Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел
Эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел
Ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡҡас, ауылдар үҙ мәшәҡәттәре менән яңғыҙ тороп ҡалды. Көндәлек эштәрҙе ойоштороу, кемгәлер ярҙам күрһәтеү йәки бергәләшеп мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн һәр саҡ урындағы үҙидараға барыу мәшәҡәтле лә, ваҡытты ла ала. Тап ошо саҡта халыҡ ауылдың хужаһы булырлыҡ абруйлы кеше кәрәклегенә инана. Уйлап ҡараһаң, элек тә һәр ырыуҙың, тотош йәйләүҙең йәки ауылдың төп проблемалары менән урындағы старшиналар йәки аҡһаҡалдар ҡоро шөғөлләнгән. Бөгөн уларҙың юлын ауылдың старостаһы лайыҡлы дауам итә.


Шуныһы ҡыуаныслы: Әбйәлил ра­йонында старосталар һәр ауылда бар. Йәмәғәт башланғысында эшләүенә ҡа­рамаҫтан, ул – ауылдың ойош­тороусыһы һәм лидеры. Шуға күрә был вазифаны атҡарыу еңел түгел: ауылдаш­тарың тарафынан ете ҡат үлсәнеп, бар яҡлап һы­науҙы лайыҡлы үткәндән һуң ғына һиңә ышаныс күрһәтелә. Артабан үҙ ваҡытың иҫәбенә, бушлай, ең һыҙғанып эшләргә ҡала. Староста булыу еңелдән түгел, илһөйәр кеше генә был бурысты иңенә алалыр. Хәйер, күптәр тәүәккәлләр ине, әммә, әйтеүемсә, староста вазифа­һы йәмәғәт башланғысында башҡарыла. Халыҡтың йәшәйешен ҡайғыртҡан, тыу­ған ауылының киләсәген уйлаған, ауыл­даштарының ышанысын аҡларға ты­рыш­ҡан шәхестәрҙең береһе – Ҡужан ауылы старостаһы Азат Сәғәҙәт улы Фәтхуллин.
Эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгелАуылда бөтәһе 147 хужалыҡ иҫәпләнә, яҡынса 406 кеше йәшәй. Ситтән килеү­се­ләр ҙә бар, күрше Магнитогорск ҡала­һынан бер нисә ғаилә бында төпләнгән. Ҡужан халҡының күпселеге Магнитҡа йө­рөп эшләй, мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, шуның иҫәбенә йәшәй.
Ауылдың барлыҡ проблемаларын староста хәл итә, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Азат Фәтхуллиндың һәр иртәнге көнө көтөүҙе оҙатыуҙан башлана. Көтөүсе сыҡҡанмы, малдар теүәлме, иртәгә кем ҡабул итә һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеп, ауылдың тын алышын тойоп, һәр береһе менән шәхсән таныша. Артабан борсоған һорауҙарҙы хәл итеү маҡсатында Таштимер ауыл Советы хакимиәтенә юл ала. Биләмә башлығы Рәүеф Хафизов менән бар мәсьәләләр уртаға һалып хәл ителә, кәрәк ваҡытта матди ярҙам да күрһәтелә.
Ауыл старостаһы өсөн төп сифаттар­ҙың береһе – уның ойоштороу һәләте­лер. Был яҡтан да ҡужандар отолмаған, Азат Сәғә­ҙәт улы халыҡ менән эшләй белә. Шулай бул­маһа, быйыл яҙҙан ғына нисә­мә йыл буйы хәл ителмәгән күпме эш башҡары­лыр инеме?!
Үткән йыл әбйәлилдәр өсөн еңелдән булманы: йәйге ташҡын һөҙөмтәһендә күп ауыл һыу аҫтында ҡалды, йылғалар ташып, күперҙәр емерелде, бесәнлектәр йыуылды, яр буйҙарында тәрән соҡорҙар хасил булды. Ҡужан – Асҡар юлында ла көслө ташҡындың эҙемтәләре байтаҡ: ике яҡтағы юлда тәрән соҡор уйымдары барлыҡҡа килде. Йәйәүлеләргә лә, транс­портҡа идара итеүселәргә лә, мал-ты­уар­ға ла хәүеф янаған урынды йүнә­теүселәр тиҙ табылманы. Шул саҡта теҙгенде Азат Фәтхуллин үҙ ҡулына ал­ды: тиҙ арала Асҡар юл төҙөү идаралығы эшселәре соҡорҙо тигеҙләп тә ҡуйҙы.
Ҡужандарҙың берҙәм һәм дәртле булыуын районда барыһы ла яҡшы белә. Бер төптән, бер һүҙҙән эш башҡарып, күптәргә өлгө булыуҙары “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ла асыҡ күренде. Оло сара алдынан ауылда әллә күпме төҙөкләндереү эше башҡарылды, обелиск яңыртылды, Йәштәр урамына ҡырсынташ түшәлде, Моһаҡ йылғаһы аша күпер йүнәтелде, ауыл зыяраты тимерҙән кәртәләп алынды. Бөтә ошо эштәрҙең башында Азат Сәғәҙәт улы тора. Әлбиттә, уға ярҙам итеүселәр ҙә етерлек. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй тигәндәй, әгәр яныңда ышаныслы терәк-кәңәшселәр Тәлғәт Кәримов, Камил Мөхәмәтйәнов, Нурия Хибәтуллина һәм башҡалар булмаһа, барлыҡ эште бер үҙең атҡарып сығыу мөмкин түгел.
Тап уларҙың тырышлығы менән һәр йорт башынан 500 һум аҡса йыйып, ауыл зыяратын кәртәләү өсөн кәрәкле материалдар һатып алына. Магнитогорскиҙан барлыҡ ҡорамалдарҙы Марсель Мортазин үҙенең “ГАЗель” машинаһында бушлай килтерә. Быларҙың барыһы ла халыҡ көсө менән эшләнә, өс тапҡыр өмә үткәрелә.
Эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел– Халыҡ берҙәм булһа ла, күп осраҡта уларҙы бергә йыйыу ауырға тура килә, — ти ауыл старостаһы. – Һәр береһенең эше, үҙ донъяһы бар бит. Әммә берәү ҙә “юҡ” тип яуап ҡайтармай, ҡулынан килгәнсә ярҙамға ашыға. Барыһы ла бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: үҙебеҙҙең ауылдағы тормошто, йортобоҙҙағы, тирә-яғыбыҙҙағы тәртипте, төҙөклөктө ситтән килеп берәү ҙә тәьмин итмәҫ. Шуға күрә, нин­дәй генә проблемаларға юлыҡһаҡ та, һәр саҡ кәңәшләшеп, бергә эш итәбеҙ.
Ҡужандарҙың йәнә бер изге ғәмәлен телгә алып китеү кәрәктер. Таштимер ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәүеф Ғәбдрәшит улы Хафизов ауыл халҡы ме­нән үткән йыйында юлдарҙы төҙөкләнде­реү маҡсатында 200 мең һум аҡса бү­ленеүе хаҡында белдерә. Ошо сумма­ға Йәштәр урамына нисәмә йыл буйы хәл ителеүҙе талап иткән ҡырсынташ түшәү һәм Моһаҡ йылғаһы аша һалынған кү­перҙе ремонтлау бурысы ҡуйыла.
Ауыл халҡы был эште башҡарыу өсөн ҡул көсө һәм техника табырға тейеш була. Эш күләменең ҙур, әммә ҡуйылған хаҡтың үтә түбән булыуы сәбәпле, бурысты үтәргә тотонорға йөрьәт итеүселәр табылмай. Азат Фәтхуллин кем менән генә һөйләшмәй, ниндәй генә ойошманың тупһаһын тапамай. Тырышҡан моратына еткән тигәндәй, бәхеткә күрә, “Информтехника” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры — Р. Шәғәлин) эшселәре 800 метр юлға ҡырсынташ түшәп, күперҙе ремонтлап та ҡуя. “Хәҙер был ҡоролма 50 йыл үтһә лә торасаҡ” , — тип һөйөнә ауыл халҡы.
Иш янына ҡуш тигәндәй, район хаки­миәте тарафынан ауыл клубының алғы яғын тәртипкә килтереү өсөн 20 мең һум аҡса бүленә. Уны ла халыҡ ике тап­ҡыр өмәгә сығып, бынамын итеп эшләп ҡуя.
Әлбиттә, был эштәрҙең башында һәр саҡ әйҙәүсе булып Азат Сәғәҙәт улы тора. Уйлап ҡараһаң, старостаның эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел икән! Кемдер уға кәңәш һорап килһә, икенселәре юл­дар­ҙы таҙартыу буйынса дәғүә белдерә, өсөнсөләре ауыл көтөүенең ҡарауһыҙ булыуын уға япһарырға тырыша. Хатта ғаи­лә­ләге ыҙғыштарға ҡатнашырға, көмөшкә һатыусылар менән яғалашырға ла тура килә.
Һуңғы йылдарҙа ауылдағы йәмәғәт ойошмалары ҡайтанан тергеҙелә, иң мө­һиме – улар бергәләшеп, бер төптән егелеп эш башланы. Ауыл Советы депутаты булһынмы, старостамы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро, клуб, ветерандар советы ағзаһымы – барыһы ла ауыл тормошон йәнләндереү өсөн тырыша. Тап шундайҙар бөгөнгө ауылдарыбыҙҙы матур, йәмле һәм йәнле итә лә.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә