Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Аҡыллы селтәр” — Өфөлә
Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы Рәсәйҙә
беренсе булып “Smart Grid” концепцияһын ҡуллана
21 – 24 октябрҙә Өфөлә “Йәшел энергетика” ХIV Рәсәй энергетика форумы, “ШОС энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм “Энергияны һаҡлау. Электр техникаһы. Кабель” ХХ махсус күргәҙмәһе уҙғарыла. Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәр ҡатнаша.

Сараны Рәсәй Энергетика министрлығы, Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйә­сә­те министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙа­мы менән Башҡортостан Хөкүмәте, Баш­ҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойоштора. Төп бағыусыларҙың береһе — Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы. Уның инновациялы эшмәкәрлеге ғәмәли үҫешкә эйә. Мәҫәлән, компания ярҙамы менән Өфө электр селтәре комплексы яңыртылған “Smart Grid” (“аҡыллы селтәр”) элементтары ҡулланылған тәүге ҡалаға әүерелде. Ошо форум айҡанлы йәмғиәттең генераль директоры Андрей Макаровҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Был хеҙмәттәшлеккә юл нисек һалынды?
– Бындай проектты тормошҡа ашырыу тура­һындағы ҡарар 30 майҙа компанияның Дирек­торҙар советында ҡабул ителде. Әлбиттә, уға тиклем оҙайлы һәм ентекле әҙерлек эше баш­ҡарылды. Был эш 2013 йылдың июнендә “Баш­ҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм уның бүлендек ком­панияһы — “Башкирэнерго” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәте делегацияһының Израилдә “The Israel Electric Corporation” Ltd ойошмаһының электр селтәре хужалығында “Smart Grid”ты ғәмәлгә индереү тәжрибәһе менән танышыуынан башланды. Башҡортостан йәмғиәттәре Израиль компанияһы, шулай уҡ “Сименс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге менән осрашып, республикабыҙҙың баш ҡалаһында электр селтәрен яңыртыуҙың техник-иҡтисади нигеҙ­ҙәрен берлектә әҙерләү тураһында һөйләште. Был эш оҙаҡ көттөрмәне: 10 сентябрҙә килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Аҡыллы селтәр” төҙөү өлкәһендә донъяла алдынғылыҡты бирмәгән “Сименс” башҡарыусы сифатында сығыш яһаны, заманса электр селтәре ҡорамалдарын файҙаланыу йәһәтенән бай тәжрибәгә эйә булған “Israel Electric” өҫтәмә техник экспертизаны тормошҡа ашырыусы шеф-инженер бурысын башҡарҙы. Шулай итеп, “БЭСК” Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә ҙур ҡалалағы электр селтәре инфраструктураһын тотош яңыртыу проектын тормошҡа ашырыуҙың маҡсатҡа ярашлылығын берлектә баһалау өсөн донъя кимәлендә танылған партнерҙар менән килешеү төҙөгән тәүге компания булды.
– “Аҡыллы селтәр”ҙе ғәмәлгә индереүҙән ниндәй файҙа күрәсәкбеҙ?
– Һис һүҙһеҙ отошло проект. Уны тормошҡа ашырыу менән электр энергияһын юғалтыу кимәле 1,5-2 тапҡырға түбәнәйәсәк.
Беҙ Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ошондай сис­теманы файҙаланабыҙ. Тупланған тәжрибәнең бөтә илгә таратылыуы ихтимал. Әле Өфөлә электр энергияһын юғалтыу кимәле 15,6 процент тәшкил итә. Проект тормошҡа ашырылған тәүге осорҙа уны беҙ 8,7 процентҡа тиклем кәметеүҙе күҙаллайбыҙ.
– Тимәк, ул иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле проект булмаҡсы.
– Эйе, “Smart Grid”ты ҡулланыуҙың маҡсатҡа ярашлылығына шик юҡ. Иҡтисади яҡтан һөҙөм­тәле проектты тормошҡа ашырыу ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереүгә һәм йүнәтеүгә сығымды 20, етешһеҙлектәрҙе асыҡлауға сарыфланған ваҡыт­ты 70 процентҡа кәметеү, ҡулайлама­ларҙың хеҙмәт итеү срогын 10 про­центҡа арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. “Аҡыллы селтәр” программа-аппарат саралары, мәғлүмәт-аналитика һәм идара итеү системалары менән байыҡ­ты­рыуҙы күҙ уңында тота. Улар электр энергияһын сығанаҡтан ҡулланыусыға кәрәкле ваҡытта һәм тейешле күләмдә ышаныслы, сифатлы тап­шырыуҙы тәьмин итә. Бындай селтәрҙе шулай уҡ әүҙем-адаптив йәки интеллектуаль селтәр тип тә йөрөтәләр. Өфөлә ул электр селтәре струк­тураһын ҡулайлаш­ты­рыуға булышлыҡ итәсәк, уларҙы күҙәтеүҙе һәм идара итеүҙе еңеләйтәсәк.
– Төп партнерҙарығыҙ менән берлектә ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ?
– Башҡортостан электр селтәрҙәре компа­нияһы тарафынан башҡарылған эштәр байтаҡ. Өфөләге электр селтәре инфраструкту­раһы ха­ҡында мәғлүмәт йыйҙы, уның сифатын баһаланы, 2020 йылдың 1 ғинуарына электр селтәрен перспективалы үҫтереү планын төҙөнө. Донъяла сәйәси хәл киҫкенләшеүгә ҡарамаҫтан, “Сименс” йәмғиәте Рәсәйгә үҙ проекттарын туҡтатмай, селтәрҙе үҫтереүҙең бер нисә юлын тәҡдим итте.
Компания вәкиле Йорг Либшер әйтеүенсә, барыһы ла яҡшы концепциянан һәм энергияны һаҡлау системаһына ентекле анализдан башлана. Өфөлә Һиндостандағы Мумбаи һәм Европалағы ҡайһы бер ҙур ҡалалар тәжрибәһе ҡулланыласаҡ.
– “Israel Electric” компанияһында ла Өфөләге селтәр инфраструктураһын юғары баһалайҙар...
– Компания вәкиле Владимир Подшивалов Өфөлә “Smart Grid”ты ғәмәлгә индереүҙә ярҙам күрһәтергә теләген белдерҙе. Өҫтәүенә компания хеҙмәткәрҙәренең юғары оҫталыҡ кимәлен айырым билдәләргә кәрәклеген әйтте.
Ҙур әҙерлек эше артта ҡалды, алда иң мөһим өлөш — проектты тормошҡа ашырыу. Тәү сиратта әлеге селтәрҙе ҡулайлаштырыу һәм автоматлаштырыу, шулай уҡ коммерция иҫәбе системаһын төҙөү күҙаллана. Йәлеп ителәсәк инвестиция күләме — 3,5 миллиард һум самаһы. Баш­ҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы ҙур проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһен яҡын арала күрергә ниәтләй. Бының өсөн тәүшарттар бар.

Рәсүл ХӘМИҘУЛЛИН
әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә