Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәренә ғашиҡ Әрмет ҡыҙы
Һөнәренә ғашиҡ Әрмет ҡыҙы
…Мәктәптә “практикант ҡыҙ килә” тигән хәбәр таралғас, беҙ, танауына еҫ керә башлаған малайҙар, осрашыу мәлен түҙемһеҙләнеп көтә башланыҡ. Кем ул? Ҡайҙан килә? Сибәрме?.. “Практикант ҡыҙ” ауылдашыбыҙ Зөбәржәт апай булып сыҡты. Ул беҙҙе ике аҙна самаһы урыҫ теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытты.

Студент ҡына көйө педа­гогтың йәмғиәттә тотҡан уры­ны хаҡында яҡшы аң­лай, эшенә һәр саҡ яңылыҡ индерергә ынтыла ине йәш белгес. Әле лә ошо һыҙат­тары менән һоҡландыра Зө­бәржәт Ришат ҡыҙы: Баш­­ҡортостан Мәғарифты үҫте­реү институтының Стәр­­лета­маҡтағы мәғлүмәти-методик үҙәге мөдире, ҡала хакимиәтенең мәғариф ида­ралығы методисы, Ж. Ке­йекбаев исемендәге 3-сө гим­назияла Башҡорт­остан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы вазифаларын юғары кимәлдә атҡара.
…Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Байбулдинаның эшенә ғашиҡ Ишембай районының Үрге Әрмет ҡыҙы Зөбәржәт мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтының (хәҙер – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) башҡорт фи­лологияһы факультетына уҡырға инә. Әйткәндәй, уның класташтарының күбеһе яҙмышын балалар­ға белем биреүгә арнаған.
Уҡыған сағында ғаилә ҡорорға өлгөргән Зө­бәржәт апай йәш кенә көйөнсә бер нисә йөктө тартҡан мәлдәрен – төндәрен бишек тирбәтеп, көндөҙ дәрескә йөрөүен, кис ире ҡайтыуға ашарға бешереүен – бөгөн йылмайып иҫкә ала. Ҙур тырышлығы һөҙөмтәһендә диплом алып, ҡаланың 30-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай ул.
– Башҡорт теленән әсбаптар бик аҙ була торғайны, – тип хәтерләй хеҙмәтенең тәүге йылдарын Зөбәржәт Ришат ҡыҙы. – Магазиндарға барып, китаптарҙың күсер­мәһен эшләп, дәрестә шулар­ҙы ҡуллана инек. Йәнле ара­лашыуға ҙур иғтибар бү­лен­гәнлектән, тыңлашмай, шаярып, башҡа эш менән булышып ултырған балалар булмай торғайны.
Әйткәндәй, һәр йылдың 5 октябрендә уҡыусылары менән осрашыу педагог өсөн изге йолаға әйләнгән.
Һәр саҡ камиллыҡҡа ын­тыл­ған, яңылыҡтар алдында баҙап ҡалмаған тырыш уҡы­тыусы, бынан тыш, бихисап һөнәри конкурстар еңеүсеһе коллективта тиҙ арала абруй ҡаҙана. Уға төрлө саралар ойоштороу, балаларҙы кон­курстарға әҙерләү кеүек эш­тәр ҙә йөкмәтелә. Бер нисә йылдан һуң иһә Зөбәржәт Ришат ҡыҙы, ҡала хакимиә­тенең мәғариф идаралығына күсерелеп, башҡорт теле уҡы­тыусыларына методик ярҙам күрһәтә башлай.
Мәғариф тармағы үҙгә­реш­тәрһеҙ үҫешә алмай. Башҡортостан Мәға­рифты үҫтереү институтына был йәһәттән уҡы­тыусыларға төрлө курстар ойоштороу, уларҙы фән һәм белем биреү өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырыу бурысы ҡуйылған. Заман менән йәнәш атларға күнеккән Зөбәржәт Хафизова институттың Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәғлүмәт-методик үҙәгенә етәкселек итә, биш ҡала һәм 11 район уҡытыусылары өсөн курстар ойоштора.
– Һәр саҡ хәрәкәттә булыуым йәшәүгә дәрт өҫтәй, – ти ул.
Зөбәржәт Хафизова уҡыусыларының “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында еңеү яулауы ла – эшен яратып, намыҫ ме­нән башҡарған педагогтың тырыш хеҙмәт емеше. Теленең, милләтенең яҙмышы өсөн янып-көйөп йәшәгән ошондай уҡытыусыларыбыҙ күберәк булғанда, асылыбыҙҙың һаҡланырына, киләсәге­беҙҙең яҡтылығына ышаныс тағы ла көсәйер ине.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә