Ваҡыт үткән һайын һуғыш фажиғәһен түкмәй-сәсмәй һаҡлаған хаттар, журнал, китап биттәрендәге яҙмалар, үҙҙәре бер йәнле тарих булып, уй-фекерҙәрҙе яңырта, уңалған йәрәхәттәрҙе әрнетә. Дүрт йылға яҡын барған Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙгә күп бәлә-ҡаза килтерҙе, сөнки ул юғалтыуҙарҙы беҙ үҙебеҙ тойоп, аңлап үҫтек. Һуғыш яланында ятып ҡалған ҡорбандар, тылда күргән аслыҡ, яланғаслыҡ әлеге көндәрҙә лә беҙҙең йөрәк түрендә һаҡлана.
Һуғышта ҡатнашҡан һәм унда вафат булып ҡалғандар иҫтәлегенә 1998 йылдың 29 ноябрендә Тирмән-Йылға зыяраты эргәһендә һәйкәл астыҡ. Ундағы 107 ир-егеттең исем-шәрифен яттан беләм, сөнки был һәйкәлде төҙөр алдынан уларҙың һәр береһенең тормош юлы менән танышып сыҡҡайным. Юғарыла атап киткән яугирҙәр араһынан 45-е тыуған яғына әйләнеп ҡайтманы. Улар араһында атайым Абдрахман Ғәлиулла улы Сәғәҙиев тә бар.
Яҡташыбыҙ Ғәтиәт Сәләхетдин улы Садиҡовтың исемен ишетеү менән уның һыны күҙ алдыма килеп баҫҡандай була. Күптән түгел Сәғит Әлибаевтың “Онотолмаҫ йылдар шаңдауы” тигән әҫәрен уҡып сыҡҡайным. Китапта һүҙ легендар Башҡорт атлы дивизияһы тураһында бара. Күп кенә яугирҙәрҙең батырҙарса һуғышыуын хәтерләп, автор ауылдашыбыҙ Ғәтиәт Садиҡов тураһында бына нимә яҙа: “Миномет батареяһында взвод командиры гвардия лейтенанты коммунист Ғәтиәт Сәләхетдин улы Садиҡов (Ишембай, Тирмән-Йылға артеленән, 1913 йылғы) Чернулиноға инеү өсөн ынтылып һөжүм яһаған саҡта, минометтан уларҙың бер нисә пулеметын атыуҙан туҡтатты, ут яуҙырып ятҡан автоматсыларын баҫты. Шуның менән беҙҙең дивизия, корпус штабы һалдаттарына, ваҡ төркөмдәргә бүленеп һәм берәм-берәм, дошман тылынан уның оборонаһы аша беҙҙең ғәскәрҙәр оборонаһы һыҙығына барып сығырлыҡ юл асты. Шуның өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланды...”
Минең эҙләнеүҙәремдән шул асыҡланды: Ғәтиәт ағай һуғышҡа ҡәҙәр Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Этҡол ауылы тирәһендәге ауылдарҙың береһендә уҡытыусы булып эшләгән. Уның тормош иптәше Сара Ҡолһарина — Этҡол ауылы ҡыҙы — Тирмән-Йылға зыяратында ерләнгән. Улдары Марс та мәрхүм инде.
Ғәтиәт Садиҡов 1944 йылдың ғинуар баштарында Белоруссия ерҙәрен азат иткәндә һәләк булған һәм шунда ерләнгән. Атаһы Сәләхетдин бабайҙың һөйләүенә ҡарағанда, дәрәжәһе буйынса капитан чинына барып еткән офицер булырға тейеш.
Эҙләнеүҙәр барышында икенсе геройыбыҙҙың да исеме асыҡланды: Әбделхаҡ Ғәйетҡолов күршебеҙ булып сыҡты. Ул саперҙар взводында хеҙмәт итә. Латвия ерендә һуғыш барған осорҙа бер йылға аша күпер һалғанда арғы яҡтан беҙҙең һалдаттарға ҡаршы ут асалар. Шул ваҡыт яҡташыбыҙ Әбделхаҡ ағай взвод командирына пулеметтарҙы юҡ итеү теләге менән мөрәжәғәт итә. Йылға аша йөҙөп сығып, имгәкләп тигәндәй дошман дзотына яҡынлаша, аҙ ғына ара ҡалғас, һикереп тороп бер-бер артлы ике граната ырғыта. Пулеметтар бер аҙға туҡтағандай була. Йылға аръяғында ҡалған һалдаттарҙың “Ура!” тип ҡысҡырған тауыштары яңғырап та өлгөрмәй, икенсе дзоттан ата башлайҙар. Яҡташыбыҙ һикереп тороп гранатаһын ырғытырға өлгөрмәй, ҡапыл йығыла. Ошо мәлдә ғүмере өҙөлә.
Икенсе дзотты юҡ итеү бурысы рядовой Билаловҡа йөкмәтелә. (Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылынан). Ҡаһарманлығы өсөн Әбделхаҡ Ғәйетҡолов үлгәндән һуң I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. Иптәштәре батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙы Балтик диңгеҙенә ҡойған исемһеҙ йылға буйында ерләй. Батырыбыҙҙың туғандарын һәм яҡындарын эҙләү өҫтөндә эш алып барам.
Үрҙә әйтеп киткәнемсә, 45 яугиребеҙ тыуған яғына ҡайта алмай сит ерҙә ятып ҡалды. 1903 йылғы Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы Ғөбәйҙуллинға ла ошо яҙмыш насип була. Уны беҙ 70 йылдан ашыу “юғалғандар” исемлегендә иҫәпләп йөрөнөк, тик күптән түгел генә яҡташыбыҙҙың һуғышта яраланғандан һуң Жиздра (Брянск өлкәһе) ҡалаһында урынлашҡан 167-се медсанбатта вафат булғанын белдек. Ҡаланың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан зыяратта ерләнгән. Ғүмере өҙөлгәнгә тиклем һуғышҡа ингәндән алып ни бары биш ай ҙа ун көн генә үтә. Өйҙә ҡатыны, дүрт балаһы етем ҡала.
Сәлимгәрәй бабай менән Миңлеямал инәйҙең иң оло ҡыҙҙары Ғәйниямалға атаһы һуғышҡа киткәндә 13 йәш булһа, иң кесеһе Гөлсирәгә бер генә ай тулып ҡала. Был ғаиләләге балалар һуғыш ваҡытында ла, унан һуңғы осорҙа ла атайһыҙ үҫеүҙең әсе нужаһын татып, аслы-туҡлы буй еткерҙе, үҫмер саҡтарынан уҡ тырыш, һөнәрле булып үҫте. Ҡыҙҙары Ғәйниямал менән Вараҡа төҙөүсе һөнәрен үҙләштереп, “Нефтсе” совхозында, ҡустылары Ғәҙелгәрәй Салауат нефтехимия комбинатында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Кеселәре Гөлсирә Яр Саллыла ғүмер итә, ул да хаҡлы ялда.
Сәлимгәрәй бабайҙың мәңгелек йортон тапҡан Жиздра ҡалаһы оҙаҡ ҡына ваҡыт фашист оккупанттары ҡулында була. Совет ғәскәрҙәре уны 1943 йылдың 16 авгусында азат итә. Ә Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы шул йылдың 13 сентябрендә һәләк була. Был ҡаты бәрелеш тураһында “Правда” гәзите хәбәрсеһе П. Лидов бына нимә яҙа: “Мин Жиздра ҡалаһында булдым тип әйтә алмайым, сөнки ул ғәмәлдә юҡ ине. Фашистар алдан уҡ ҡоролған план буйынса ике аҙна эсендә уны юҡ итә алған. Халыҡ йәшәгән кварталдарҙы бер-бер артлы яндырғандар. Бынан һуң икенсе мәртәбә йөрөп сығып, өйҙәрҙең янғындан ҡалған стеналарына, мейес аҫтарына мина һәм динамиттар ҡуйып шартлатҡандар. Әле ҡала тотошлай үлек биләмәгә әйләнгән” (“Правда” гәзите, 1943 йыл, 19 август).
Сәлимгәрәй Ғөбәйҙуллиндың ғаиләһе 70 йылдан ашыу уның һәләк булыуын белмәй йәшәне. “Хәҙер йөрәкте өйкәп торған билдәһеҙлек юҡ”, — ти яугирҙең балалары.
– Брянск өлкәһе зыяратында атайығыҙ, олатайығыҙ ерләнгән ҡәберҙе барып күргегеҙ киләме? — тип һорамай булдыра алманым.
– Эйе, барғы килә, тик ҡала зыяратында ерләнгән 5 меңдән ашыу совет яугире ҡәберлектәре араһында иң яҡын кешебеҙҙекен таба алырбыҙмы икән? — тип икеләнде әсәле-ҡыҙлы Вараҡа менән Гөлназ. Күҙ ҡараштарынан аңлап торам, барып та яугирҙең ҡәберен таба алмай ҡайтһалар, үтә ауыр кисерештәргә дусар буласаҡтар. Ошо ғаилә миҫалында ғына нисәмә йылға һуҙылған йөрәк һыҙлауҙары, һүнмәҫ өмөттәр сағыла. Ата-бабаларҙың ҡаһарманлығы ваҡыт алдында төҫһөҙләнмәйәсәк, тик үҙебеҙ генә аңлы булайыҡ.
Фашистарға ҡаршы көрәш фронт яландарында ғына түгел, ә тылда ла алып барылды. Әлеге көндә Ишембай районының Тирмән-Йылға ауылында йәшәгән 87 йәшлек Рәйсә апайымдың да тормош юлы һуғыш менән бәйләнгән. Ул — изге йөрәкле, аҡыллы, сабыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Атайым һуғышҡа киткәндә уға ни бары 14 йәш була. Әсәйем Бибиғәйшә Вәлиәхмәт ҡыҙы ҡарамағында беҙ биш бала тороп ҡалдыҡ. Ринат ҡустыбыҙ үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп вафат булды. Бәләкәй генә булһам да, әсәйемә нисек ҡыйын булғанлығын яҡшы аңлай инем. Апайым минән туғыҙ йәшкә олораҡ булғас, ғаилә иңенә төшкән ауырлыҡты ул нығыраҡ кисергәндер. Уҡыуын ташлап, промартелдә эшләй башлай.
Мин Ишембайҙа йәшәйем, апайым эргәһенә йыш ҡына барып-китеп йөрөйөм. Осрашҡанда һәр ваҡыт шул ауыр замандар тураһында һөйләшеп алабыҙ. Яҡшы эшләгәне өсөн апайымды промартелдә ойошторолған ревизия комиссияһына ағза итеп тә һайланылар. 1946 йылда ул беренселәрҙән булып “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Ошо уҡ йылда ул яугир, Тирмән-Йылға ауылы егете Миңлеғәле Баймөхәмәтовҡа тормошҡа сыҡты. Улар матур итеп донъя көттө, биш балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙе. Еҙнәмдең тәүге ғаиләһендәге ҡыҙы ла уларҙа алтынсы бала булып үҫте. Әлеге көндә барыһы ла иҫән-һау.
Еҙнәм ғүмере буйына урман ҡарауылсыһы булып эшләне. Һуғыш ваҡытында сытыр ҡыуаҡлығына ҡалған тирә-яҡты ҡара урманға әйләндерҙе. Еҙнәмдең баҡыйлыҡҡа күсеүенә ете йыл инде. Апайым — 27 ейән-ейәнсәргә, бүлә-бүләсәргә өләсәй.
Юғарыла телгә алған һәйкәл янында йыл һайын митинг үткәреп торабыҙ. Зыяратты һәм уның тирә-яғын тәртипкә килтереү өсөн өмәләр ойошторола. Йәштәр ҙә, өлкәндәрҙең өлгөһөнә эйәреп, тарихи хәтерҙе яңыртыр, аяныслы һуғыш ҡорбандарын онотмаҫ, тип өмөт итәбеҙ.
Тарих хәтере, тарихи аңы боҙолған халыҡ оло фажиғә кисерә. Башҡаса әйтһәк, ул маңҡортҡа әйләнә. Был яҙмам менән аңлы булырға, үҙ тарихыбыҙҙы белергә, Бөйөк Еңеү яулаған ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәҫкә саҡырам.
Рәфҡәт СӘҒӘҘИЕВ,
хеҙмәт ветераны.