Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Танып”ты һәр кем тора танып
“Танып”ты һәр кем тора танып
“Танып” шифаханаһына тәүгә килеүебеҙ түгел. Тәбиғәттең хозурлығы кешеләрҙең ихласлығы менән киҫешкән ергә ҡабат-ҡабат сәфәр ҡылғы килә. Был аңлашыла ла: күңел матурлыҡҡа, сафлыҡҡа, инсафлыҡҡа тартыла. Өҫтәүенә бында сәләмәтлегеңә лә иғтибар ҙур — тәнде лә, йәнде лә дауалайҙар, ҡыҫҡаһы. Был юлы шифаханаға эшлекле сәфәр менән генә килгәйнек, шуға унда ял итеүселәргә бер аҙ көнләшеп тә ҡайтып киттек. Уның ҡарауы, “Танып”ты үҙебеҙ өсөн тағы ла нығыраҡ астыҡ — сәләмәтлек, дуҫлыҡ, мәрхәмәтлек мәккәһе икән ул.


“Танып”ты һәр кем тора таныпЙән, тән ял иткән ерҙә

“Танып”тың эшләй башлауына киләһе йыл ун йыл тула. Шифахана өсөн был, бәлки, әллә ни ҙур ҙа арауыҡ түгелдер, әммә республикала ғына түгел, Рәсәй, хатта донъя кимәлендә аб­руй ҡаҙана барған “Танып” өсөн — ҙур башланғыс. Минераль сыға­наҡ­тар базаһында барлыҡҡа кил­гән башҡа бик күп шифаханалар кеүек үк, “Та­нып”­тың да үҙ тарихы бар. Аҡһа­ҡал­дар бәйән ите­үенсә, Баш­ҡорт­ос­тандың төнья­ғындағы изге шишмә элек-электән шифалы булыуы менән бил­дәле, “бик күп ауырыуҙан да­уа”, тиелә риүә­йәттәрҙә лә. “Ошо шиш­мәнең һыуы менән битен йыуған һуҡырҙарҙың күҙҙәре асыл­ған, яуҙа яраланған батырҙар аяҡҡа баҫҡан, шишмәнән ауыҙ ит­кәндәр ҡартай­ма­ған, оло йәштә лә сәләмәт­легенә зарланмаған”. Бәлки, кемдер былар­ҙы саманан тыш арттырыу тип уйлар, әммә күңел ял иткән ерҙә һаулығың да нығыныр, кәйефең дә шәп, эштә­рең дә уң булыр. Быға, әлбиттә, тәбиғәт тә, “Танып” шифаханаһы хеҙмәт­кәрҙәре лә булышлыҡ итә. Әйтәйек, яңыраҡ бында минераль һыу сығарыу цехы асылған. Изге шишмәнән ҡойолған “Танып” һыуын “Полушка” сауҙа селтәре магазиндарында табырға мөмкин.

“Танып”ты һәр кем тора таныпӨкөгә эш етерлек

“Танып”ҡа килеп төшөү менән беҙҙе өкө ҡаршы алды. Эйе-эйе, өкө. Шифахана хакимиәте ял итергә килгәндәрҙең барыһын да шулай өкө кейемендә ҡаршы алыуҙы ойошторған икән. Йыраҡ юлдан килгәс, бер аҙ йонсотоп та кителгәйне, әммә ҡолас йәйеп ҡаршы сыҡҡан был “йән эйәһен” күргәс, күңел күтәрелде. “Хужа” һәр ҡайһыбыҙ менән ихлас иҫәнләште, яҡын туғанын күргәндәй ҡосаҡлап уҡ алды. Өфө ҡунаҡтарына ғына шундай иғтибарҙыр тип уйлай күрмәгеҙ берүк. Ул — һәр ял итеүсенең тоғро дуҫы, кәрәк икән кәңәшсеһе, ярҙамсыһы. Иң мөһиме — өкөгә эш етерлек, сөнки “Танып”тан йыл дауамында кеше өҙөлмәй.
Ял итеүселәр килеү менән мотлаҡ рәүештә тәжрибәле табиптарҙа консультация үтә. Теләйһең икән — терапевҡа, теләйһең икән педиатрға мөрәжәғәт ит. Физиотерапевт, дерматовенеролог, гинеколог, хирург, стоматолог, уролог та һеҙҙең ҡарамаҡта. Дарыухана ла бар. Ә дауалауға килгәндә, “Танып” тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылған. Бальнеотерапия, дауалау массажы, заманса аппа­раттарҙа физиотерапия, лаборатор диагностика, механотерапия, SPA-капсулалар, сауна — барыһы ла ял итеүселәр өсөн. Шифаханала дауалау алым­дарының ғына түгел, йылы һүҙҙең дә ҡөҙрәтенә, көсөнә ышанаһың. “Танып”та шул тиклем ихлас, алсаҡ хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һәр ҡайһыһы хәлеңә инер, ярҙам ҡулы һуҙыр. Улар тураһында әллә күпме яҙырға мөмкин, әммә шуны ғына өҫтәр инем: бында тәжрибә һәм йәшлек камил үҫешә.
— Татыу, берҙәм коллектив — уңыш-ҡаҙаныштарҙың төп билдәһе. Беҙҙә тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан хеҙмәт­кәрҙәр тупланған. Бөтә башлан­ғыста­рыбыҙҙың халыҡ өсөн эшләнгәнен аңлайбыҙ, шуға бурыстарыбыҙ ҙа, маҡ­саттарыбыҙ ҙа, киләсәккә пландарыбыҙ ҙа тәү сиратта яуаплылыҡҡа ҡайтып ҡала, — ти “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов.
Яуаплылыҡ тигәндәй, шифахана етәкселеге бер байрамды ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Айырыуса Оло йәштәгеләр көнө юғары кимәлдә ойошторола бында. Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас, Борай, Тәтешле, Яңауыл райондарынан саҡы­рылған әбей-бабайҙар был көндө шифаханала ял итә. Улар өсөн экскурсиялар, байрам табыны, концерт программалыры ойошторола. Ҡорбан байрамында иһә шартына тура килтереп ҡорбан салыу, оло йәштәгеләрҙе, балаларҙы ҡорбан ашы менән һыйлау ҙа — шифахананың матур йолаһы.

Барыһы ла халыҡ өсөн

“Танып” шифаханаһы буйлап ат­лайбыҙ. Ҙур, яҡты, бөхтә бүлмәләр. Ял итеүселәр өсөн китапхана, бильярд, тренажер залдары, өҫтәл теннисы, мини-гольф, мунса, сауна эшләй. Теләйһең икән, прокатҡа спорт ҡоролмаларын алып торорға мөмкин. Кистәрен төрлө күңел асыу программалары ҡаралған. Уйын-көлкө, конкурстарҙы, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙарҙы, үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын ял итеүселәр һәр саҡ көтөп ала. Асҡын районының иҫтәлекле урындарына ойошторолған экскурсиялар ҙа йылы хәтирәләр ҡалдыра. Ғөмүмән, шифаханала кеше рәхәтләнеп ял итһен, һаулығын нығытһын өсөн барыһы ла бар. Бының өсөн етәкселек көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. “Барыһы ла халыҡ өсөн”, — ти улар бер тауыштан.
Әткәндәй, “Танып”ты хәҙер республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта донъяла ла таныйҙар.
— Беҙҙең шифаханала Сахалиндан алып Калининградҡа тиклем төрлө төбәктән, хатта Германиянан килеп ял итәләр, — ти Кашшаф Сәйфит улы, ғорурланып.
Ғорурланырлыҡ та шул. Әгәр хеҙмәтең танылһа, тырышлығың баһаланһа, иң мөһиме – халыҡ араһында абруйың булһа, ниңә ғорурланмаҫҡа, ти?!

Еңеүҙәрҙең нигеҙе — тырышлыҡта

Киләһе йылда “Танып”тың асылыуына 10 йыл туласағы хаҡында үрҙә әйтеп үткәйнек инде. Әммә шифахананың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡан һайын был дата ҡабат-ҡабат үҙенә арбаны. Ун йыл. Ошо ваҡыт эсендә “Танып” ни тиклем бейеклектәргә өлгәшкән... Һис һүҙһеҙ, төп күрһәткес — ойоштороу кимәле, беҙҙеңсә. Шифахананы тәүге көндәрҙән үк дөрөҫ йүнәлештә көйләгән етәксе булмаһа, һәр башланғысты алдан тоҫмаллап, айыҡ аҡыл менән баһалаған директор тәғәйенләнмәһә, һине ярты һүҙҙән, хатта ҡарашыңдан аңлаған татыу, берҙәм коллектив тупланмаһа, был тиклем ҡаҙаныштарға өлгәшеүе, ай-һай, мөмкин дә булмаҫ ине. Һоҡланыуыбыҙҙы Кашшаф Сәйфит улынан да йәшермәнек. Башҡалар ҙа белһен, күрһен, өйрәнһен өсөн генә уңыш серен етәксенең үҙенән дә һораныҡ.
— Ун йыл. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республиканы ғына түгел, ил, донъя киңлектәрен яулауы ҡыйын булманымы?
— Мин бер ваҡытта ла ауырлыҡтарҙан ҡурҡманым. Киреһенсә, уларҙы һынау кеүек ҡабул итергә күнеккәнмен. Һынауҙы лайыҡлы үтәм икән, тимәк, тырышлығым юҡҡа булмаған. Ә һөҙөмтәләргә килгәндә, һәр ҡаҙаныш, һәр еңеү бөртөкләп йыйылған алтынға бәрәбәр. Береһе лә еңел бирелмәне. Йоҡоһоҙ төндәр, халыҡ, коллектив алдында яуаплылыҡ, тә­үәккәллек һәм, иң мөһиме, хеҙмәткәр­ҙәреңә ышаныс... Әйткәндәй, кол­лек­тивымдан уңдым. Бындай “тыл” булғанда эшләүе лә рәхәт, еңел.
— Тимәк, бөтәһе лә тырышлыҡҡа ҡайтып ҡала.
— Әлбиттә. Тик ултырып ҡына үрҙәр яулап булмай.

Йәштәргә үрнәк булһын

“Танып” тураһында яҙғанда, йәштәргә үрнәк булһын тигән теләктән, шифа­хананың врач-урологы Урал Мөрсәлимов хаҡында ла бер-ике һүҙ әйтмәй булдыра алмайым. Баймаҡ районының Мәмбәт ауылы егете ул. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлау менән ошонда эш башлаған. Һөнәре буйынса хирург.
— Диплом алғас, Өфөлә ҡалыу уйы менән янманым. Маҡсатым нисек тә күңелгә ятҡан эш урыны табыу ине. Хыялым тормошҡа ашты, — ти егет кеше баҫалҡы ғына.
— Эш башлап китеүе ҡурҡытманымы һуң?
— Юҡ, остаздарым яҡшы булды.
Бөгөн Урал ике бала атаһы. Ҡатыны менән Айбулат, Камилә исемле ул һәм ҡыҙ үҫтерә.
— Торлаҡ мәсьәләһен нисек хәл иттегеҙ? — тип һорайбыҙ Уралдан.
— Шифахана етәкселеге был йәһәттән хәстәрлек күреп ҡуйғайны инде. Ҡаса­бала хеҙмәткәрҙәр өсөн өйҙәр төҙөлгән. Эш башлау менән асҡысын да тапшырҙылар, — егеттең яуабында үҙе, ғаиләһе өсөн шатлыҡ та, етәкселәренә рәхмәт тә сағылды.
“Танып” тураһында тағы әллә күпме яҙырға булыр ине. Әммә йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр тигәндәй, һеҙ ҙә Асҡын яҡтарына барып әйләнегеҙ, дуҫтар! Үкенмәҫһегеҙ. “Танып”тан булмай туйып!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872