Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йомарт ер, уңған кешеләр
Йомарт ер, уңған кешеләрИртәгә Башҡортостандың төп дәүләт байрамын — Республика көнөн — билдәләйбеҙ. Ул илебеҙҙә ике тиҫтә самаһы йыл элек башланған мөһим сәйәси һәм иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар менән тығыҙ бәйле. Тап ошо көндә Башҡортостан етәкселеге, үҙ иңенә халҡы һәм Рәсәй яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ алып, Дәүләт суверенитеты хаҡында декларацияны ҡабул итте. Был ваҡиға илебеҙҙә федератив мөнәсәбәттәрҙе заманса камиллаштырыуға башланғыс һалды, шуға күрә 1990 йылдың 11 октябрен тотош ил тарихында ҙур әһәмиәткә эйә булған көн тип баһаларға тулы нигеҙ бар.
Ғәҙәттә, тыуған көн алдынан үткәндәрҙе барлап, сираттағы йылға һығымталар яһарға күнеккәнбеҙ. Республиканың уңыш-ҡаҙаныштарына килгәндә, уның һәр тармағын айырым-айырым билдәләп үткәндә лә булыр ине, әммә иң мөһиме — төбәктәге һәр “еңеү” халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, уның матди, милли, рухи-мәҙәни һәм башҡа ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә, төбәктең сәйәси абруйын, социаль-иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға йүнәлтелә.
Бөгөн иһә Башҡортостандың яңырған, социаль-иҡтисади һәм сәйәси йәһәттән тотороҡлолоҡҡа өлгәшкән дәүер ҡаҙаныштарын Мәләүез районы миҫалында барларға булдыҡ. Шишмәнән — йылға, йылғанан диңгеҙ хасил булғандай, республикабыҙҙың йөҙөн дә ауылдар, ҡалалар, хеҙмәт кешеләре, ергә ерегеп үҫкән халҡыбыҙ билдәләй бит.





Яҡташтар биргән баһа ҡәҙерлерәк


Йомарт ер, уңған кешеләрМәләүез ерендә йыл һайын журналистика, әҙәбиәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән әҙиптәргә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, танылған журналист Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия тапшырыла. 2009 йылда район Советы тарафынан ойошторолған мәртәбәле исемде дүрт кеше алған да инде. Быйыл Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия журналист, шағир, тарихсы, филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәковҡа тапшырылды.

Тантана әҙиптең тыуған ауылы Эткөсөктә үтте. Сараға йыйылған ҡунаҡтар, әҙиптең балалары, туғандары, ауылдаштары иң башта Фәтҡулла Абдулла улын хәтерләп, зыярат ҡылды, ҡәберенә сәскә һалды. Кисәне Боһорман ауыл клубы директоры Флүрә Бикташева алып барҙы. Фәтҡулла Абдулла улының тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһалды. Эткөсөк мәктәбе уҡыусылары, һәүәҫкәр артистар яҙыусының шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, йыр менән сығыш яһаны. IV класс уҡыусыһы Азалия Смаҡованың Фәтҡулла Комиссаров яҙған “Уралым” шиғырын тасуири уҡыуы айырыуса тетрәндергес булды. Фәнил Күзбәков һүҙҙәренә, Рәзилә Ҡотлогилдина көйөнә “Олатайҙар беҙҙең сәсән булған...” исемле йыр ҙа күңелдәргә хуш килде.
— Тормошта төрлө бүләк алырға тура килде, әммә яҡташтар биргән баһанан да юғарырағы юҡ икән, — тип тәьҫораты менән уртаҡлашты Фәнил Тимерйән улы. — Тыуған районыма практика үтергә ҡайтҡанда, Фәтҡулла ағай “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе ине. Элек гәзиттең баһаһы ҙур булды, ә унда эшләгәндәрҙе буй етмәҫлек шәхес тип һананыҡ. Ҡасандыр ярҙам ҡулы һуҙған, аҡыллы кәңәштәрен биргән Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премияһын алыу — минең өсөн ҙур ваҡиға.
Лауреатты ҡотлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юнир Аҙнағолов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, “Мәләүез таңдары” әҙәби-ижади берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева, Әбет ауыл Советы хакимиәте башлығы Муса Ураҙбахтин, әҙиптең улы Салауат Комиссаров сығыш яһаны.





Акшенцевтан өлгө алайыҡ!


Йомарт ер, уңған кешеләр
Ауыл хужалығы һәм эшҡыуарлыҡ. Бөгөн теләһә ҡайһы төбәктең үҫешен, иҡтисади тотороҡлолоғон башлыса ошо ике тармаҡ билдәләй. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә колхоз-совхоздарҙы “килемһеҙ” мөһөрө һуғып юҡҡа сығарыу башланғас, беҙҙә, киреһенсә, нисек тә һаҡлап ҡалыу яйын күрҙеләр. Һөҙөмтәлә бөгөн ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ төбәк үҫешенә тос өлөш индергән тармаҡтарҙың береһе һанала. Әлбиттә, республика кимәлендәге ярҙамды ла билдәләмәй ярамай. Хөкүмәттең тотош системаны нығытыуға көйләнгән сәйәси аҙымы иғтибарға лайыҡ.


Мәләүез дә был йәһәттән иҫкәрмә түгел. Төбәктә эшҡыуарҙарға ла, ауыл хужалығы предприятиеларына ла ҡолас йәйеп эшләрлек мөмкинлектәр бар. Владимир Акшенцев, мәҫәлән, заманында “Прибельский” колхозына етәкселек иткән. Үҙгәртеп ҡороу осоронда, үҙ көсөн һанап ҡарамаҡсы була — үҙаллы эшләй башлай. Бөгөн “Акшенцев” крәҫтиән (фермер) хужалығын төбәктә тотороҡло эшләгән предприятиеларҙың береһе тип беләләр. Башлыса үҫемлекселек менән шөғөлләнгән хужалыҡтың ҡаҙаныштары ла, уңыштары ла байтаҡ.
— Ниндәй культуралар сәсәһегеҙ? — тип һорайым әңгәмәсемдән.
— Ниндәйен сәсмәйһегеҙ тип һорағыҙ, — тип йылмая Владимир Петрович. — Барыһы ла бар: иген, арпа, һоло, борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө...
Ваҡытында эште алты кешенең пай ерен арендалауҙан башлаған ойошманың ҡеүәте йылдан-йыл арта бара. Бөгөн хужалыҡ 246 пайсы менән килешеү төҙөгән. Техникаға ҡытлыҡ юҡ. Йылдың-йылы яңыртып, камиллаштырып торалар.
— Тәүге көндәрҙән үк янымда тоғро дуҫтарым, тәжрибәле хеҙмәттәштәрем булды. Василий Замесин, Александр Кечин, Николай Кечин кеүек ышаныслы белгестәр булғанда эшләүе күпкә еңел. Ғөмүмән, хужалыҡта тәжрибә, тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ — төп талап, — ти рәйес.
Владимир Акшенцев хеҙмәт юлын “Урал” колхозында инженер вазифаһында башлай. Һуңынан колхоз рәйесе булып эшләп ала. Ғөмүмән, хеҙмәт һикәлтәләрен лайыҡлы үтә ул. Ҡайҙа ла үҙен булдыҡлы етәксе, тәүәккәл ойоштороусы, тоғро дуҫ тип таныта. Ә ғаиләһендә уны уңған хужа, алыштырғыһыҙ ир, хәстәрлекле атай тип тә беләләр. Ҡатыны Елена Владимировна менән ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Андрей менән ҡыҙҙары Татьяна — бәхетле атай-әсәйҙең ныҡлы ышанысы, өмөтө.
Әйткәндәй, “Акшенцев” хужалығы хәйриә сараларынан да ситтә ҡалмай. Ауыл халҡына ярҙам итһенме, балалар баҡсаһына, урындағы мәктәпкә кәрәк-яраҡ алышһынмы — Владимир Акшенцев барыһына ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ә ҡасандыр үҙе етәкселек иткән “Прибельский” колхозының тотороҡло үҫеше туранан-тура “Акшенцев” хужалығы менән бәйле тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.
Бөгөн колхоз малсылыҡ йүнәлешендә эшләй. 370 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 200 һауын һыйыры иҫәпләнә. Техника, мал аҙығын әҙерләү мәсьәләләрен колхоз етәкселеге Владимир Петровичтың ярҙамы менән хәл итә.
— Хужалыҡта 18 кешегә эш урыны булдырылды. Коллектив татыу, уңған. Ҡышҡа тулыһынса әҙербеҙ. Мал аҙығы етерлек күләмдә тупланды. Малдарға килгәндә, башлыса тоҡомло һыйырҙарҙы үрсетергә тырышабыҙ. Аҡты көн дә Мәләүез һөт етештереү комбинатына оҙатабыҙ, — ти “Прибельский” ауыл хужалығы етешетереү кооперативы етәксеһе Владимир Танатаров.
Владимир Александрович иң уңған һауын­сыларының — Лилиә Кетчина менән Наталья Кутузованың — хеҙмәтен да билдәләп китте.
Пландары ҙур хужалыҡ етәксеһенең. Мал һанын күбәйтеү, килемде арттырыу, техника мәсьәләһен хәстәрләү. Иң мөһиме – эшләргә теләк һәм маҡсат бар.
“Акшенцев” һәм “Прибельский”... Владимир Акшенцев һәм Владимир Танатаров... Мәләүездең тотороҡло үҫеше ергә ерегеп үҫкән ошо ир-азаматтар ҡулында.








Ҡышҡа әҙерҙәр


Йомарт ер, уңған кешеләр
“Ҡыш — тырышлыҡҡа имтихан”, — ти Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре. Ысынлап та, йылытыу миҙгеле тәү сиратта уларҙың әҙерлеген һынай.


Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре 35 йылылыҡ ҡаҙанлығын тәьмин итә, шул иҫәптән ҡалала — һигеҙ, район биләмәһендә 27 ҡаҙанлыҡ иҫәпләнә. Уларҙың бөтәһе лә электр энергияһын экономиялау маҡсатында газ менән йылытыуға күсерелгән. Шулай уҡ 12 үҙәк йылытыу пункты һәм 100,3 саҡрым оҙонлоғонда ике ҡатлы йылылыҡ селтәрҙәренең төҙөклөгө өсөн дә йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре яуаплы. Предприятие йылылыҡ энергияһын урындағы тимер-бетон ҡоролмалар заводы ҡаҙанлығынан һатып ала.
Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәренең ҡеүәтен айырыуса ҡаланың Шәкәр заводы ҡасабаһы халҡы юғары баһалай, сөнки былтыр йыл аҙағында “Мәләүез шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡасабаны йылылыҡ һәм йылы һыу менән тәьмин итмәйәсәге тураһында хәбәр иткәс, төп яуаплылыҡ йылылыҡ селтәренә төштө. Системаны ҡайтанан яңыртыу, республика адреслы инвестиция программаһында ҡатнашыу, уға ярашлы республика һәм муниципаль бюджеттан 21, 6 миллион һум аҡса алыу, тиҙ арала ҡаҙанлыҡтар төҙөү, инженер селтәрҙәре һуҙыу... Һөҙөмтәме? Сентябрҙә Шәкәр заводы ҡасабаһында өр-яңы ҡаҙанлыҡтар сафҡа инде.
Бөгөн иһә предприятие етәкселеге ауылдарҙа йылылыҡ селтәрен яңыртырға ниәтләнә. Мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, иҫке ҡаҙанлыҡтар автомат режимына көйләндереләсәк. Был иһә тәү сиратта сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Форсаттан файҙаланып, Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре директоры Геннадий Ярославцевтан ағымдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.
— Ҡышҡа тулыһынса әҙербеҙ. Йыл дауамында бөтә ҡаҙанлыҡтар, үҙәк йылылыҡ пункттары ремонтланды. Ҡайнар һәм һыуыҡ һыу торбалары алмаштырылды. Йылытыу миҙгеле башланғансы, планға ярашлы, йылытыу системаһы тикшерелеп, бөтә талаптарға яуап бирерлек кимәлгә еткерелде. Бөтә ҡаҙанлыҡтар ҙа режимға әҙерлек тикшереүен уңышлы үтте, — тине Геннадий Иванович.
Шуны билдәләп үтеү мөһим: районда һәм ҡалала йылытыу миҙгеле йыл да юғары кимәлдә ойошторола. Күп фатирлы йорттарҙа, учреждение, ойошма, предприятиеларҙағы йылылыҡ, ғәҙәттән тыш һыуыҡтарҙа ла тотҡарлыҡһыҙ эшләй — “Йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәте эшселәренең йыл дауамында барған өҙлөкһөҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе был.







Яңы мәсет — ауыл күрке


Йомарт ер, уңған кешеләрҠорбан байрамы алдынан Смаҡ ауылы халҡы ҙур шатлыҡ кисерҙе — бында иман йорто асылды.

Байрамда дин әһелдәре, район хакимиәте вәкилдәре, Өфөнән, күрше ауылдарҙан ҡунаҡтар ҡатнашты. Республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан хәҙрәт Сәйәхов доға ҡылды, байрамға килеүселәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. “Ислам — тыныслыҡ һәм изгелек дине. Мосолмандар үҙ-ара ғына түгел, башҡа дин вәкилдәре менән дә уртаҡ тел табырға тейеш. Аллаһ йорто һалыу — иман юлындағы тәүге аҙым ул. Мәсет асыу ғына аҙ, кешеләрҙең бында юлды онотмауы мөһим”, — тине ул телмәрендә.
Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, ауылда заманында ғибәҙәтхана булған. Әммә төрлө сыуалыштар мәлендә ул юҡҡа сығарылған. Күңеле менән дингә тартылып йәшәгән халыҡ тиҫтә йылдар инде иман йорто төҙөү хыялы менән янған. Ниһайәт, смаҡтарҙың теләктәре тормошҡа ашты.
Иман йортон асыу тантанаһы ысын халыҡ байрамына әүерелде. Йәше-ҡарты мәсет алдындағы майҙанға йыйылды. Берәү ҙә буш ҡул менән кил­мәгәйне. Кемдер аҡсалата хәйер һалды, кемдер йыһаздар, китаптар, башҡа кәрәк-яраҡ бүләк итте.
Байрамдың рәсми өлөшө дөйөм намаҙ, ҡорбан ите ҡуйылған табын менән тамамланды. Был көндә Смаҡ ауылында атай-олатайҙар иҫтәлегенә, һәр кемдең һаулығына арналған, тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа саҡырған тәүге аҙан яңғыраны.





Матурлыҡ таҙалыҡтан башлана


Йомарт ер, уңған кешеләрМәләүез яҡтарында шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте — ҡайҙа барһаң да тәртип, бөхтәлек, таҙалыҡ. Тирә-яҡта сүп-сар, ҡоро ағас күрмәҫһең. Тротуарҙар тап-таҙа итеп һеперелгән, аллеяларҙа күҙҙең яуын алып сәскәләр үҫеп ултыра, газондар тип-тигеҙ, халыҡ күпләп йыйылған урында ла сүп күҙгә салынмай. Хужалы ер икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора.

Әҙәм күрке — сепрәк, ағас күрке — япраҡ тигәндәй, ҡала-район биләмәләренең йөҙөн таҙалыҡ, бөхтәлек, төҙөклөк билдәләй. Мә­ләүездең күрке өсөн иһә “Йәшел хужа­лыҡ” муниципаль унитар пред­приятиеһы яуаплы. Исеме үк әйтеп тора — ойошма ҡала һәм районды төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү менән шөғөлләнә. 2006 йылда ойошторолған хужалыҡтың әһәмиә­тен мәләүездәр тойоп өлгөргән дә инде. Төбәктәге һәр матурлыҡ предприятие хеҙмәткәрҙәренең көсө, фантазияһы менән тыуҙырылған. Сәскә түтәлдәре яһау, газон үләндәрен тәрбиәләү, һәйкәлдәрҙе ремонтлау, урамдарҙы таҙа тотоу — был көндәлек бурыстарҙың бер нисәүһе генә. Ә күҙгә күренмәгән мәшәҡәттәр? Әйткәндәй, берәҙәк эттәрҙе тотоу ҙа хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән.
Ҡаланы йәшелләндереүгә лә ҙур иғтибар бүлә Мәләүез етәкселеге.
— Йыл һайын 300-гә яҡын ағас (шыршы, ҡайын, имән, йүкә), 60 меңләп сәскә үҫентеһе ултыртабыҙ. Йәшеллек — йәшәү символы. Матурлыҡ таҙалыҡтан башланғанын һәр кем тойоп, аңлап йәшәһен ине, — ти “Йәшел хужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Александр Ефремов.






Тотороҡло үҫеш юлында


Йомарт ер, уңған кешеләр“Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә сифатлы продукция етештереүсе булараҡ билдәле. Предприятие етештергән тауарҙарҙы айырыуса илдең төньяғында күпләп һатып алалар. Федераль әһәмиәтле объекттарҙы төҙөлөш материалы менән тәьмин итеп, ҙур тәжрибә туплаған завод коллективы күләмле дәүләт заказдарын да үтәй. Бында етештерелгән тимер-бетон ҡоролмаларҙың заманында Байкал — Амур магистрале, Байконур объекттарында ҡулланылыуы ла Мәләүез төҙөүселәренең үҙ өлкәһендә ҙур абруй ҡаҙаныуын дәлилләй.

Бөгөн предприятиела 1000-гә яҡын кешегә эш урыны булдырылған. Һигеҙ айҙа 126 мең кубометр тимер-бетон йыйылмаһы һәм тауар бетоны етештерелгән. Тәүлек ҡеүәте — 800-ҙән ашыу кубометр.
— Заводта формаға һалыу, арматура цехы һәм бетон иҙмәһе етештереү участкалары бар. Үҙ карьерыбыҙҙан сеймал алыу, ваҡлау-сортҡа айырыу цехы проект һәм дәүләт стандарты талаптарын тулыһынса үтәү мөмкинлеген бирә, — ти “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” йәмғиәте директоры Рәмил Мәжитов. — Заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән лабораторияла тауар сифатын һынау, контролдә тотоу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Шулай уҡ тауарҙы етештереү процесы тәүге баҫҡыстан аҙағына тиклем даими күҙәтелә. Бетон ҡатышмаһын эшкәртеүҙә ту­лы­һынса компьютер систе­маһы ҡулланыла. Иҙмә сос­тавына ингән сеймал төрҙәре, һыу заманса ҡорамал менән үлсәп һалына.
Әйткәндәй, Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводында етештерелгән продукция милли стандартҡа һәм техник шарттарға тулыһынса яуап бирә. Сығарылған бөтә тауарҙың 90 проценты сертификацияланған булыуы ла — быға асыҡ дәлил.
Заводтың шәхси һәм күп ҡатлы төҙөлөш тармағында ла үҙ урыны бар. Иң мөһиме — предприятие етәкселеге булғанға ғына шөкөр ҡылып йәшәмәй, эҙләнә, өйрәнә, таба.
Предприятиеның төп байлығы — белемле инженерҙар, юғары квалификациялы эш­селәр, тәжрибәле белгестәр. Кадрҙар әҙерләү, уларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу йәһәтенән даими эш алып барыла. Ғөмүмән, хеҙмәт кешеһе төп иғтибар үҙәгендә бында. Иркен, яҡты ял бүлмәләре, йыуыныу урындары хәстәрләнгән, эшкә махсус транспорт йөрөтә, туҡланыуға ташлама ҡаралған, йәш белгестәргә дәртләндереү пособиеһы түләнә, балалары тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтелә. Ошонда уҡ медицина-һауыҡтырыу пункты эшләй. Йыл һайын хеҙмәткәрҙәр араһында 11 спорт төрө буйынса спартакиада ойошторолоуы ла — етәкселектең иғтибары, ихтирамы һөҙөмтәһе.
Завод етәкселеге хаҡлы ялдағы хеҙ­мәткәрҙәрен дә онотмай. 460 пенсионерҙы ярҙамдан өҙмәйҙәр: утынын, ҡомон кил­терәләр, башҡа кәрәк-ярағын хәстәрләйҙәр.
Йәмғиәттең тағы бер яғын билдәләп үтеү мөһим: завод хәйриә сараларында әүҙем ҡатнаша. Ауырыу балалар иҫәбенә аҡса күсерһенме, мәсет йә сиркәү төҙөүҙә булышлыҡ күрһәтһенме, яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә мәктәптәрҙе ремонтлауҙа ҡатнашһынмы — барыһы ла халыҡ мән­фәғәтендә. Ә ҡалала мини-футбол буйынса балалар командаһының һөҙөмтәлеэшләп килеүе — “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” менән “Башбетон” холдинг ком­панияһының уртаҡ уңышы.
“Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте — даими үҫешкән, заманса предприятие. Ныҡлы уйланылған иҡтисади йүнәлеш, һөнәри оҫталыҡ, юғары сифатлы тауар, ҡулланыусы зауығын ҡәнәғәтләндереү — коллектив өсөн көндәлек маҡсат.







Балалар баҡсаһына сират юҡ


Йомарт ер, уңған кешеләрБашта уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк: бөгөн ҡаланың Йәштәр, Шәкәрле, Ҡояшлы һәм Питомник биҫтәләрендә йәшәүселәрҙе мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарын ҡайҙа урынлаштырырға тигән һорау борсомай — бында балалар баҡсаларына сират юҡ. Ғөмүмән, төбәктең үҫешен билдәләгән төп күрһәткес ул, минеңсә, сөнки урындағы халыҡ бөгөн иң киҫкен һаналған мәсьәләнән азат икән, тимәк, ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше тотороҡло, төҙөлөш йылдам бара, эш урындары етерлек, йәштәр күп, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә...
Тыуған көндә бүләкһеҙ буламы ни! Ҡала көнөндә Шәкәр заводы ҡасабаһы кескәйҙәре лә өй туйланы — бында 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Тулыһынса заман талаптарынан сығып төҙөлгән баҡса – күптәрҙең хыялы! Тиҙлек һәм сифат берлеге ошолай була, күрәһең. Ярты йыл эсендә бөтә яҡтан да етеш, камил бинаның ҡалҡып сығыуына ата-әсәләр үҙҙәре лә ышанып етмәй әле.
— Хыялдар тормошҡа аша. Ике баламды ла ошо балалар баҡсаһына бирергә тип торам. Үҙемә лә эшкә сығыу яғын хәстәрләргә кәрәк. Ваҡытлы һәм бик мөһим бүләк булды был беҙҙең өсөн, — тип шатлана ике бала әсәһе Нәргизә Ибраһимова.
“Кристаллик” балалар баҡсаһында алты төркөм эшләйәсәк. Кескәйҙәрҙең телмәр етешһеҙлектәрен, тотлоғоуҙы, һаҡаулыҡты бөтөрөү маҡсатында логопедия төркөмөн асыу ҙа күҙаллана. Физик культура һәм музыка залдары, медицина блогы, йәмле йоҡо бүлмәләре, заманса аш-һыу ҡорамалдары — барыһы ла сабыйҙарҙың көнөн, ялын файҙалы һәм күңелле үткәреү маҡсатында ойошторолған. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк — балалар баҡсаһындағы мөхит өйҙө хәтерләтә. Бында шул тиклем рәхәт, яҡты, йылы.
Балалар баҡсаһы тураһында һөйләгәндә, был “мөғжизәне” тыуҙырған оҫталар хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп китмәү яҙыҡ булыр — “Капиталстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры – А. Лесин) хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт емеше был. Йөрәк йылыһын йәлләмәй башҡарғас, һөҙөмтә лә күңелде ҡыуандыра, күҙҙең яуын алып тора.
Ошо уҡ көндә тантанаға килгән ҡунаҡтар баҡса тирәләй шыршылар ҙа ултыртып сыҡты. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа Шәкәр заводы ҡасабаһы ысын мәғәнәһендә үҫеш кисерә. Быйыл, мәҫәлән, урындағы мәктәп тулыһынса төҙөкләндерелгән, ике заманса ҡаҙанлыҡ сафҡа ингән. Етеш, тотороҡло үҫештең башы ғына был. Иманым камил, Шәкәр заводы ҡасабаһы хаҡында бер генә яҙмаҫбыҙ әле!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872