Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр кем яуаплылыҡ тойһон
Һәр кем яуаплылыҡ тойһон
Республика көнө алдынан Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш булды. Сарала Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре төбәктең социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән билдәле шәхестәр ҡатнашты. Республика халҡын һәм тантанаға йыйылғандарҙы байрам менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Республика башлығы төбәктең тотороҡло үҫешен билдәләне, мөмкинлектәрен баһаланы, мөһим сәйәси ваҡиғаларҙы барланы, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы.


Донъялағы һәм илдәге сәйәси, иҡтисади хәлдәр, ғөмүмән, һуңғы мөһим ваҡиғалар хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуын йылдың төп ваҡиғаһы тип билдәләне.
— Башҡортостан беренселәрҙән булып ҡырымдарға ярҙам ҡулын һуҙҙы. Шефлыҡҡа алынған Белогорск районы өсөн беҙҙең халыҡ 200 миллион һум тирәһе аҡса йыйҙы. Яғыулыҡ, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек тә оҙаттыҡ. Тиҫтәләгән социаль объект, күп ҡатлы йорттар, һыу селтәре яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы менән төҙөкләндерелде, — тине республика башлығы. — Украинала барған граждандар һуғышынан ҡасҡан 5 меңдән ашыу кеше беҙҙә һыйыныр урын тапты. Ҡасаҡтарҙы медицина, психологик һәм социаль ярҙамдан өҙмәйбеҙ. Күптәре эшкә урынлашты.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, бөгөнгө шарттарҙа төп маҡсат — халыҡ менән бергә булыу. “Төп иғтибар иң мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡайтып ҡалырға тейеш: халыҡтың мәшғүллеген арттырыу, килемде күбәйтеү, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөү, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәтте үҫтереү зарур”, — тине ул.
— Халыҡтың тормош сифатын тото­роҡло үҫтереү шарт. Республикала был йәһәттән һөҙөмтә бар. Халыҡтың килеме арта. Бюджет өлкәһе хеҙмәт­кәрҙәренең — табиптарҙың, уҡытыусыларҙың, тәр­биәселәрҙең — хеҙмәт хаҡы күтәрелде. Сентябрҙә иҡтисадтың бюджеттан тыш тармағында минималь эш хаҡы яҡынса 1,5 мең һумға артты. Ә был иһә дөйөм хеҙмәт хаҡының күтәрелеүенә килтерә­сәк. Күптән түгел ҡабул ителгән указға ярашлы, киләһе йылдың ғинуарынан бюджет өлкәһендә түбән эш хаҡы алған 40 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙең хеҙмәт хаҡы арттырыласаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.
Республика башлығы төбәктең иҡти­сади һәм социаль хәленә лә туҡталды. Эшһеҙлек күрһәткесе, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, иң түбән кимәлдә. Демографик хәл яҡшырған. Заман талаптарына яуап биргән һаулыҡ һаҡлау объекттары сафҡа инә. Дөйөм һәм профессиональ белем биреү учреждениелары Рәсәй кимәлендә юғары рейтинг яулай. Киләһе йылға республикала балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү күҙаллана. Мәҙәниәт өлкәһе тотороҡло үҫешә, яңы әһәмиәтле проекттар тор­мошҡа аша. Башҡортостан спорт үҙәге булараҡ та күптән дан алған.
Рөстәм Хәмитов инвестиция сәйәсә­тендәге, иҡтисадтағы, ауыл хужалы­ғын­дағы, төҙөлөш өлкәһендәге ҡаҙа­­ныш­тарҙы барланы, республика Хөкүмәте алдындағы бурыстарҙы ла билдәләне.
— Тәү сиратта импортҡа алмаш булдырыу йәһәтенән әүҙем эшләргә кәрәк. Республикала үҙ продукцияһын етеш­терергә теләүселәргә шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә киң. Икенсенән, ауыл хужалығын үҫтереү шарт. Агросәнәғәт — иҡтисади тотороҡлолоҡтоң төп “локомотивы”. Эшҡыуарлыҡ тармағын да онотмайыҡ. Был йәһәттән республикала байтаҡ эш башҡарылды. Әммә әле булһа бюрократик “мәшәҡәттәрҙән” ҡотола алмайбыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Шулай ҙа төп маҡсат, Президенттың әйтеүенсә, “тормош сифаты буйынса иң алдынғы төбәктәр исемлегенә инеү”.
— Беҙгә иҡтисади үҫеш кәрәк — ҡаҙна мөмкинлектәре артһын, дәүләт һәм муниципаль кимәлдәге социаль программалар тормошҡа ашһын, халыҡ етеш йәшәһен, тормош сифаты яҡшырһын өсөн. Һәр кеше яуаплы эшләргә, белемен һәм көсөн республиканың үҫешенә йүнәл­тергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Тантаналы йыйылыш сәнғәт оҫта­ларының сағыу концерты менән тамамланды.



Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә