Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тау итәген иңләй ҡуй көтөүе...
Тау итәген иңләй ҡуй көтөүе...
Көндәр һалҡынайтып, көҙ үҙ буяуын тирә-йүнгә яҡһа ла, Майлы йылғаһы буйын йәйгесә йәнлелек ташламаған. Хатта ҡайһы бер сәскәләр ҙә тажын бал ҡорттарының һуңғы осошона асып, әллә ҡайҙан саҡырып тора. Ә тау битләүҙәрендә һарыҡ көтөүе уртлай. Бә-ә... Бәрәстәр әсәләрен эҙләй. Ба-а... Улары иһә сабыйлыҡтан сыға барған ғәзиздәрен үләнлерәк ергә саҡыра.


Борондан шулай булған бында. Ана бит, ата-баба йылғаның исемен дә Майлы тип ҡушҡан. Эргәлә генә ятҡан Аҡҡондоҙ ауылы аҡһаҡалдары әйтеүенсә, һимеҙ мал эс-ҡарынын йыуғанға шулай аталмыш, имеш. Бөгөн дә, башҡа тарафтарҙа һарыҡ­сылыҡҡа иғтибар кәмегән бер осор­ҙа, ейәнсуралар быны, киреһенсә, ауыл хужалығы тармағының төп йүнәлеше иткән. “Маяҡ” хужалы­ғында ғына ла 1 700-ҙән ашыу аҫрала, бәрәстәр һаны мең ярымға етә. Ә шоферҙар “Семиколенка” тип йөрөткән ете быуынлы тау итәктәрен 700-гә яҡыны иңләй, 500-ләп бәрәс быуын нығыта.
Тау итәген иңләй ҡуй көтөүе...— Был яҡтар һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүгә ҡулай, — ти хужалыҡ етәксеһе урынбаҫары Эдуард Тажиев.
Малсылыҡҡа килгәндә, “Маяҡ” хужалығында шулай уҡ һыйыр һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу буйынса үҙәк булдырыу өсөн күп эшләнә. Ошонда уҡ районда мөһим инвестиция проекты — һарыҡсылыҡты үҫтереү муниципаль программаһы тормошҡа ашырыла. Уны Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та хуплаған. Дөйөм инвес­тиция йәлеп итеү күләме 65,5 миллион һум тәшкил итә. Әле про­грамманың өсөнсө этабы ғәмәлгә ашырыла, ул 600 баш тоҡомло һа­рыҡ, техника алыуҙы, ҡуралар төҙөү һәм йүнәтеүҙе, биләмәне төҙөк­ләндереүҙе үҙ эсенә ала.
Беҙ барғанда көтөүсе Рафаэль Тоҡомбәтов һарыҡтарын утарға төшөрә ине. Улар Иншар Әминев менән өсәр тәүлек алмашлап эшләй икән. Рафаэль әйтеүенсә, эште яҡшы ойошторғас, ял итергә лә ваҡыт ҡала. Малдар бер тәртипкә өйрәнеп, үҙ юлын белә. Әйтерһең, тиҙҙән йылы ҡураларға индерелеп, килтерелгән әҙер аҙыҡты таптырыр көндәре яҡынлашыуын һиҙә төҫлө...






Автор: Т. МУСИН. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә