Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙең өсөн ул ниндәй байрам?
Был аҙнала Башҡортостан халҡы Республика көнөн байрам итә. Башта Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндө Суверенитет көнө булараҡ байрам иттек, һуңғы йылдарҙа ул Республика көнөнә әүерелде. Арабыҙҙа әлеге датаны сираттағы ял көнө булараҡ ҡына ҡабул итеүселәр ҙә барҙыр. Ә һеҙҙең өсөн 11 октябрь ниндәй көн?


Ҡәҙим АРАЛБАЙ, халыҡ шағиры:
– Һорауығыҙға “Республика көнө” исемле шиғырымдан өҙөк менән яуап ҡайтарыр инем:
Миңә көн дә — Республика көнө!
Илем менән таңым уяна.
Илем менән иртәләрем имен,
Көнөм иман менән нурлана.
Салауаттар яҡҡан усаҡтарҙың
Осҡондары сәсрәй күҙемә.
Ул осҡондар күберәк осҡан һайын
Көн яҡтыра, эңер һүрелә...

Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡорт­остан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты:
– Был байрамды республикам тор­мошондағы, уның яҙмышындағы иң әһә­миәтле көн тип ҡабул итәм. Дөрөҫөн әйткәндә, уның хатта ниндәй кимәлдә, ниндәй исем менән билдәләнеүе лә мөһим түгел. Иң мөһиме — тыныс, тотороҡло үҫешкән илдә йәшәйбеҙ. Йолала­рыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һаҡланған, телебеҙ йәшәй — ошо иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ һәм байлығыбыҙ, минеңсә. Уҡытыусы була­раҡ, шуны ғына өҫтәр инем: респуб­ликабыҙҙың киләсәге, милләтебеҙҙең иртәгәһе көнө, ғөмүмән, ил яҙмышы ғаиләлә, мәктәптә хәл ителә.

Ләлә БЕЙЕШЕВА, йәмәғәт эшмәкәре:
– Йәшерен-батырыны юҡ, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында был дата киңерәк билдәләнә торғайны. Кә­йефтәр ҙә көрөрәк, күңел дә күтәренкерәк ине... Зама­налар үҙгәрҙе, үҙаллылыҡ төшөнсәһе лә ҡағыҙҙа ғына ҡалды тиһәк тә була. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ. Республиканың исеме һаҡланды, телебеҙ йәшәй, ниндәй генә булмаһын, үҙ Конституциябыҙ бар. Иң мөһиме – башҡортлоғобоҙҙо юғалт­майыҡ.

Айзилә САЛАУАТОВА, студент:
– Йәшермәйем, байрам сараларында бер ҙә генә ҡатнашҡаным юҡ. Был көндәрҙә ауылға ҡайтып, атай-әсәйемде, туғандарымды күреп килеү теләге ҙуры­раҡ. Элегерәк, мәктәптә уҡығанда, был датаны билдәләмәй ҡалмай торғайныҡ, әлбиттә. Дәрестәрҙә республика, тыуған ил темаларына инша яҙып, һүрәт тө­шө­рөп, концерт программалары әҙерләүҙәр әле лә иҫтә. Ә тарихҡа килгәндә, был датаның әһәмиәтен аңлайым һәм хөрмәт итәм.

Денис ИСЛАМОВ, йәш белгес:
– Республика көнө – тоғролоҡ, ватан­сы­лыҡ тойғолары уятҡан көн. Тыуған ерем­дән ситтә тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Берәй ҡайҙа сә­фәргә барған арала ла Башҡорт­оста­нымды һағынып ҡайтам. Ошонда тыуып үҫкәне­мә, ошо ергә ерегеп йәшәгәнемә ғорурланам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә