…Мәктәптә “практикант ҡыҙ килә” тигән хәбәр таралғас, беҙ, танауына еҫ керә башлаған малайҙар, осрашыу мәлен түҙемһеҙләнеп көтә башланыҡ. Кем ул? Ҡайҙан килә? Сибәрме?.. “Практикант ҡыҙ” ауылдашыбыҙ Зөбәржәт апай булып сыҡты. Ул беҙҙе ике аҙна самаһы урыҫ теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытты.
Студент ҡына көйө педагогтың йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында яҡшы аңлай, эшенә һәр саҡ яңылыҡ индерергә ынтыла ине йәш белгес. Әле лә ошо һыҙаттары менән һоҡландыра Зөбәржәт Ришат ҡыҙы: Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Стәрлетамаҡтағы мәғлүмәти-методик үҙәге мөдире, ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы вазифаларын юғары кимәлдә атҡара.
…Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Байбулдинаның эшенә ғашиҡ Ишембай районының Үрге Әрмет ҡыҙы Зөбәржәт мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтының (хәҙер – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Әйткәндәй, уның класташтарының күбеһе яҙмышын балаларға белем биреүгә арнаған.
Уҡыған сағында ғаилә ҡорорға өлгөргән Зөбәржәт апай йәш кенә көйөнсә бер нисә йөктө тартҡан мәлдәрен – төндәрен бишек тирбәтеп, көндөҙ дәрескә йөрөүен, кис ире ҡайтыуға ашарға бешереүен – бөгөн йылмайып иҫкә ала. Ҙур тырышлығы һөҙөмтәһендә диплом алып, ҡаланың 30-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай ул.
– Башҡорт теленән әсбаптар бик аҙ була торғайны, – тип хәтерләй хеҙмәтенең тәүге йылдарын Зөбәржәт Ришат ҡыҙы. – Магазиндарға барып, китаптарҙың күсермәһен эшләп, дәрестә шуларҙы ҡуллана инек. Йәнле аралашыуға ҙур иғтибар бүленгәнлектән, тыңлашмай, шаярып, башҡа эш менән булышып ултырған балалар булмай торғайны.
Әйткәндәй, һәр йылдың 5 октябрендә уҡыусылары менән осрашыу педагог өсөн изге йолаға әйләнгән.
Һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылған, яңылыҡтар алдында баҙап ҡалмаған тырыш уҡытыусы, бынан тыш, бихисап һөнәри конкурстар еңеүсеһе коллективта тиҙ арала абруй ҡаҙана. Уға төрлө саралар ойоштороу, балаларҙы конкурстарға әҙерләү кеүек эштәр ҙә йөкмәтелә. Бер нисә йылдан һуң иһә Зөбәржәт Ришат ҡыҙы, ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына күсерелеп, башҡорт теле уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтә башлай.
Мәғариф тармағы үҙгәрештәрһеҙ үҫешә алмай. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтына был йәһәттән уҡытыусыларға төрлө курстар ойоштороу, уларҙы фән һәм белем биреү өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырыу бурысы ҡуйылған. Заман менән йәнәш атларға күнеккән Зөбәржәт Хафизова институттың Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәғлүмәт-методик үҙәгенә етәкселек итә, биш ҡала һәм 11 район уҡытыусылары өсөн курстар ойоштора.
– Һәр саҡ хәрәкәттә булыуым йәшәүгә дәрт өҫтәй, – ти ул.
Зөбәржәт Хафизова уҡыусыларының “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында еңеү яулауы ла – эшен яратып, намыҫ менән башҡарған педагогтың тырыш хеҙмәт емеше. Теленең, милләтенең яҙмышы өсөн янып-көйөп йәшәгән ошондай уҡытыусыларыбыҙ күберәк булғанда, асылыбыҙҙың һаҡланырына, киләсәгебеҙҙең яҡтылығына ышаныс тағы ла көсәйер ине.