Республика көнө алдынан Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш булды. Сарала Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре төбәктең социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән билдәле шәхестәр ҡатнашты. Республика халҡын һәм тантанаға йыйылғандарҙы байрам менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Республика башлығы төбәктең тотороҡло үҫешен билдәләне, мөмкинлектәрен баһаланы, мөһим сәйәси ваҡиғаларҙы барланы, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы.
Донъялағы һәм илдәге сәйәси, иҡтисади хәлдәр, ғөмүмән, һуңғы мөһим ваҡиғалар хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуын йылдың төп ваҡиғаһы тип билдәләне.
— Башҡортостан беренселәрҙән булып ҡырымдарға ярҙам ҡулын һуҙҙы. Шефлыҡҡа алынған Белогорск районы өсөн беҙҙең халыҡ 200 миллион һум тирәһе аҡса йыйҙы. Яғыулыҡ, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек тә оҙаттыҡ. Тиҫтәләгән социаль объект, күп ҡатлы йорттар, һыу селтәре яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы менән төҙөкләндерелде, — тине республика башлығы. — Украинала барған граждандар һуғышынан ҡасҡан 5 меңдән ашыу кеше беҙҙә һыйыныр урын тапты. Ҡасаҡтарҙы медицина, психологик һәм социаль ярҙамдан өҙмәйбеҙ. Күптәре эшкә урынлашты.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, бөгөнгө шарттарҙа төп маҡсат — халыҡ менән бергә булыу. “Төп иғтибар иң мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡайтып ҡалырға тейеш: халыҡтың мәшғүллеген арттырыу, килемде күбәйтеү, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөү, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәтте үҫтереү зарур”, — тине ул.
— Халыҡтың тормош сифатын тотороҡло үҫтереү шарт. Республикала был йәһәттән һөҙөмтә бар. Халыҡтың килеме арта. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең — табиптарҙың, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең — хеҙмәт хаҡы күтәрелде. Сентябрҙә иҡтисадтың бюджеттан тыш тармағында минималь эш хаҡы яҡынса 1,5 мең һумға артты. Ә был иһә дөйөм хеҙмәт хаҡының күтәрелеүенә килтерәсәк. Күптән түгел ҡабул ителгән указға ярашлы, киләһе йылдың ғинуарынан бюджет өлкәһендә түбән эш хаҡы алған 40 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙең хеҙмәт хаҡы арттырыласаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.
Республика башлығы төбәктең иҡтисади һәм социаль хәленә лә туҡталды. Эшһеҙлек күрһәткесе, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, иң түбән кимәлдә. Демографик хәл яҡшырған. Заман талаптарына яуап биргән һаулыҡ һаҡлау объекттары сафҡа инә. Дөйөм һәм профессиональ белем биреү учреждениелары Рәсәй кимәлендә юғары рейтинг яулай. Киләһе йылға республикала балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү күҙаллана. Мәҙәниәт өлкәһе тотороҡло үҫешә, яңы әһәмиәтле проекттар тормошҡа аша. Башҡортостан спорт үҙәге булараҡ та күптән дан алған.
Рөстәм Хәмитов инвестиция сәйәсәтендәге, иҡтисадтағы, ауыл хужалығындағы, төҙөлөш өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы барланы, республика Хөкүмәте алдындағы бурыстарҙы ла билдәләне.
— Тәү сиратта импортҡа алмаш булдырыу йәһәтенән әүҙем эшләргә кәрәк. Республикала үҙ продукцияһын етештерергә теләүселәргә шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә киң. Икенсенән, ауыл хужалығын үҫтереү шарт. Агросәнәғәт — иҡтисади тотороҡлолоҡтоң төп “локомотивы”. Эшҡыуарлыҡ тармағын да онотмайыҡ. Был йәһәттән республикала байтаҡ эш башҡарылды. Әммә әле булһа бюрократик “мәшәҡәттәрҙән” ҡотола алмайбыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Шулай ҙа төп маҡсат, Президенттың әйтеүенсә, “тормош сифаты буйынса иң алдынғы төбәктәр исемлегенә инеү”.
— Беҙгә иҡтисади үҫеш кәрәк — ҡаҙна мөмкинлектәре артһын, дәүләт һәм муниципаль кимәлдәге социаль программалар тормошҡа ашһын, халыҡ етеш йәшәһен, тормош сифаты яҡшырһын өсөн. Һәр кеше яуаплы эшләргә, белемен һәм көсөн республиканың үҫешенә йүнәлтергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Тантаналы йыйылыш сәнғәт оҫталарының сағыу концерты менән тамамланды.