Беҙ Иҫәнғолға йома көн иртән килеп төштөк. Почтаның насар эшләгәнен белгәнгә күрә, бер нисә дана өр-яңы “Йома” һанын да алғайныҡ. Уҡыусыларыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү өсөн гәзитебеҙҙең әллә ҡасанғы һанын тотоп ултырыу килешмәй бит инде. Осрашыуҙарҙың береһе район үҙәгендәге гимназияла булды. Мөғәллимдәр коллективына шундай һорау бирәм: “Кемдәр “Башҡортостан” гәзитен өйөнә алдыра?”
Бүтән мәктәптәрҙе ҡыйырһытырға теләгәндән түгел, ләкин гимназияны беҙ өлгөлө уҡыу йорто тип ҡабул итәбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә – элиталы мәктәп. Ләкин минең һорау хөрмәтле мөғәллимдәр араһында ҡаушау тыуҙырған кеүек булды. Ахырҙа дәфтәр тикшереп ултырған бер уҡытыусы, башын ҡалҡытмай ғына, ҡул күтәрҙе:
– Мин алдырам! Йыл һайын.
Рәйлә Аҫылбаева булып сыҡты ул (һуңынан белеүебеҙсә, гимназия директоры Гәүһәр Назарова ла йортона алдыра икән).
– Әсәйем дә уҡытыусы булып эшләне, ғүмер буйы матбуғаттан айырылманы, – тине Рәйлә Әхәт ҡыҙы. – Уҡытыусы, бигерәк тә башҡорт гимназияһында эшләгән педагог, милли матбуғатһыҙ йәшәй ҙә алмаҫҡа тейеш!
Тик гәзитте алдырмағас, милләттең бөгөнгө хәле һәм “Башҡортостан” гәзитенең уны нисек яҡтыртыуы тураһында һөйләшеү килеп сыҡманы. Әлеге беҙ алып килгән һандың аҙаҡҡы битен күрһәтәм: Салауат ҡалаһындағы 24-се мәктәптең беҙҙең гәзитте даими алдырып барған уҡытыусылары сығыш яһаған унда. Мәҡәлә “Ҡиммәтлеге ҡурҡытмай” тип атала.
Шул саҡ уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Райхан Иҙрисова урынынан торҙо:
– Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә тотош коллектив менән яҙылайыҡ! Гимназия бит беҙ, эш хаҡы милли матбуғатҡа яҙылырға мөмкинлек бирә, кемдәр аҡса йәлләй, ана гәзиттең “Йома” һаны ярты йылға 500 һум самаһы ғына тора, халҡыбыҙҙың милли матбуғатына шулай ҙа ярҙам итә алмаһаҡ...
Ҡаршы килеүселәр табылманы. Иҫәнғол башҡорт гимназияһы гәзитте алдырып ҡына ҡалмаҫ, был баҫма күтәргән проблемалар буйынса һөйләшеүҙәрҙә лә әүҙем ҡатнашыр – беҙгә яҙышыр, гәзиттең сайтында мәҡәләләргә ҡарата фекерҙәрен белдереп торор, тип өмөт итәбеҙ. Юғиһә, улар үҙ уҡыусыларына: “Әүҙем йәшәгеҙ, битараф булмағыҙ, белемегеҙҙе үҫтереү өҫтөндә даими эшләгеҙ!” – тип өйрәтә алырмы?
.