Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уҡытыусы гәзит уҡымаһа...
Уҡытыусы гәзит уҡымаһа...
Беҙ Иҫәнғолға йома көн иртән килеп төштөк. Почтаның насар эшләгәнен белгәнгә күрә, бер нисә дана өр-яңы “Йома” һанын да алғайныҡ. Уҡыусыларыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү өсөн гәзитебеҙҙең әллә ҡасанғы һанын тотоп ултырыу килешмәй бит инде. Осрашыуҙарҙың береһе район үҙәгендәге гимназияла булды. Мөғәллимдәр коллективына шундай һорау бирәм: “Кемдәр “Башҡортостан” гәзитен өйөнә алдыра?”

Бүтән мәктәптәрҙе ҡы­йыр­һытырға те­лә­гәндән түгел, ләкин гимназияны беҙ өл­гөлө уҡыу йорто тип ҡабул итәбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә – элиталы мәктәп. Ләкин минең һорау хөр­мәтле мөғәллимдәр ара­һында ҡаушау тыуҙыр­ған кеүек булды. Ахырҙа дәфтәр тикшереп ултырған бер уҡытыусы, башын ҡалҡыт­май ғына, ҡул күтәрҙе:
– Мин алдырам! Йыл һайын.
Рәйлә Аҫылбаева булып сыҡты ул (һу­ңынан белеүебеҙсә, гимназия директоры Гәүһәр Назарова ла йортона алдыра икән).
– Әсәйем дә уҡытыусы булып эшләне, ғүмер буйы матбуғаттан айырылманы, – тине Рәйлә Әхәт ҡыҙы. – Уҡытыусы, биге­рәк тә башҡорт гимназияһында эшләгән педагог, милли матбуғатһыҙ йәшәй ҙә алмаҫҡа тейеш!
Тик гәзитте алдырмағас, милләттең бөгөнгө хәле һәм “Башҡортостан” гәзи­тенең уны нисек яҡтыртыуы тураһында һөйләшеү килеп сыҡманы. Әлеге беҙ алып килгән һандың аҙаҡҡы битен күрһәтәм: Салауат ҡалаһындағы 24-се мәктәптең беҙ­ҙең гәзитте даими алдырып барған уҡы­тыусылары сығыш яһаған унда. Мә­ҡәлә “Ҡиммәтлеге ҡурҡытмай” тип атала.
Шул саҡ уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Райхан Иҙрисова урынынан торҙо:
– Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә тотош коллектив менән яҙылайыҡ! Гимназия бит беҙ, эш ха­ҡы милли матбуғатҡа яҙылырға мөм­кин­лек бирә, кемдәр аҡса йәлләй, ана гә­зиттең “Йома” һаны ярты йылға 500 һум са­маһы ғына тора, халҡыбыҙҙың милли матбуғатына шулай ҙа ярҙам итә алмаһаҡ...
Ҡаршы килеүселәр табылманы. Иҫән­ғол башҡорт гимназияһы гәзитте алдырып ҡына ҡалмаҫ, был баҫма күтәргән проблемалар буйынса һөйләшеүҙәрҙә лә әүҙем ҡатнашыр – беҙгә яҙышыр, гәзиттең сайтында мәҡәләләргә ҡарата фекер­ҙәрен белдереп торор, тип өмөт итәбеҙ. Юғиһә, улар үҙ уҡыусыларына: “Әүҙем йәшәгеҙ, битараф булмағыҙ, белемегеҙҙе үҫтереү өҫтөндә даими эшләгеҙ!” – тип өйрәтә алырмы?


.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә