Көндәр һалҡынайтып, көҙ үҙ буяуын тирә-йүнгә яҡһа ла, Майлы йылғаһы буйын йәйгесә йәнлелек ташламаған. Хатта ҡайһы бер сәскәләр ҙә тажын бал ҡорттарының һуңғы осошона асып, әллә ҡайҙан саҡырып тора. Ә тау битләүҙәрендә һарыҡ көтөүе уртлай. Бә-ә... Бәрәстәр әсәләрен эҙләй. Ба-а... Улары иһә сабыйлыҡтан сыға барған ғәзиздәрен үләнлерәк ергә саҡыра.
Борондан шулай булған бында. Ана бит, ата-баба йылғаның исемен дә Майлы тип ҡушҡан. Эргәлә генә ятҡан Аҡҡондоҙ ауылы аҡһаҡалдары әйтеүенсә, һимеҙ мал эс-ҡарынын йыуғанға шулай аталмыш, имеш. Бөгөн дә, башҡа тарафтарҙа һарыҡсылыҡҡа иғтибар кәмегән бер осорҙа, ейәнсуралар быны, киреһенсә, ауыл хужалығы тармағының төп йүнәлеше иткән. “Маяҡ” хужалығында ғына ла 1 700-ҙән ашыу аҫрала, бәрәстәр һаны мең ярымға етә. Ә шоферҙар “Семиколенка” тип йөрөткән ете быуынлы тау итәктәрен 700-гә яҡыны иңләй, 500-ләп бәрәс быуын нығыта.
— Был яҡтар һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүгә ҡулай, — ти хужалыҡ етәксеһе урынбаҫары Эдуард Тажиев.
Малсылыҡҡа килгәндә, “Маяҡ” хужалығында шулай уҡ һыйыр һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу буйынса үҙәк булдырыу өсөн күп эшләнә. Ошонда уҡ районда мөһим инвестиция проекты — һарыҡсылыҡты үҫтереү муниципаль программаһы тормошҡа ашырыла. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та хуплаған. Дөйөм инвестиция йәлеп итеү күләме 65,5 миллион һум тәшкил итә. Әле программаның өсөнсө этабы ғәмәлгә ашырыла, ул 600 баш тоҡомло һарыҡ, техника алыуҙы, ҡуралар төҙөү һәм йүнәтеүҙе, биләмәне төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.
Беҙ барғанда көтөүсе Рафаэль Тоҡомбәтов һарыҡтарын утарға төшөрә ине. Улар Иншар Әминев менән өсәр тәүлек алмашлап эшләй икән. Рафаэль әйтеүенсә, эште яҡшы ойошторғас, ял итергә лә ваҡыт ҡала. Малдар бер тәртипкә өйрәнеп, үҙ юлын белә. Әйтерһең, тиҙҙән йылы ҡураларға индерелеп, килтерелгән әҙер аҙыҡты таптырыр көндәре яҡынлашыуын һиҙә төҫлө...