек сифаттарҙың төбәк ҡеүәтен йәнә арттырырына ышаныс ныҡлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874