Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шайморатов Герой исеменә лайыҡ
Шайморатов  Герой исеменә лайыҡ
Аяуһыҙ ваҡыт беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Совет халҡының күрһәткән батырлыҡтарынан һаман йырағыраҡ алып китә. Күптән түгел республикабыҙҙың милли батыры – гвардия генерал-майоры Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 115 йыл тулды.

Энтузиаст-тикшеренеүселәрҙең ты­рыш­лығы менән яу йылдарындағы яңы­нан-яңы мөһим хәл-шарттар, 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы ҡатнаш­ҡан ваҡи­ғалар асыҡлана. Һуғыштың иң ауыр тәү­ге йылдарында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына, ауыр юғалтыуҙарға ҡарамаҫ­тан, дошман көсөн ҡаҡшатыу, уның ил үҙә­генә үтеп инеүенә юл ҡуймау бурысы йөк­мәтелә. Ул дәүерҙә айырым кеше яҙ­мышы түгел, ә бөтә ил яҙмышы хәл ите­лә. Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә мең кеше һәләк була, әсирлеккә төшә.
Ваҡыт үтеү менән шул осорҙағы ваҡи­ғалар үҫешенә яңы быуын бөтөнләй икен­се күҙлектән ҡарап баһа бирә. Ауыр, ҡатмарлы заманда күп кенә ко­мандир­ҙарҙың, хәрби етәкселәрҙең яҙ­мы­шы, уларҙың уңыштары һәм уңыш­һыҙлыҡ­тары тәү ҡарашҡа бер-бе­реһенә ҡағы­лышы ла булмаған кеше­ләрҙең шәхси мөнәсәбәттәренән сығып хәл ителгән. Айырым офицерҙарға (ни­геҙҙә өлкән һәм юғары комсоставҡа) йыш ҡына бы­ның өсөн ҡиммәт хаҡ тү­ләргә тура кил­гән, улар төрлө ҡыйыр­һытыуҙарға дусар ителгән. Һәләтле шә­хестәргә көнсөллөк кәртәләрен, аң­лашылмаусылыҡтарҙы еңеп сығыу еңел бирелмәгән. Бындай миҫалдар бихисап. Ундайҙарға эшмәкәр­леге ваҡытында тейешле баһа алмаған III ранг капитаны А. Маринеско, 33-сө армия командармы Ефремов, 62-се армия ко­мандармы В. Чуйков һәм башҡа бик күптәр инә.
Яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шай­моратовҡа үлгәндән һуң Герой исе­ме биреүгә бәйле хәл ватандаштары­быҙҙы әле булһа борсоуға һала. БАССР етәк­се­легенең, республика йәмәғәтсе­ле­ге­нең, бик күп ойошмаларҙың ошо тәҡ­диме ниңә хуплау тапмай һуң? Сталинград, Ростов, шулай уҡ Луганск өл­кә­ләрендә башҡорт атлыларының ҡа­һар­манлығы тураһындағы объектив мәғ­лүмәттәргә таянып, башҡорт кава­ле­рис­­та­рының етәк­се­һе Шайморатов һис шикһеҙ Герой исе­менә лайыҡ тигән һы­ғымта яһарға мөмкин. Әммә бының өсөн уның хеҙмәт­тәрен, батырлыҡтарын асыҡ сағылды­рып, документтарҙы дө­рөҫ төҙөү шарт.
1948, 1958 йылдарҙағы документтар­ҙы ентекле өйрәнгәндән һуң (2006 йыл­да “йәшерен” тигән мөһөрө алынһа ла, улар “Берҙәмлек” йәмәғәт ойош­ма­һы­ның тырышлығы менән 2014 йылда ғы­на халыҡҡа еткерелде), мәсьәләнең ың­ғай хәл ителеүенә субъектив сәбәп­тәр ҡамасаулаған тигән фекер тыуа. Абруйлы һәм йоғонтоло кемдер берәү (ҡул ҡуйыусыһы Ваһапов тип билдәләнә) Сталинға 1948 йылғы, шулай уҡ 1958 йылғы (ҡултамғаһы Нурыев) мөрәжәғәт­тәрҙе бик оҫта итеп “мөхәррирләгән”. Был документтарҙың икеһе лә тыныш билдәләренә тиклем бер-береһен ҡа­бат­лай. Ә бит мәғлүмәт төрлө йылдарҙа йыйылғанға күрә, мөрәжәғәттәрҙә айыр­ма ҙур булырға тейеш.
Документ тексының башында уҡ “мең саҡрымлыҡ марш ҡылып...” тигән юлдар бар. Үтелгән юл бында күрәләтә арттырып яҙылған. Картаға ҡарағанда, был арауыҡ 500 километрҙан артмай. Бил­дәле булыуынса, Сталин ялған йәки хаҡһыҙ мәғлүмәттәр өсөн ҡаты хөкөм иткән. Шуға күрә был мөрәжәғәттәр яҙмышының ниндәй булыуын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Төҙәтелгән “мең саҡрымлыҡ юл” мөрәжәғәттәр тексына 1943 йылдың 15 октябрендә дивизия командиры полковник Г.А. Белов ҡул ҡуйған “16-сы гвардия кавалерия дивизияһының тарихи формуляры”нан күсерелгән. Унда былай тиелә: “112-се кавалерия дивизияһы, ҡомло ерҙән 28 көн дауамында тәүлегенә уртаса 50 саҡрым юл үтеп, 1942 йылдың 10 ноябрендә Дон йылғаһының уң яҡ ярына – Слащевская, Затонский, Тюкановский, Заталовский райондарына килеп урынлашты”. Был “тарихи” до­кументтың күсермәһе Башҡортостандың Милли музейы фондында һаҡлана.
Тарихи формулярҙа хаталар байтаҡ. Атап әйткәндә, Воронеж һәм Сталинград өлкәләрендә ҡомлоҡтар юҡ, кавалерия корпусы 30 көн эсендә тейешле ергә күсерелә, шуның 10 көнөн ул Бобров ҡалаһында үткәрә, тағы ла ике көндә Баш­ҡортостандан килгән делегация ме­нән осраша. 50 саҡрымлыҡ ара байтаҡ­ҡа арттырып күрһәтелгән. Корпус ко­ман­дирының тыл тәьминәте буйынса урынбаҫары быны нисек белмәҫкә мөм­кин? Был осорҙа Белов тап шул вазифаны башҡара.
1942 йылдың 8 октябрендәге 79-сы хәрби бойороҡ
8-се кавалерия корпусы
1. Фронттың 1942 йылдың 6 ок­тяб­рендәге 145-се хәрби бойороғо ниге­ҙендә корпусҡа, төндә 35, 30, 33, 35 саҡрымлыҡ дүрт араны эҙмә-эҙ­лекле үтеп, 1942 йылдың 13 ок­тяб­рендә таңғы сәғәт 5-кә Орлов, Де­вица райондарына һәм көнбайыштағы урманға килеп урын­лашырға.
2. 18 ноябргә Лушниковка, Зеленый Луг районында булырға.
Генерал-майор Жидов.
Ысынында иһә яугирҙәребеҙ соҡор-са­ҡырлы ерҙән 554 саҡрым юл үтә. Штабҡа ебәрелгән белдереүҙә лә был турала асыҡ әйтелә. Унда шулай уҡ корпусты фураж менән тәьмин итеүҙең на­сар ойошторолоуы ла телгә алына. Ә был эш өсөн полковник Г.А. Белов яуаплы була.
“554 километр” тәүге тапҡыр Г. Ға­фа­ров­тың 2010 йылда баҫылып сыҡҡан “Па­мяти страницы” китабында күр­һә­те­лә. Тимәк, республика халҡына һәм етәк­селегенә, тарих һөйөүселәргә йылдар буйы хаталы мәғлүмәт тарат­ҡан­дар. Шу­ға күрә әүәлге мөрәжәғәттәр хуплау тап­маған. Оборона министрлығын­дағы түрә­ләр ҙә, КПСС Үҙәк Комитеты ла хәлде ентекле өйрәнмәгән, уны иғтибар­һыҙ ҡалдырған.
Дошмандың һөжүмен кире ҡағыу ту­раһында ашығыс фарман биргән элекке корпус командиры М.Д. Борисов 1958 йылда СССР оборона министры Р.Я. Малиновскийға рапорт менән мөрәжәғәт итә. Иғтибар итегеҙ: үтенес йәки юллама менән түгел, ә тап рапорт менән. Рапорт – ул дәрәжәһе буйынса түбә­нерәк торған вазифалы кешенең белде­реүе йә булмаһа үҙ иңенә алған йөк­ләмәләрҙең үтәлеүе тураһындағы док­лад. Формаль яҡтан барыһы ла дө­рөҫ эшләнгән кеүек, тик һөҙөмтәһе ге­нә юҡ. Әйтергә кәрәк: М. Борисовтың суд хөкөмөнә тарттырылыуы, ҡулға алы­ныуы хаҡындағы мәғ­лүмәт – буш һүҙ, ул НКВД органдарында ярты йыл самаһы махсус тикшереү үтә.
Түбәндәге документтар башҡорт ат­лыларының, генерал Шайморатовтың еңеүгә ынтылышы, ихтыяр көсө хаҡын­да асыҡ һөйләй.
112-се кавалерия дивизияһының 8-се кавалерия корпусы штабына докладынан:
“26, 27 һәм 28-ендә 55-се кавалерия дивизияһы менән уртаҡ ғәмәлдәребеҙ уңышлы булманы. Һауа оборонаһына ҡаршы торорлоҡ көстәр юҡлығы арҡа­һында Обливскаяға етәрәк ҙур юғал­тыу­ҙар кисерҙек. 40-сы гвардия уҡ­сы­лар дивизияһы командирының һө­жүм ва­ҡытын үҙ белдеге менән күсереү һө­ҙөмтәһендә 1942 йылдың 29 ноябре­нән 4 декабренә тиклем Обливскаяны алыу буйынса һуғыш 112-се кавалерия диви­зияһын ныҡлы ҡаҡшатты.
Бөтә дәрәжәләге етәкселек соста­вы, ҡуйылған бурыстарҙы аңлап, хәрби фарманды үтәргә ынтылып, юғары тоғ­ролоҡ һәм яугирҙәргә өлгө күрһә­теп, алғы сафта барҙы, шуға күрә ҙур юғалтыуҙарға дусар ителде.
1942 йылдың 19 ноябренән 7 декаб­ренә тиклем 275-се кавалерия полкын­да – алты, 294-селә – биш, 313-сөлә өс командир алмашынды. Эскадрон һәм взвод командирҙарының барыһы ла һәләк булды.
112-се кавалерия дивизияһы 2 631 яу­ги­рен һәм 2 098 менге атын юғалта”.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, дивизия йөкмәтелгән бурысты үтәүен дауам итә. Ҡыҙыл Армия кавалерияһының генерал-инспекторы идаралығы 1942 йыл­дың 30 де­кабрендә ВКП(б)-ның Баш­ҡорт­остан өлкә комитетына 112-се Башҡорт ка­вале­рия дивизияһын тулы­лан­дырыу тураһындағы үтенес хаты ебәрә.
“112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы Көньяҡ-Көнбайыш фронт составында ҡаһармандарса һуғыша. Ҡаты алыштар барышында дивизия ҙур юғал­тыуҙар кисерҙе һәм ашығыс ту­лы­ландырыуға мохтаж. Оборона бу­йын­са халыҡ комиссары урынбаҫары Щаденко иптәштең 1942 йылдың 16 де­кабрендәге 1/3107-се хатына ярашлы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кеше һәм ат ресурстарын бүлеү йәһәтенән сара кү­реүҙе һорайбыҙ” тиелә унда. Респуб­лика был үтенесте кире ҡаҡмай, кисекмәҫтән фронтҡа яңы көс ебәреүҙе тәьмин итә.
Яҡташтарыбыҙ Ростов һәм Луганск өлкәләрендә лә немец-фашист илбаҫар­ҙарына ҡаршы ҡаһармандарса һуғыша. Луганскиҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына гвардия исеме бирелә. Был төбәктәге алыштарҙа бик күп яу­ги­ребеҙ, шул иҫәптән халҡыбыҙҙың дан­лы улы – генерал Шайморатов та ба­шын һала. Әммә элегерәк бер генә документта ла был хаҡта телгә алынмай.
Шайморатов – ысын Герой, тик был исемде бирһендәр өсөн көрәшергә, дө­рөҫлөктө сағылдырған тарихи доку­мент­тарға таянып эш итергә кәрәк.

Наил ШӘЙӘХМӘТОВ,
Борис МАЛОРОДОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872