Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киләһе форум Өфөлә уҙғарыла
Киләһе форум  Өфөлә уҙғарыла
Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлектең ХI форумы булды. Уның пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан менән Ҡаҙағстан төбәктәре араһындағы хеҙмәттәшлек миҫалында ШОС киңлегендәге төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү” тигән доклад менән сығыш яһаны.

Углеводород өлкәһендәге яңы­лыҡтарға арналған сара Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев рәйеслегендә үтте. Унда нефть һәм газ тармағындағы заманса технологияларҙы ғәмәлгә инде­реү мәсьәләләре тикшерелде. Форумда төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, төбәк башлыҡтары һәм ҙур бизнес вәкилдәре ҡатнашты.
Бындай юҫыҡтағы осра­шыу­ҙар йыл һайын ойошторола. Әле­гә тиклем ул былтыр ноябр­ҙә Екатеринбургта үткәйне.
***
Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Аты­рау өлкәһе акимы Баҡ­тыҡужа Измөхәмбәтов Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаевтың алдында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өл­кә­ләрҙәге хеҙмәттәшлек тура­һындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документ иҡтисадтың химия һәм нефть химияһы сәнәғәте, машиналар эшләү, транспорт һәм ауыл хужалығы кеүек тар­маҡтарында үҙ-ара бәйлә­неш­тәрҙе нығытыуҙы күҙ уңында тота. Яҡтар етештереү-техник тәғәйенләнештәге әйберҙәр, көн­дәлек тауарҙар менән ал­­машыуҙы әүҙемләштерергә ниәт­ләй. Бынан тыш, килешеү төбәктәр араһындағы фәнни һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, шул иҫәптән бер­лектәге тикшеренеү проекттарын, белем биреү һәм йәштәр программаларын тормошҡа ашырыуға, мәҙәни алмашыуға, туризм һәм спорт өлкәһендә һөҙөмтәле бәйләнештәргә булышлыҡ итәсәк.
Әле Башҡортостандың Астана, Павлодар һәм Аҡтүбә өлкәләре менән хеҙмәттәшлеге әүҙем үҫә.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә