Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып...
Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып... Атаһы баҡыйлыҡҡа күскәс, батша­лыҡҡа улы Вәлид килә. Ул Өмәүиә дәүләтен көсәйтеүгә бар тырыш­лы­ғын һала. Батшалыҡ хеҙмәтендә иң уңғандарҙың береһе була Вәлид бә­ни Ғәбделмалик. Ул Мәҙинә ҡалаһын яңынан төҙөтөп, Рәсүлуллаһтың мә­се­тен ҙурайттыра, матурлата. Ҡәғбә­тулланың ишек бағаналарын мәр­мәр­ҙән эшләтә, алтын менән зиннәтләй.
Вәлид бәни Ғәбделмалик шулай уҡ дәүләттең сауҙа бәйләнештәрен киңәйтеүгә ҙур иғтибар бүлә, мәҙ­рә­сәләр, һөнәри мәктәптәр һалдыра. Алыш-биреште үҫтереүгә бәйле кар­уанһарайҙар, халыҡтың һаулығын яҡшыртыу ниәтендә шифаханалар, етемдәр өсөн махсус йорттар тө­ҙөтөүе менән дә тарихта айырым урын биләй.
Өмәүиә дәүләтенә етенсе батша булып Вәлидтең ҡорҙашы Сөләймән ултыра. Истанбулда ғәрәптәр өсөн иман йорто һалдырыуы менән бил­дәле ул. Был мәсет әле лә бар.
Артабан тәхеткә Ғөмәр бәни Ғәб­делғәзиз килә. Ул үтә мәрхәмәтле, диндар кеше була. Халҡына итәғәт­лелеге арҡаһында дәүләттә тыныс­лыҡ хөкөм һөрә. Рәсүлуллаһтың нәҫеленә ҙур хөрмәт күрһәтә. Зәғиф­тәрҙе, фәҡирҙәрҙе ярҙамдан айырмай. Ғөмәр бәни Ғәбделғәзиз донъя малына ҡыҙыҡмай, аҙ ғына ашҡа, ямаулы кейемгә лә ҡәнәғәт булып йәшәй.
Унан етәкселеккә икенсе Изид, Һәшәм бәни Ғәбделмөлөк, икенсе Вәлид, өсөнсө Изид, Ибраһим бәни Вәлид килә. Өмәүиәнең һуңғы – ун дүртенсе – батшаһы иһә Мәрүән Хмәр була. Ул һуңғы йылдарҙағы буталсыҡтарҙы бөтөрөүгә, фетнә­ләр­ҙе баҫтырыуға күп көс һала, һөҙөмтәлә халыҡ ике йыл самаһы тыныс йәшәй. Һуңынан Хөрәсәндә Әбүмөслим исемле зат Ислам дәү­ләтен ҡулға алғас, Өмәүиә бөтөрө­лөп, батшалыҡ Әл Ғәбәсәгә күсә.

Өсөнсө фасыл

Дулт Ғәбәсиә.
Ғәбәсә дәүләте


Батшалыҡ “Дулт Ғәбәсиә” тип йөрөтөлә башлай. Уға, дөйөм ал­ғанда, ғәбәсәләрҙән 37 батша 523 йыл хеҙмәт итә. Араларында етәк­селек эшенә һәләтлеләр күп була, улар Ислам мәмләкәтенә ҙур ихтирам күрһәтә. Мосолмандарҙың был осорҙағы ғилем, мәғариф, сауҙа өл­кәләрендәге хеҙмәттәрен баһаларға була. Бихисап ғалим, хаким, мөж­дә­һид үҫеп сыға. Шулай уҡ дини, фәнни китаптар яҙылып, күбеһе башҡа тел­дәргә тәржемә ителә. Мосолман ғалимдары ерҙең түңәрәк икәнен иҫбатлай, уны төрлө дәрәжәләргә бүлә. Ай менән ҡояштың дәүмәлен үлсәйҙәр, компас, сәғәт уйлап сыға­ралар, былар хаҡында китаптар яҙа­лар. Ғаләмгә, мәҙәниәткә файҙалы ошо һәм башҡа эштәре йәһәтенән донъя халыҡтарына остаз булалар. Ағзам, Әбү Йософ, Мөхәмәд, Шафиғ, Малик, Әхмәт бәни Ханбал имамдар һәм башҡа дин ғалимдары, мөждә­һидтәр мәҙәниәтте үҫтереүгә күп көс һала. Имам Ғазалый ибне Халидун, Ғәли бәни Сина, Уарабиләр кеүек Ислам хакимдары барлыҡ донъяла билдәлелек яулай. Уларҙың байтаҡ китабы Европа телдәренә тәржемә ителә. Был илдәрҙең христиандары әлеге Ислам хакимдарының исеме әйтелгәндә аяғүрә баҫа торған була.
37 батша араһынан Мансур, Һа­рун әл Рәшид, Мамун етәкселек иткән дәүерҙәр иң ҡотлоһо, тынысы була. 923 йылда Ислам дәүләте Әл Ғәбәсиәнән Әл Ғоҫманға күсә.

Дүртенсе фасыл

Ғәбәсиә дәүләте ваҡытынан Ис­лам мәмләкәте араһында ваҡ-ваҡ батшалыҡтар бүленеп ҡалған. Улар тарих китаптарында “Туаъиф Мөлөк” тип атала. Был ваҡ батшалыҡтарҙың иң мәшһүрҙәре – Фатмун, Әйүбиә, Салжукиә дәүләттәре.

Бишенсе фасыл

Индас тарихы

Өмәүиә батшалары араһынан Вәлид бәни Ғәбделмалик дәүерендә Испания ярымутрауы мосолман­дар­ҙың вәләйәтенә әүерелә. Тарих китаптарында был ерҙәр Индас тип йөрөтөлә. Унда тәүге батша Ғаб­драхман була. Ул Индасты тәртипкә килтерә, мәмләкәтте – алты губер­наға, губернаторҙарҙы бер нисә идараға бүлә. Мосолмандарға ла, христиандарға ла тигеҙ ҡарай.
Ғабдрахман батша, мәмләкәттә тыныслыҡ урынлашҡас, унда ғилем һәм мәғрифәтте көсәйтеү эшенә ке­решә. Ҡыртибә шәһәрендә мәктәп­тәр, мәҙрәсәләр һалдыра, мөғәл­лим­дәр килтереп, ғәрәп балаларына белем бирҙерә башлай. Халҡында игенселек эшенә, кәсеп итеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Тәүгеһе өсөн һыу быуалары яһата. Һөҙөмтәлә элек юҡҡа сыҡҡан игенлектәр, бесәнлектәр тергеҙелә. Ғабдрахман батша, 32 йыл хеҙмәт итеп, вафат була.




Автор: Хажиәхмәт ӘМӘКӘСОВ. Район: Күгәрсен районы, Теләүембәт ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә