Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү тәме — еләк тәлгәшендә
Йәшәү тәме — еләк тәлгәшендә
Зәмирә иртәнге һөттө йыйыусыға тапшырмаҫҡа булды, ҡаймаҡ та кәрәк бит. Сепаратын ҡороп, һөтөн айыртып алды ла, эремсек яһарға әҙерләп, йылыраҡ урынға ҡуйҙы. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел шул.

Зәмирә менән Хәлит тә тырышып-тырмашып донъя көтә, мал-тыуар үрсетә. Балаларҙы уҡытырға кәрәк бит, кеше араһында үҙҙәренең дә йөҙҙәре яҡты, мал аҫра­маһаң, оят булыр. Ауылдаштар бит “күлдәге матур” тип маҡтамай, ихата тултырып мал тотҡанды ғына хөрмәт итә. Билеңдә алъяпҡысың, аяғыңда калушың, башыңда ап-аҡ яулығың булһын. Илле-алтмыш себеш, ун-ун биш ҡаҙ, мисек өйрәктәре (индоуткалар), кәм тигәндә ике һыйыр, ике быҙау, ике ҡышлаған башмаҡ, ун һарыҡ — былар уртаса йәшәгәндәрҙең ҡәҙимге мал-тыуары.
Хәлит менән Зәмирә ана шулар иҫәбенә инә. Колхоз бар саҡта ир тракторҙа эшләне, күмәк хужалыҡ тарҡалғас, тегенән-бынан запчасть йыйып, трактор яһап алды. Яҙын һабан тағып, бәрәңге баҡсаларын һөрә, йәйен бесән ташый. Тракторына ҡулай сапҡысы ла бар, техника менән эш иткән кеше ҡул салғыһы менән булышамы һуң инде! Улдары ла ярҙамлаша йәйге каникулда. Атаның күңелендә береһен булһа ла агроном итеү теләге бар ине, тик улар үҫеүгә колхоздар таралды, ауылдың “почеты” бөттө. Тимер-томор араһында үҫкән малайҙар автотранспорт техникумына уҡырға инде. Хәҙер машина күп, автосервис­тар ҙа аҙым һайын, эше табылыр әле, тип фекер йөрөттө улар. Зәмирәнең иптәшкә үҙенә бер ҡыҙ ҙа алып ҡайтҡыһы килгәйне лә, насип булманы.
Бөгөн дә ваҡыт көндәгесә үтеп бара, эс бошорғос бер төрлөлөктән арып кителгәндә радио ярҙамға килә. Бына әле лә ҡотлауҙар тапшырыуында: “Фәлән-фәләндәр егерме биш йыл бергә ғүмер итә, көмөш туйҙары менән тәбрикләргә туғандары йыйылған, бәхетле парҙы сәскәгә күмделәр”, — тип матур йыр яңғыраталар. Зәмирәнең келт итеп иҫенә төштө, бәй, уларҙың да өйләнешкәненә быйыл йәй 25 йыл булды. Ҡала ирҙәре кеүек матур һүҙҙәр ҙә һөйләй белмәй, сәскә бүләк итеү башына ла килгәне юҡ Хәлитенең. Ҡатын, эсе бошоп, уйҙарына бирелеп эшен дауам итте. Һарыҡ итенән аш өлгөрттө, сөсөгә генә ҡоймаҡ туғыны, ҡаймаҡ та өҫтәлгә менеп ултырҙы, ҡайнатмалар ҙа ҡуйылды. Шулай итеп, Зәмирә сәй янында иренең иҫенә төшөрөп, үпкә һүҙҙәрен әйтергә әҙерләнде.
– Төш яҡынлашып килгәндә, тракторына бесән тейәп Хәлит ҡайтып инде. Ауыҙы ҡолағына еткән, тауышы көр. Зәмирә битараф ҡиәфәттә: “Ни булды, бесән араһынан ҡуян балалары таптыңмы әллә?” — тигән булды. “Юҡ, һиңә урман еләге алып ҡайттым”, — тип, тәлгәштәрҙе Зәмирә­нең ҡулына тотторҙо.
– Ҡарсыҡ, хәтереңдәме, бынан егерме 25 йыл элек мин һине тракторыма ултыртып алып ҡайтҡан инем. Һин — минең матурым, аппағым, йомшағым, берҙән-берем, шатлығым, — тип маҡтау һүҙҙәрен теҙә-теҙә ҡосағына алды шунан. Зәмирә аптырауҙан:
—Кит инде, абау, кеше көлөр, көпә-көндөҙ ҡосаҡлашып торғанды күрһә, — тигән булды. Үҙенең яңы ғына үпкә­ләргә йыйынғаны иҫенә төшөүҙән уңайһыҙланып ҡуйҙы.
Мунса яғылып, аш бешеп, табын әҙер булыуға яландан улдары ла ҡайтып етте. Былай ҙа ялт итеп торған өй бәхет нурҙарынан тағы ла яҡтырыбыраҡ китте. Ҡояш көн­ләшерлек!
Ир менән ҡатын, яңы төшкән килен һәм йәш кейәү кеүек, дәртләнеп икенсе 25 йыллыҡҡа аяҡ баҫты.


Автор: Тәнзилә НАЗАРОВА-ИҪӘНБИРҘИНА. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә