Был аҙнала Башҡортостан халҡы Республика көнөн байрам итә. Башта Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндө Суверенитет көнө булараҡ байрам иттек, һуңғы йылдарҙа ул Республика көнөнә әүерелде. Арабыҙҙа әлеге датаны сираттағы ял көнө булараҡ ҡына ҡабул итеүселәр ҙә барҙыр. Ә һеҙҙең өсөн 11 октябрь ниндәй көн?
Ҡәҙим АРАЛБАЙ, халыҡ шағиры:– Һорауығыҙға “Республика көнө” исемле шиғырымдан өҙөк менән яуап ҡайтарыр инем:
Миңә көн дә — Республика көнө!
Илем менән таңым уяна.
Илем менән иртәләрем имен,
Көнөм иман менән нурлана.
Салауаттар яҡҡан усаҡтарҙың
Осҡондары сәсрәй күҙемә.
Ул осҡондар күберәк осҡан һайын
Көн яҡтыра, эңер һүрелә...
Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты:– Был байрамды республикам тормошондағы, уның яҙмышындағы иң әһәмиәтле көн тип ҡабул итәм. Дөрөҫөн әйткәндә, уның хатта ниндәй кимәлдә, ниндәй исем менән билдәләнеүе лә мөһим түгел. Иң мөһиме — тыныс, тотороҡло үҫешкән илдә йәшәйбеҙ. Йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һаҡланған, телебеҙ йәшәй — ошо иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ һәм байлығыбыҙ, минеңсә. Уҡытыусы булараҡ, шуны ғына өҫтәр инем: республикабыҙҙың киләсәге, милләтебеҙҙең иртәгәһе көнө, ғөмүмән, ил яҙмышы ғаиләлә, мәктәптә хәл ителә.
Ләлә БЕЙЕШЕВА, йәмәғәт эшмәкәре:– Йәшерен-батырыны юҡ, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында был дата киңерәк билдәләнә торғайны. Кәйефтәр ҙә көрөрәк, күңел дә күтәренкерәк ине... Заманалар үҙгәрҙе, үҙаллылыҡ төшөнсәһе лә ҡағыҙҙа ғына ҡалды тиһәк тә була. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ. Республиканың исеме һаҡланды, телебеҙ йәшәй, ниндәй генә булмаһын, үҙ Конституциябыҙ бар. Иң мөһиме – башҡортлоғобоҙҙо юғалтмайыҡ.
Айзилә САЛАУАТОВА, студент:– Йәшермәйем, байрам сараларында бер ҙә генә ҡатнашҡаным юҡ. Был көндәрҙә ауылға ҡайтып, атай-әсәйемде, туғандарымды күреп килеү теләге ҙурыраҡ. Элегерәк, мәктәптә уҡығанда, был датаны билдәләмәй ҡалмай торғайныҡ, әлбиттә. Дәрестәрҙә республика, тыуған ил темаларына инша яҙып, һүрәт төшөрөп, концерт программалары әҙерләүҙәр әле лә иҫтә. Ә тарихҡа килгәндә, был датаның әһәмиәтен аңлайым һәм хөрмәт итәм.
Денис ИСЛАМОВ, йәш белгес:– Республика көнө – тоғролоҡ, ватансылыҡ тойғолары уятҡан көн. Тыуған еремдән ситтә тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Берәй ҡайҙа сәфәргә барған арала ла Башҡортостанымды һағынып ҡайтам. Ошонда тыуып үҫкәнемә, ошо ергә ерегеп йәшәгәнемә ғорурланам.